ҠАЛТЫР-ҠОЛТОР
тыратып, мыртылдап көлөп маташты. Д. Юлтый. • Яҙғы ямғыр ялтыратыр, көҙгө ямғыр ҡалтыратыр. Мәҡәл.
2. кусм. Ҡурҡыу хәленә төшөрөү, ҡурҡытыу. □ Доводить до дрожи, вынуждать дрожать, приводить в трепет. Дошманды ҡалтыратыу. Халыҡты ҡалтыратыу. ■ Гольцов менән булған хәл куптәрҙе ҡалтыратты. Я. Хамматов.
3. эйһ. ф. ҡар. ҡалтырау, безл. от ҡалтырау. Ауырыу ҡалтырата. Ҡисерештәр ҡалтырата.
ҠАЛТЫРАУ (ҡалтыра-) (Р.: дрожать; И.: tremble; T.: titremek) ҡ.
1. Еңелсә һелкенеү, дерелдәү. □ Дрожать, трястись. // Дрожь, тряска, һыуыҡ елдән ҡалтырау. Өшөп, ҡалтырай башланым. ■ Уҫаҡ япраҡтары шаулай ҙа елгә ҡалтырай. Ш. Бабич. [Эшселәрҙең] арыуҙан быуындары ҡалтыраны. Ә эшләнәсәк эштең осо-ҡырыйы һаман куренмәй. Я. Хамматов. Мөхәмәтша, төҫө ағарып, уҡшый, тәне әллә өшәнеуҙән, әллә ҡурҡыуҙан ҡалтырай башланы. «Ағиҙел», № 7, 2010. • Ҡупшы өшөмәҫ, ҡалтырар. Мәҡәл.
2. кусм. Ныҡ ҡурҡыу. □ Испугаться, дрожать. Ҡалтырап төшөу. һәр тауыштан һиҫкәнеп, ҡалтырап төшә. ■ [Сөләймән] был Хоҙай ни бирә инде тигәндәй, эстән генә доға уҡып, дер ҡалтырап торҙо. 3. Ураҡсин. • Дошман тыштан ялтырар, эстән ҡалтырар. Мәҡәл. Ҡыҙ ҡунаҡҡа ҡайтһа, сыуал артындағы һепертке ҡалтырап торор. Мәҡәл.
3. Өҙөлөп-өҙөлөп дерелдәү (тауышҡа ҡарата). □ Дрожать, вибрировать (о звуке). Тауыш ҡалтырау. ■ «Гәлимде айыу туҡмап ташлаған», — Мәлифә инәйҙең, йәш ирҙе йәлләп, тауышы ҡалтырап китте. «Йәшлек», 28 август 2010.
ҠАЛТЫРАУЛЫ с. ҡар. ҡалтырауыҡлы. Ҡалтыраулы тауыш.
ҠАЛТЫРАУЫҠ I (ҡалтырауығы) (Р.: дрожь; И.: shiver; T.: titreme) и.
Дер ҡалтыраған хәл, хәрәкәт. □ Дрожь. Ҡалтырауыҡ тота. Тәнде ҡалтырауыҡ алды. ■ Өс ай тигәндә, Гәрәйҙең ҡулдары ҡал -
тырауыҡҡа әйләнде, зиһене ысындан да таралды. Б. Бикбай.
ҠАЛТЫРАУЫҠ II (ҡалтырауығы) (Р: студень; И.: jellied minced meat; T.: paça dondurması) и. диал.
Эре малдың баш-тояғын өтөп, таҙартып йыуып, оҙаҡ (ете-һигеҙ сәғәт) ҡайнатҡандан һуң, итен һөйәгенән айырып, ваҡлап турап, һыуытылған ашамлыҡ; ҡойҡа; дерелдәк.
□ Студень, холодец. Ҡалтырауыҡ әҙер-ләу. Ҡалтырауыҡты һыуытыу, һөйәктәрҙе нығытыу өсөн мотлаҡ ҡалтырауыҡ ашарға кәрәк.
ҠАЛТЫРАУЫҠ III (ҡалтырауығы) (Р.: журавль колодца; И.: sweep of a well; T.: kuyu çıkrığı) и. диал.
Ҡоҙоҡтоң һыу күтәртә торған оҙон һайғауы; ҡоҙоҡ һиртмәһе. □ Журавль колодца. Ҡалтырауыҡты яңыртыу. Ауыл урамдарын элек ҡоҙоҡ ҡалтырауыҡтары биҙәр ине.
ҠАЛТЫРАУЫҠ IV (Р: дрожащий; И.: trembling; T: titrek) с.
Ҡалтырап торған, ҡалтырап тороусан.
□ Дрожащий, трясущийся, тряский. ■ Новиков ҡалтырауыҡ тауыш менән .. [һуҙен] дауам итте. Д. Юлтый.
ҠАЛТЫРАУЫҠЛЫ (Р: дрожащий; И.: trembling; T: titrek) с.
Ҡалтырап торған, тигеҙһеҙ. □ Дрожащий. Ҡалтырауыҡлы тауыш менән йырлау. Ҡалтырауыҡлы тауыш менән һораны. ■ [Төйлөгән] көслө генә ҡалтырауыҡлы һыҙғыра.
Э. Ишбирҙин. Олоғайып барған Егорға был ҡыҙҙың утә тыйнаҡ хәрәкәттәре, тауы-шындағы ҡалтырауыҡлы бер нескәлеге бик оҡшай. 3. Ураҡсин.
ҠАЛТЫРАШЫУ (ҡалтыраш-) ҡ. урт. ҡар. ҡалтырау, взаимн. от ҡалтырау, һыуыҡтан ҡалтырашыу. Ҡурҡышыбыҙҙан ҡалтырашып, илап ебәрҙек. Н Ул [Әхтәм] аръяҡҡа сығып, взвод янына барып еткәндә, автоматсылар, дер-дер ҡалтырашып, ураулы ҡоралдарын hymen ултыра ине. Ә. Хәкимов.
ҠАЛТЫР-ҠОЛТОР I (Р: подражание громыханию, перестуку; И.: rumbling sound; T.: gümbür) оҡш.
149