Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 147


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЛТАҒАЙ
ынйы теҙгән кесерәк кенә ҡалпаҡ менән. Ш. Бабич.
3. Төрлө нәмәнең өҫтөнә ҡуйылған киң түңәрәк япма. □ Колпак, колпачок; абажур. Лампа ҡалпағы. Һары ҡалпаҡлы өҫтәл лампаһы.
ҠАЛПАҠ II (ҡалпағы) (Р.: заглушка самовара; И.: choke in a samovar, T: semaver kapağı) и. диал.
Самауыр торбаһын баҫа торған ҡапҡас; түбәсәй. □ Заглушка самовара. Самауыр ҡалпағы. Еҫ сыҡмаһын, самауырҙың ҡалпағын ябып ҡуй.
ҠАЛПАҠ АУЫҘ (Р: большеротый человек; И.: big-mouthed, with a large mouth; T: büyük ağızlı) и. диал.
Ҙур ауыҙлы кеше. □ Большеротый человек. Бына ҡалпаҡ ауыҙ, нимә һөйләп тора.
ҠАЛПАҠЛАУ (ҡалпаҡла-) (Р: накрыть (колпачком)', И.: сар; T: kapamak) ҡ.
Ҡалпаҡ кейҙереү, ҡалпаҡ (I, 3) менән ҡаплау. □ Накрыть (колпачком), покрывать. Шәмде ҡағыҙ менән ҡалпаҡлау.
ҠАЛПАҠСА (Р.: стручок; И.: pod; Т: badıç) и. бот.
Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең орлоҡтарын эсенә йомоп торған оҙонса көп; ҡуҙаҡ. □ Колпачок, стручок. Борсаҡ ҡалпаҡсаһы. Эре ҡалпаҡса.
ҠАЛСАЙ (Р: бодяк полевой; И.: creeping thistle; T: köygöçerten) и. бот. диал.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, һөтлө һуты булған, һары сәскәле ҡый үләне; билсән. □ Бодяк полевой (лат. Cirsium arvense). Ҡалсай йолҡоу. Ҡалсай сәскәһе.
ҠАЛСАЙ ҮЛӘНЕ (Р: василёк луговой; И.: brown knapweed; T: kahverengi peygamber çiçeği) и. бот. диал.
Туғай зәңгәре. □ Василёк луговой (лат. Centaurea jacea). Ҡалсай үләнен йыйыу. Балалар экскурсиянан ҡалсай үләне йыйып алып ҡайтҡан.
ҠАЛСАЙЫУ (ҡалсай-, ҡалсая) ҡ. диал. ҡар. ҡалтайыу. Эшләпә ҡалсайған.
ҠАЛТА (Р: кожаный мешочек; И.: small leather bag; T: küçük deri torba) и.
1. Ауыҙы бөрмәле күн моҡсай. □ Кожаный мешочек (со сборками на горлышке). Я Биргән урамалды, ҡомартҡы итеп, ҡалтағыҙҙа бергә тотоғоҙ, һай, йәнкәйем, хәтерләрһеҙ нәҙекәй билкәйең. Халыҡ ижадынан. Бөрйәндәрҙең булыр, ай, ҡалтаһы, ҡалтаһында булыр ҙа саҡмаһы. Экспедиция материалдарынан.
2. диал. Билгә тағылған аҡса янсығы. □ Мошна, кошелёк. ■ Атта йәнфарман сабып килешләй шул таҡтаны үтә атҡан уҡсыға бүләк итеп көмөш уҡа менән ҡайылған, хаҡы ун биш һарыҡлыҡ ҡалта бирелергә тейеш. Әкиәттән. Димсе диңгеҙ кистерә, ҡалта бауын систерә. Балдыҙҡайым кеүек кәләш көтөп йөрәк һикерә. Й. Солтанов.
3. диал. Әйбер һалыу өсөн кейемгә ҡуша тегелгән моҡсай рәүешендәге нәмә; кеҫә. □ Карман. Ҡалтаһы ҡалын икән. ■ Артыҡ ҡалта текмәҫкә, ил ынйыһын йәшереп, ергә күмеп ҡуймаҫҡа. «Урал батыр». Ҡулдарын ҡалталарына һалып йөрөйҙәр. Экспедиция материалдарынан.
4. диал. Билгә тағып йөрөмәле ҡоралдың һауыты; ҡын. □ Ножны. Н Атҡан уғы батырҙың үтә сыға таҡтанан, ир-егетлек күрһәтеп, бәйгегә ала ҡалтаны. Әкиәттән. Ғүмәровтан ҡалған алмас ҡылыс ҡалталарын майлап кем тағыр? Халыҡ йырынан.
ҠАЛТАҒАЙ (Р: широкие охотничьи лыжи; И.: wide hunter’s skis; T: avcı kayağı) и.
1. Табанына тире ҡағылған ҡыҫҡа ғына яҫы һунар саңғыһы. □ Широкие охотничьи лыжи, обитые шкурой. ■ Ҡалтағайҙы ҡайындан киң итеп сабып эшләйҙәр. Аҫтына йә ҡоралай, йә быҙау тиреһе ҡаҙаҡлайҙар. Н. Мусин. Беҙҙең ҡалтағайҙар шәп, шартына килтереп, кипкән сағандан эшләнгән улар. Ә һунарсыларҙыҡы бөтөнләй таң ҡалдырырлыҡ: яҫы ла, ныҡ та, өҫтәүенә, тире менән ҡапланған. «Йәшлек», 25 ғинуар 2011.
2. диал. Саңғы. □ Лыжи. ■ Аттар менән бер нисә тау артылғас, ҡалтағай кейеп, Хәсән аҡһаҡал үҙе генә белә торған һуҡ
147