ҠАЛЫМ ҺУҒЫУ
ҠАЛЫМ ҺУҒЫУ (ҡалым һуҡ-) (Р.: калымить; И.: do extra job; T.: ek iş yapmak) ҡ. һөйл.
Ҡалымға (II) йөрөү. □ Калымить. Эштән һуң ҡалым һуғыу.
ҠАЛЫН I (Р.: калым; И.: bride price, bridewealth; T.: kaim) и. этн.
1. Егет яғынан ҡыҙ өсөн бирелгән мал. □ Калым (выкуп за невесту в виде ско -та, подарков). ■ Мин ҡалынға һатылмам, егете ир булмаһа, ҡуйынына һарылмам, һөйөүҙә йор булмаһа. Халыҡ ижадынан.
2. Кейәү яғында үткәрелгән туй. □ Свадебный обряд в доме жениха. Ҡалын үткәреү. Ҡалын оҙатыу. ■ Ҡалынға килгән ҡоҙалар оҙатылдылар. Ҡалын үткәс, ауылдың күп кешеләре кәсепкә киттеләр. Д. Юлтый.
ҠАЛЫН II и. диал. ҡар. бирнә 1.
ҠАЛЫН III (Р: толстый; И.: thick; Т.: kalın) с.
1. Арҡыры киҫеме, аҫҡы йөҙө менән өҫкө йөҙөнөң араһы сағыштырмаса ҙур; киреһе — йоҡа. □ Толстый (о плоских предметах). Ҡалын боҙ. Ҡалын таҡта. Ҡалын китап. Ҡалын телем. ■ Быялалары ҡалын булып туңғанлыҡтан, тәҙрә аша бер нәмә лә күренмәй, тик туҡтауһыҙ үтеүсе составтарҙың тәгәрмәстәре туҡылдауы, паровоздар үкереүе генә ишетелә. М. Ғиләжев. • Ҡабыҡ ҡалын булһа ла, хаҡы бер тин. Мәҡәл.
2. Тулышып торған; итләс, йыуан. □ Толстый, крупный, мясистый (отеле, о частях тела). Ҡалын егет. Ҡалын кәүҙә. ■ Эргәһендә киң яурынлы, ҡалын елкәле, таҙалығы тышына бөркөлгән мыҡты егет — Ғиндулла ла йүнәтә үҙ сәскесен. Й. Солтанов.
3. Тығыҙ, күп булып үҫкән; ҡуйы. □ Густой, частый. Ҡалын бесән. Ҡалын сәс. Ҡалын үлән. ■ Борон-борон заманда, ҡалын ҡара урманда йәшәгән, ти, Ерәнбикә исемле бер хәйләкәр төлкө. Әкиәттән. Тауҙар элекке, әммә битләүҙәрендәге ҡалын ағастар аяуһыҙ ҡырҡылған, һырттар ялтас булып ята. Т. Ғиниәтуллин. Алыҫта ҡалын ур
ман ҡарайып күренә, урман артында һөҙәк тау һырттары һуҙылып киткән, йылға ла шул тирәләлер — хәлһеҙ генә иҫкән ел дым бөркә. Ә. Әминев.
4. Тоноҡ, түбән яңғырашлы (тауышҡа ҡарата). □ Низкий, густой (о голосе, звуках). ■ Бына бер саҡ бығаса бер ҡасан да ишетелмәгән шундай саф, йәш, көслө, беҙҙә һирәк була торған ҡалын тауыш яңғырап китә. «Бас» тип йөрөтәләр, шикелле, ул тауышты. 3. Биишева.
5. күсм. һөйл. Етеш тормошло; хәлле, бай. □ Зажиточный, с достатком. Хужалыҡтары ҡалын. • Ҡалын ырыуҙа ҡараҡ бар. Мәҡәл. Мир елкәһе ҡалын. Мәҡәл.
6. күсм. Күп һанлы, күмәк. □ Многочисленный. Ҡалын нәҫел. Ҡалын ырыу.
7. типогр. Йыуан. □ Жирный. Ҡалын хәреф. Ҡалын шрифт.
ҠАЛЫН IV (Р: толсто; И.: thickly; Т: kalın) р.
1. Ҡатлы итеп, өҫтө-өҫтөнә. □ Толсто. Ҡалын кейенеү. Ҡалын итеп урау.
2. күсм. һөйл. Хәлле, бай. □ Зажиточно, в достатке. Ҡүршеләр ҡалын йәшәй.
ҠАЛЫНАЙТЫУ (ҡалынайт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡалынайыу, понуд. от ҡалынайыу. Тауышты ҡалынайтыу. Хужалыҡты ҡалынайтыу.
ҠАЛЫН АЙЫРЫУ БИЛДӘҺЕ (Р: твёрдый разделительный знак; И.: yer (the hard sign); T: kalınlaştırma işareti) и. лингв.
Башҡорт алфавитында он мәғәнәһе булмаған, тик айырыу билдәһе итеп ҡулланылған утыҙ алтынсы хәреф, билдәһе [ъ]; ҡатылыҡ билдәһе. □ Твёрдый разделительный знак. Ҡушма һүҙҙәрҙә ҡалын айырыу билдәһенең яҙылышы. Ҡалын айырыу билдәһенең функцияһы.
ҠАЛЫНАЙЫУ (ҡалынай-, ҡалыная) (Р: утолщаться; И.: thicken; T: kalınlaşmak) ҡ.
1. Йоҡанан ҡалынға әйләнеү. □ Утолщаться, становиться толще. Ҡар ҡалынайған. Боҙ ҡалынайған. Гәзит ҡалынайған. ■ Яңы йылға тиклем үк яуаплы коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре тарафынан ҡалынайып киткән
152