ҠАЛЫМСЫ
Уҡалы ҡалпаҡ. □ Колпак с позументом. Ҡалфаҡ тегеу. Ҡалфаҡ буләк итеу. Ынйылы ҡалфаҡ. ■ Бер-ике бит китеу менән ук [Ғимайҙың] куҙҙәре маңлайына бәләкәй генә ҡалфаҡ ултыртҡан бер ҡыҙ һурәтенә туҡталдылар. И. Насыри.
ҠАЛЪЯ (Р.: кусок жирного мяса; И.: piece of fat meat; T.: bir lokma yağlı et) и.
1. Бешкән иттең тәмле, майлы киҫәге. □ Кусок жирного мяса. Ҡалъя өмөт итеу. Ҡалъя ашау. М Буләкән турә, һикереп тороп, уҙе усаҡ яҡты, сәй ҡайнатып алды. Батырҙарын уятып, кистән ҡалған ит ҡалъяларын берәм-берәм һоғондороп сыҡты ла егеттәренең сәй эсеуен туҙемһеҙлек менән куҙәтеп торҙо. К. Мәргән. • Ҡапҡан һайын ҡалъя булмай. Мәҡәл. Һурпа теймәҫ ерҙән ҡалъя өмөт итмә. Мәҡәл.
2. кусм. Ниҙәндер килгән файҙа (аҡса, мал, өлөш һ. б.). □ Выгода, барыш. ■ Ҡунаҡтар ниндәй ҙә булһа хәбәр (әлбиттә, ыңғай) алып ҡайтырға өмөт итәләр, ә Шаҡман уҙе өсөн отошлораҡ ҡалъя эләктереп ҡалырға тырышты, һуҙҙе ошо ерҙә һөҙөмтәһеҙ өҙмәҫ өсөн, ул ашнаҡсыларҙы ҡабат саҡырырға мәжбур булды. К. Мәргән. • Донъя — даръя, ғумер — ҡалъя. Мәҡәл.
ҠАЛЪЯЙЫУ (ҡалъяй-) ҡ. диал. ҡар. ҡалтайыу. Сите ҡалъяйған эшләпә.
ҠАЛЪЯН I (Р.: колчан; И.: quiver; T.: okluk) и.
Уҡ һалып, арҡаға аҫып йөрөй торған һауыт. □ Колчан. Уҡ тулы ҡалъян. Ҡалъян тағыу. ■ Йәреш ҡарт [Бикйәнгә] бер ҡалъян һаҙаҡ бирергә булды. Әкиәттән. Зөһрә, ултырған еренән тора һалып, көмөш менән семәрләнгән ҡалъянын, һабы фирузә таштар менән биҙәлгән ҡылысын килтереп курһәтә. «Алдар менән Зөһрә». Икенсе буләкте алған Сураман батырға затлы ҡалъян менән әҙернә йәйә, уҡ-һаҙаҡ, аҫыл ебәк тауарҙар тейә. Ғ. Хөсәйенов.
ҠАЛЪЯН II [фарс. ûU5] и. ҡар. кальян. Ҡалъян тартыу. Ҡалъяндың зарары.
Көнсығыш илдәренән килеп ингән ҡалъян беҙҙә бик популяр булып китте.
ҠАЛЫЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan subdivisions; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын башҡорттарының аймаҡ, ара исеме. □ Калый (название одного из родовых подразделений башкир-табынцев). Ҡалый-ҙар килделәр. Ҡалый аймағы.
ҠАЛЫЙЫУ (ҡалый-, ҡалыя) ҡ. диал. ҡар. кәйелеү. Сана ҡолыйып китте.
ҠАЛЫМ I и. этн. диал. ҡар. ҡалын I, II. Ҡалым һорау. Ҡалым алыу. Ҡалым ашарға барабыҙ. ■ [Һыу батшаһы:] Һин, Заятуләк, атайың ҡалымһыҙ бирҙе тип, ҡыҙымдан көләһе булма. «Заятүләк менән һыуһылыу». Ҡалым әпкиләләр: бер ат, бер кәзә, шаршау, һиңә кейәу төлкө туны бирәм тигән, һуғымға, атыбыҙ урынына һыйыр, илле тәңкә аҡса бирәбеҙ, тигән [Хажисол-тан бай]. Я. Хамматов. Хәҙер ҡалымдың формаһы уҙгәргән, купселектә ул ике яҡлап бирелгән мал (буләк) төҫөн алған. К. Мәргән. [Бикйән] йәйләуҙән йәйләугә йөрөп, туй менән ҡалымдарҙа ҡурай уйнап, куҙгә-башҡа куренә башланы. К. Мәргән. • Ҡалым малы — ҡар һыуы. Мәҡәл. Ҡыҙыңа тиң кейәу килһә, ҡалым алма, тиген бир. Мәҡәл.
ҠАЛЫМ II (Р: калым; И.: extra job; T: ek iş) и. кусм.
Төп эштән тыш өҫтәмә килем алыр өсөн башҡарылған хеҙмәт. □ Калым, подработка. Ҡалым һуғыу. Ҡалым эшләу. Төшөмлө ҡалым. Ҡалымда йөрөу.
ҠАЛЫМБАШ и. этн. диал. ҡар. таянсыҡ мал. Ҡалымбаш алыу.
ҠАЛЫМ МАЛЫ и. ҡар. ҡалым I. • Ҡыҙ упкәсел булһа, ҡалым малы куп була. Мәҡәл.
ҠАЛЫМСЫ (Р: калымщик; И.: person doing extra job; T: ek iş yapan kimse) u.
Ҡалым (II) эшләүсе, ҡалымға (II) йөрөүсе. □ Калымщик. Ҡалымсыға туләу. • Ҡалымсының эше — аҡ бәрәстең теше. Әйтем.
151