ҠАЛЙЫҒЫУ
реһен ҡалдырмай саҡырыу. ■ Бар яланды ураным ҡалдырмай бер ерҙе лә. Халыҡ йырынан. Ауылдан кешеләр сығып, Айбулатты алты көн буйына тирә-яҡтағы тауҙарҙы, үҙәктәрҙе, һыу буйҙарын ҡалдырмай эҙләнеләр. Һ. Дәүләтшина.
18. -п формаһындағы хәл ҡылым менән килеп, тамамланғанлыҡты белдергән ҡушма ҡылым яһай. □ В сочетании с деепричастием на -п другого глагола образует сложные глаголы со значением законченности действия. Төшөрөп ҡалдырыу. Йәшереп ҡалдырыу. Онотоп ҡалдырыу. Яҙып ҡалдырыу. ■ [Бабай] улының алтын ашығын кәлгә күмеп ҡалдырған. Әкиәттән. [Ай-булаттың] Яланбикә аша әйтеп ҡалдырған тел сәләменән башҡа бирерҙәй бүләге лә булманы. Һ. Дәүләтшина.
ҠАЛ ЙЫҒЫУ (ҡалйыҡ-) (Р.: коробиться; И.: warp; T.: çarpılmak) ҡ. диал.
Тигеҙлеген юғалтып, салыш-солош ҡыйшайыу, кәкрәйеү; ҡалтайыу. □ Коробиться, искривляться, выгибаться, перекоситься. Ағас-ташҡа тейеп, салғының йөҙө ҡалйыҡҡан. Тырма теше ҡалйыҡҡан.
ҠАЛЙЫУ (ҡалйы-) ҡ. диал. ҡар. ҡал-йығыу. Ҡалйыған тешле тырма. Ҡалйыған һәнәк.
ҠАЛҠА и. диал. ҡар. ҡалҡыуыс. Ҡалҡа ырғытыу. Балыҡсылар, ҡармаҡ, ҡалҡаларын алып, күл буйына төшөп китте.
ҠАЛҠАЙЫУ (ҡалҡай-, ҡалҡая) (Р.: откидываться назад; И.: arch one’s back; T: eğriltmek) ҡ. диал.
Билдән яҙылып, артҡа кирелеү; ҡайҡайыу. □ Откидываться назад, выгибать туловище, закидывать голову. Ҡалкайып тороу. Ҡалкайып баҫыу.
ҠАЛҠАН I (Р: щит; И.: shield; Т: kalkan) и.
1. Ҡулға тотоп, уҡ-ҡылыстан һ. б. һаҡлана торған, тимерҙән йәки ағастан эшләнгән боронғо ҡорал. □ Щит (старинное вооружение). S Салауат килә ғәскәр башында, ат уйнатып, Урал буйлатып, ҡалҡанҡайы һәлмәк, уғы мәргән, батша яуын ҡыра
шаулатып. Халыҡ йырынан. • һөңгөлө яуға ҡалҡаның әҙер булһын. Мәҡәл.
2. күсм. Сит көстән ҡурғаған һаҡ. □ Защита. Илде һаҡлау һәм халыҡҡа ҡалҡан булыу борон-борондан ысын ир-егеттәр шөғөлө булып һаналған. М Күкрәп үҫ һин, илем — хаҡлыҡ, тыныслыҡ ҡалҡаны. Ш. Бикҡол. Ырымбурға барып ингәнсе үҙәндәрен ваҡ ҡыуаҡ баҫып алған ҡырҙар, ә тиреҫ яғында — күкшел урмандар, бейек тауҙар ҡалҡан кеүек күкрәк киреп тора, әйтерһең, юлға кәртә булмаҡсылар. 3. Ураҡсин.
ҠАЛҠАН II и. этн. диал. ҡалҡанбаш.
Калкан эйеү. Балалар ҡалҡан эйә.
ҠАЛҠАНБАШ (Р: качели; И.: swings; Т.: tahterevalli) и. этн.
Балалар уйнай торған йәйге уйын (оҙон таҡтаны урта төшөнән бүрәнәгә арҡыры һалалар ҙа, ике яҡ башына ултырып ҡалҡыналар). □ Качели (в виде доски, положенной посередине на упор). Ҡалҡанбаш уйнау. Ҡалҡанбаш эйеү. Ҡалҡанбаш яһау.
ҠАЛҠАН БИҘЕ (Р: щитовидная железа; И.: thyroid gland; T.: kalkanbezi) и. анат.
Умыртҡалыларҙың йод гормондарын һаҡлаусы һәм бүлеп сығарыусы эндокрин биҙҙәре. □ Щитовидная железа. Ҡалҡан биҙе ауырыуы. Ҡалҡан биҙе шеше. ■ һыуыҡтар башланыр алдынан организмығыҙҙы ҡышҡа әҙерләп алығыҙ: беренсе сиратта ҡалҡан биҙенә иғтибарҙы арттырығыҙ, йодҡа бай үлән — йондоҙаҡ (мокрица), грек сәтләүеге ҡабығының аралыҡтарынан төнәтмә әсегеҙ. «Йүрүҙән», 15 декабрь 2011.
ҠАЛҠАНЛАТЫУ (ҡалҡанлат-) (Р: качать что', И.: sway, swing; T.: sallamak) ҡ.
Баш-башын ҡалҡытып-төшөрөп ҡуҙғатыу. □ Качать, раскачивать, расшатывать что. Иҙәнде ҡалҡанлатыу.
ҠАЛҠАНЛАУ (ҡалҡанла-) (Р: раскачиваться; И.: sway; T.: sallanmak) ҡ.
Баш-башы ҡалҡып-төшөп тороу; һелкенеү. □ Раскачиваться. Ҡалҡанлап ятҡан таҡта. Өйҙөң иҙәне ҡалҡанлай. Тупһа таҡтаһы ҡалҡанлай.
142