Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 144


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЛҠЫУ
3. Тулыштырып ҡабартыу, күтәреү.
□ Вздуваться. Күкрәкте ҡалҡытып, йыш-йыш тын алыу. Ҡул мускулдарын ҡалҡытыу.
♦ Бауыр ҡалҡытыу (күтәреү) нығынып, донъя көтөрлөк хәлгә килеү; аяҡҡа баҫыу. □ Становиться на ноги. Йәштәрҙең бауыр ҡалҡытып килгән сағы. Баш ҡалҡытыу 1) шытыу, үҫеп сығыу (үҫемлектәргә ҡарата). □ Расти, подниматься (о растениях). Баҡсала сәскәләр баш ҡалҡыта. ■ Гранит ҡатламдарын тишеп, ҡаҡ ҡаяларҙа сабый ғына үлән ҡыяҡтары баш ҡалҡыта. М. Кәрим; 2) һауығыу, шәбәйеү. □ Выздоравливать. Оҙайлы ауырыуҙан яңы баш ҡалҡытты. ■ Мең дә туғыҙ йөҙ ҙә дүртенсе йылғы яман киҙеүҙән ата-әсәһе, ҡусты-һеңлеләре үлеп бөткәс, ун йәшлек Шәрғиәне һары сиренән баш ҡалҡытыуы менән ҡалаға яҡын ғына нәҫелдәре — бай сауҙагәр Вәлишин йортона аҫраулыҡҡа оҙаталар. Ә. Хәкимов; 3) көс йыйып, күтәрелеү. □ Восставать. Дошманды баш ҡалҡыта алмаҫлыҡ итеү; 4) ниндәйҙер көскә ҡаршы күтәрелеү. □ Восставать. Немец илбаҫарҙарына ҡаршы бөтә ил баш ҡалҡытты.
ҠАЛҠЫУ I (ҡалҡ-) (Р.: подниматься; И.: rise; T.: kalkmak) ҡ.
1. Ятҡан, ултырған ерҙән күтәрелеү.
□ Подниматься, вздыматься. Ятҡан ерҙән ҡалҡып ҡараны. М [Гөлйөҙөм] үҙенең бөтә көсөн йыйып, урынынан ҡалҡты. Һ. Дәүләтшина.
2. Офоҡтан күтәрелеү, сығыу (күк есемдәренә ҡарата). □ Всходить, появляться. // Восход, появление (о светилах, небесных явлениях). Ҡояш ҡалҡты. Йәйғор ҡалҡа. ■ Ҡош юлдары ҡалҡһа күк йөҙөндә, кейек ҡоштар осор төньяҡҡа. Халыҡ ижадынан. Тирә-яғым — төрлө ҡоштар моңо, баш осомда — сүмес-Етегән, уйсан ғына булып, тыйнаҡ ҡына ай ҙа ҡалҡа офоҡ ситенән. Д. Шәрәфетдинов. Таң ҡыйыла, көмөш Сулпан ҡалҡа. Таң көҙгөһө, тиҙәр, Сулпанды. Һылыу һөйөклөһөн уятҡандай, уяталыр наҙ
лап ул таңды. Р. Ғарипов. • Өлкәр ҡалҡһа, ҡолон һөткә, ҡол йоҡоға туя. Мәҡәл.
3. Күренеү; күтәрелеү. □ Всходить, появляться. // Восход, появление. Таң ҡалҡа. Шәфәҡ ҡалҡа.
4. Бейек булып күтәрелеү, бейегерәк кимәлгә килеү. □ Подниматься. Туфан ҡалҡыу. Һыу ҡалҡыу. ■ Аҡбуҙ барған урында, һыу алмаҫлыҡ юл булып, ҙур тау ҡалҡа барған, ти. «Урал батыр». Ваҡ ҡына йылғалар ярҙамында көс йыйған Юрғашты йылғаһы, боҙ ҡатламдарын емереп, юғары ҡалҡты. Я. Хамматов. Ямғыр яуа ла яуа, туфан ҡалҡамы, тип тораһың. 3. Ураҡсин.
5. Тулышып ҡабарыу, беленеп тороу. □ Разбухать, вздуваться. Тамырҙар ҡалҡыу.
6. Тәнгә нимәлер сығыу. □ Высыпать, проступать, появляться, выступать. Ҡаҙ тәне ҡалҡыу. Сабыртма ҡалҡыу. ■ Әҫпе ҡалҡһа, әҫпе үләнен ҡайнатып әсәләр. Экспедиция материалдарынан. [Миҙхәт] .. күлдә кәмә менән йөрөнө, тәненә бәпкә йөнө ҡалҡҡансы һыу инде. Р. Ғабдрахманов.
7. Буйға күтәрелеү; үҫеп сығыу. □ Появиться, расти, развиваться. Үлән ҡалҡыу. Ужым ҡалҡып килә. Мыйыҡ ҡалҡыу. ■ Егет буйға тағы ла ҡалҡа төшкән, яурындары тағы ла киңәйеп киткән, йөҙөн ҡояш эҫеһеме, һуғыш уттарымы, дала елдәреме киҫкән — ҡарағусҡылға әйләнгән. М. Кәрим.
8. Барлыҡҡа килеү, артыу. □ Появляться, расти. • Аҙаматҡа ҡул бирһәң, абруйың ҡалҡыр. Мәҡәл.
9. күсм. Нимәнеңдер бик тиҙ арала барлыҡҡа килеүе. □ Появляться, появиться. Яңы ҡалалар ҡалҡа. Өфөлә матур йорттар ҡалҡа. Иман йорто ҡалҡты. М Аҡбуҙ барған урында, һыу алмаҫлыҡ юл булып, ҙур тау ҡалҡа барған, ти. «Урал батыр». Яйыҡ аръяғындағы майҙанда .. күк көмбәҙе кеүек түңәрәк түбәле башҡорт тирмәләренән ары осло башлы ҡаҙаҡ тирмәләре ҡалҡып сыҡҡан.
3. Ураҡсин.
10. күсм. Хәрәкәткә ҡуҙғалыу, күтәрелеү. □ Подняться на борьбу. Яуға ҡалҡыу. Илбаҫарҙарға ҡаршы ҡалҡыу.
144