ҠАЛДЫРЫУ
5. Ниндәйҙер хәлгә дусар итеү, ниндәйҙер хәлгә төшөрөү. □ Обрекать на что, обречь. Наҙан ҡалдырыу. Хайран ҡалдырыу. Таң ҡалдырыу. ■ Ҡола атым, юғалдың, мине йәйәү ҡалдырҙың. Халыҡ йырынан. Хәҙер инде, берәй шәп эш эшләп, Юлдашты ғына түгел, бөтә отличниктарҙы таң ҡалдырырға, шуның менән Юлдаш алдында дәрес белмәй тороу хурлығын, һис шикһеҙ, юйырға кәрәк һанай ине ул [Ҡыҙырас].
3. Биишева. Күк толпар, Ҡарағас тауы башындағы үләнде ашап бөтөп, ерҙе ҡаҡҡа ҡалдырған, ти. Әкиәттән.
6. Ебәрмәй, билдәле бер урында туҡтатыу, күсермәү. □ Оставлять, задерживать. Аш ашарға ҡалдырыу. Лекция тыңларға ҡалдырыу. Икенсе йылға ҡалдырыу. ■ Батша Өйрәнсекте үҙ янына ҡалдырған. 3. Биишева.
7. Хәрәкәт иткәндә тиҙлектә еткермәү, уҙып китеү. □ Обогнать, оставить позади. Артҡа ҡалдырыу. Я Йүгерек теге әбейҙе уҙып, сирек көнгә артта ҡалдырып, майҙанға килеп ингән. Әкиәттән.
8. Нисек булған, шул көйө тотоу, үҙ хәленсә ҡуйыу. □ Оставлять как есть, хранить в прежнем положении. Форточканы асыҡ ҡалдырыу. Эшендә ҡалдырыу. Я Егет уны тотоп алайым ғына тигәндә, балыҡ та телгә килеп: «Егеткәйем, зинһар, тере ҡалдыр мине!» — тип ялынған. Әкиәттән.
9. Онотмай һаҡлау, башта, иҫтә тотоу. □ Оставлять, хранить. Хәтерҙә ҡалдырыу. Иҫтә ҡалдырыу. Я Уны тап ул [Хасбулат олатай] һөйләгәнсә итеп хәтерҙә ҡалдырырға тырышам. 3. Биишева. • Аҡыллы хәтер ҡалдырмаҫ, ахмаҡ хәтер һаҡламаҫ. Мәҡәл.
10. Берәй маҡсат менән ниҙеңдер өлөшөн айырып ҡуйыу, теймәү. □ Оставлять; хранить (кусок, часть чего-л.). Юлға аҙыҡ ҡалдырыу. Бәлештән өлөш ҡалдырҙыҡ. Эйәк осонда һаҡал ҡалдырыу. Я [Байғужа:]һиңә ашарға ҡалдырҙыҡ, — тип котелоктарҙы аҡтара башланы. Д. Юлтый.
11. Башҡарыр нәмәне башҡармай ҡуйыу.
□ Пропускать что-л. Дәрес ҡалдырыу. Эш ҡалдырыу. Я Аяҡтарым талдырып, тон йоҡомдо ҡалдырып, һелтәй-һелтәй ҡулдарҙы, эҙләп киттем шуларҙы. Халыҡ йырынан.
12. Ниҙәндер ситләтеү, мәхрүм итеү.
□ Оставлять, не давать, не предоставлять чего-л. һый-хөрмәттән ҡалдырыу. Өлөштән ҡалдырыу. Уйындан ҡалдырыу. Я Бөркөтлө Йәмлегөл инәйҙе аһ итеп тора. Күрше-тирә уны аш-һыуҙан ҡалдырмай. М. Кәрим.
13. Ниҙәндер азат итеү, ҡотҡарыу. □ Освобождать. Хөкөмдән ҡалдырыу. Әрменән ҡалдырыу. Я Мине һалдатҡа алмай, бер йылға «йәшел билетҡа» ҡалдырҙылар. Т. Йәнәби. Исхаҡ бай улын хеҙмәттән ҡалдырыу өсөн мең һум аҡса тотҡан. Д. Юлтый.
14. Хәҙерге мәлдән киләсәккә күсереү; кисектереү. □ Оставлять, пропускать кого, что. Иртәгәлеккә ҡалдырыу. Икенсе ваҡытҡа ҡалдырыу. Киләһе йылға ҡалдырыу. Һуңғараҡҡа ҡалдырыу. Я Карамалының йыуаш бер ҡара байы Мисбах ҡоҙаһының теләгенә ҡаршы килмәне, туйҙы киләһе йылға ҡалдырҙылар. Б. Бикбай. Механизацияланған күсмә колонна тресы үҙенең Таулыҡайҙағы участкаһын киләһе яҙға тиклем ҡалдырырға ҡарар ҡабул иткән. Д. Бүләков. • Донъя эшен әхирәткә ҡалдырма. Мәҡәл. Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма. Мәҡәл.
15. Төбәү килештәге исемдәргә эйәреп, шул исемдән аңлашылған төшөнсәле һүҙбәйләнеш яһай. □ В сочетании с существительным в дательном падеже образует устойчивые словосочетания. Аптырашҡа ҡалдырыу. Оятҡа ҡалдырыу. Эт көнөнә ҡалдырыу.
16. күсм. юҡл. ф. Эшкә яраҡһыҙға әйлән-дереү. □ Портить, причинять вред. Геүләп торған тауыш ҡолаҡты ҡалдырманы.
17. юҡл. ф. Барыһын да эшләү, башҡарыу, бөтәһен дә әйтеү, тулыһынса алыуҙы һ. б. аңлата. □ В форме отрицания выражает полноту действия. Эҙләмәгән ерҙе ҡалдырмау. Әйтмәгән һүҙ ҡалдырмау. Бе
141