Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 146


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЛМАҠ ЙЫУАҺЫ
рода и родовых подразделений катайцев, табынцев, айлинцев). Ҡалмаҡ ырыуына ҡараған башҡорт. Атайым ҡалмаҡ, әсәйем тиләү ырыуынан. Беҙ ҡалмаҡтар араһы булып йөрөйбөҙ.
ҠАЛМАҠ ЙЫУАҺЫ и. бот. диал. ҡар. ҡалмыҡ йыуаһы. Ҡалмаҡ йыуаһы өҙөү.
ҠАЛ М АЛ АУ (ҡалмала-) (Р.: приводить в беспорядочное состояние; И.: make it disorderly; T: bozmak) ҡ. диал.
Алам-Һалам ташлап туҙҙырыу; болартыу. □ Приводить в беспорядочное состояние. Ҡалмалап бөтөү. Ҡалмалап китеү. Ихатаны ҡалмалап бөткән.
ҠАЛМАРЙЫН (Р.: кармазин; И.: bright-red cloth; T.: kırmızı çuha) и. диал.
Юғары сортлы ҡыҙыл буҫтау. □ Кармазин, ярко-алое сукно. Ҡалмарйын сәкмән. ■ Ҡалмарйын да елән кеймәнек. Йырҙан.
ҠАЛ МАТАЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын, мең ырыуҙары араһы. □ Кал матай (родовое подразделение башкир-табынцев, минцев).
ҠАЛМЫҠ (ҡалмығы) (Р: калмык; И.: Kalmyk; T.: Kalmuk) и. этн.
Ҡалмык Республикаһының төп халҡы һәм шул халыҡтың бер кешеһе (монгол телдәренец береһендә һөйләшә). □ Калмык, калмычка. / Калмыцкий. Ҡалмыҡ батыры. Ҡалмыҡ кешеһе. ■ Бер саҡ илгә ҡалмыҡ яуы килгән. Хандыц ҡыҙы, ғәскәр башында тороп, яуға ҡаршы сыҡҡан һәм илде ҡалмыҡтарҙан ҡотҡарған. К. Мәргән. Ҡалмыҡтарҙың да, башҡорттоң «Урал батыр »ы кеүек, милли-мәҙәни ҡомартҡыға, ҡиммәтле мираҫҡа әүерелгән эпостары бар икән. «Йәшлек», 3 июнь 2008.
ҠАЛМЫҠ ЙЫУАҺЫ (Р: лук поникающий; И.: wild onion species; T: manggir) и. бот.
Ашағанда лайлаланып тора торған яҫы ҡыяҡлы йыуа (ҡалҡыу ерҙә үҫә). □ Лук
поникающий; слизун (лат. Allium nutans). Ҡалмыҡ йыуаһын, ҡырҙан күсереп, баҡса шарттарында ла үҫтерергә мөмкин.
ҠАЛМЫҠСА (Р: по-калмыңки; И.: in Kalmyk; T.: Kalmukça) и.
1. Ҡалмыҡ телендә. □ По-калмыңки, на калмыкском языке. Ҡалмыҡса аралашыу. Ҡалмыкса һөйләшеү. ■ Владимирҙың ҡулындағы думбыра, ҡалмыҡса әйткәндә, томур, ағастан эшләнгән һәм ике генә ҡыллы. «Йәшлек», 3 июнь 2008. Һәр хәлдә, Элистала, республиканың баш ҡалаһы булһа ла, ҡалмыҡса яҙылған алтаҡта, ҡалмыҡса һөйләшкән кешене күрмәнем. «Башҡортостан», 5 ғинуар 2012.
2. Ҡалмыҡтар кеүек, ҡалмыҡ халҡына хас. □ По-калмыцки, свойственно калмыкам. Ҡалмыҡса бейеү. Ҡалмыҡса кейенеү.
ҠАЛМЫШ I (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуы араһы. □ Кал мы ш (родовое подразделение башкир-юрматинцев). Ҡалмыш ырыуы егеттәре.
ҠАЛМЫШ II и. диал. ҡар. ҡалдыҡ I, 1. Аҙыҡ ҡалмышы. Етем булдым, ҡалмыш ашап үҫтем.
ҠАЛПАҠ I (ҡалпағы) (Р: колпак; И.: сар; T: külah) и.
1. Ирҙәрҙең тирәсле баш кейеме; эшләпә. □ Колпак, шляпа. Ҡейеҙ ҡалпаҡ, һалам ҡалпаҡ. М һөйәрғол ҡарт, елкәһен һыйпап, башындағы кейеҙ ҡалпағын төҙөткеләп, аҡ һаҡалын һыйпай ҙа, бер аҙ уйланып торғандан һуң, аҡрын, ләкин күңелгә һеңдерә торған ныҡ, тыныс тауыш менән яуап бирә. һ. Дәүләтшина. Ниғмәтулла кейеҙ ҡалпағын башына батырыбыраҡ кейҙе. Я. Хамматов.
2. этн. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яулыҡ аҫтынан маңлайҙы ҡаплап кейә торған тәңкә-мәрйен менән биҙәүле түбәтәй һымағыраҡ баш кейеме. □ Колпак (женский головной убор). Ынйылы ҡалпаҡ. Уҡалы ҡалпаҡ. • Әсҡәпъямал, нурың арта сәсҡап менән,
146