ҠАЛТАЙТЫУ
маҡҡа төшә. Ә. Вахитов, һынды бит ҡалтағайым аҙна элек кенә, яңыһын эшләтергә өлгөрмәнем. Г. Яҡупова.
ҠАЛТАЙТЫУ (ҡалтайт ) ҡ. йөкм. ҡар. ҡалтайыу, понуд. от ҡалтайыу. ■ Ҡайһы бер алабарман кеше, ситкә һуҡҡылап, салғыһының йөҙөн ҡалтайта ла, унан, утмәй тип, салғыһын яманлай. Н. Мусин.
ҠАЛТАЙЫУ (ҡалтай-, ҡалтая) (Р.: коробиться; И.: warp; T.: çarpılmak) ҡ.
Тигеҙлеген, төҙлөгөн юғалтып, салыш-солош ҡыйшайыу, кәкрәйеү. □ Коробиться, искривляться, выгибаться, перекоситься. Мискәнең төбө ҡалтайған. Ҡалтайған ишек. ■ Теҙелеп торған һалдаттар, ер ҡалтайып, ауышып, артҡа табан китеп барған кеуек булдылар. Д. Юлтый. Үткерләп бөткәс, Кәбир, тәҙрә яҡтыһына ҡуйып, бысҡыһын ҡараны, тышҡараҡ ҡалтайып торған тештәрен балта төйҙәһе менән тигеҙләп һуҡты. Н. Мусин.
ҠАЛТАЙЫШЫУ (ҡалтайыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡалтайыу, взаимн. от ҡалтайыу. Ҡалтайышып бөткән таҡталар. Тәҙрә рамдары ҡалтайышҡан. ■ [Оло һәм Бәләкәй Ҡалтаташ тауҙарының] атамаһы ҡая таштарының ургә ҡарай төрлөсә ҡалтайышып, сәйер формала һерәйеп тороуына бәйле. Картотека фондынан.
ҠАЛТАҠ с. диал. ҡар. меҫкен I. • Ир көнләшмәгән — ишәк, ҡатын көнләшмәгән — ҡалтаҡ. Мәҡәл.
ҠАЛТАН (Р: проворный; И.: nimble; Т: çevik) с. диал.
Эш-хәрәкәткә етеҙ; тилбер. □ Проворный, расторопный. ■ Миңә ҡарап куптәр аптыраны, тыйнаҡмын да, ҡалтан, тинеләр. Т. Йосопов. • Бай булһаң, балпан бул, ярлы булһаң, ҡалтан бул. Мәҡәл.
ҠАЛТАНЛАУ (ҡалтанла-) (Р: качаться; И.: sway; T.: sallanmak) ҡ.
1. Бәүелеү, ҡалт-ҡолт итеү. □ Качаться, шататься. Ҡалтанлап ятҡан таҡта. Иҙән таҡтаһы ҡалтанлап ята.
2. кусм. Өтәләнеп, ары-бире һуғылғылау; ҡалбырлау. □ Суетиться. Ҡалтанлай башла
ны. Алыҫтан ҡунаҡ килеп төшкәс, хужабикә өтәләнеп ҡалтанлай башланы.
ҠАЛТА ӨМӘҺЕ (Р: денежная помощь; И.: monetary aid; T.: para yardımı) и. этн.
Аҡса ярҙамы. □ Денежная помощь. Ҡалта өмәһе ойоштороу. Элек ауылдарҙа ҡалта өмәһе булып торған.
ҠАЛТ-ҠОЛТ (Р: подражание звуку качания; И.: sound imitative word; T: sallanma sesi) оҡш.
Баш-башы ҡалҡып-төшөп, һелкенеп ятҡанды белдергән һүҙ. □ Подражание звуку качания. Ҡалт-ҡолт итеу. Иҙән таҡтаһы ҡалт-ҡолт итеп ята.
ҠАЛТЫЛДАУ (ҡалтылда-) ҡ. ҡар. ҡал-танлау 1. Иҙән таҡталары ҡалтылдай.
ҠАЛТЫР (Р: дрожащий; И.: trembling; T: titrek) с.
Ҡалтырап торған, ҡурҡаҡ. □ Дрожащий, трепещущий. ■ Батырҙа ла йөрәк була, ҡалтырҙа ла йөрәк була; батырҙа ул — мең ғумерлек, ә ҡурҡаҡта — мең улерлек. В. Йәнбәков.
ҠАЛТЫРАҠ БӘШМӘК (бәшмәге) (Р: гриб-дрожалка; И.: fungus species; T.: bir tür mantar) и. биол.
Ағастарҙың ҡороған ботаҡтарында үҫкән аҡһыл ал төҫтәге дерелдәк бәшмәк. □ Гриб-дрожалка (лат. Tremella encephala). Ҡалты-раҡ бәшмәк ылыҫлы ағастарҙа уҫә.
ҠАЛТЫРАНЫУ (ҡалтыран-) ҡ. ҡайт. ҡар. ҡалтырау, возвр. от ҡалтырау. Ҡалтырана башлау. ■ Мин, кумәк ҡуйҙар араһындағы бер кәзә һымаҡ, ҡалтыранып, ҡурҡып торам. Д. Юлтый. Хисмәтулла йылыныу теләге менән һикеренде. Уның да ярҙамы теймәне. Тәне ҡалтыранды. Я. Хамматов. Бая ярһыуынан ҡалтыранып тартырға сығып киткән һалдатты ныҡ йәлләгәйне ҡатын. Г. Ғиззәтуллина. Яҡуп рогатканы алып, ҡалтырана-ҡалтырана, салбар кеҫәһенә тыҡты. М. Кәрим.
ҠАЛТЫРАТЫУ (ҡалтырат-) (Р: трясти; И.: shake; T.: silkelemek) ҡ.
1. Дер-дер һелкетеү, дерелдәтеү. □ Трясти. Иренде ҡалтыратыу. ■ Клавдия ла башта беҙгә ҡушылып, арыҡ кәуҙәһен ҡал
148