Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 153


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЛЫНЛЫҠ
боҙ йырылған һәм урамдағы юл аша торба һалынып, һыу ағымына йүнәлеш бирелгән. «Һаҡмар», 20 ғинуар 2012. Ғүмер йомғағы ҡалынайған һайын, һүҙҙең осо тәрәнгәрәк йәшеренә икән. Т. Ғарипова.
2. Ҡаҡсанан итләс, йыуанға әйләнеү (кеше тураһында). □ Толстеть, полнеть. Ҡалынайып киткән. ■ Тимашев Алтын-байҙың ҡалынайып килгән яурынын оло кешеләрсә ҡағып ҡуйҙы. 3. Ураҡсин. Ул [Алдарбай ] хәҙер кәүҙәгә тағы ла ҡалынайып, хәрәкәттәре һәлмәкләнеп киткән. Н. Мусин.
3. Һирәктән ҡуйыға әйләнеү. □ Становиться густым, частым. Баланың сәсе ҡалынайған. Үлән ҡалынайған. ■ Болоттар һаман ҡуйыра, ҡалыная бара. Н. Мусин.
4. Нәҙектән ҡалынға, түбән яңғырашлыға әйләнеү (тауышҡа ҡарата). □ Становиться низким, густым (о голосе, звуке). Тауышы ҡалынайған. ■ Буйсанланып егет ҡорона инеп барған, танау аҫтына ҡара һыҙыҡ йүгереп, тауышы ҡалынайып киткән өлкән малайы ғәрлегенән, асыуынан, тетрәнеүенән тышҡа атылып сыҡҡан йәштәрен ҡул һыртына йәшерҙе. М. Ҡаһарманова.
5. күсм. һөйл. Хәлләнеү, байығыу. □ Становиться состоятельным, богатым. Хужалығы ҡалынайыу. Кеҫәһе ҡалынайған.
♦ Тире ҡалынайыу {йәки ҡалын тиреле) бошмаҫҡа әйләнеү. □ Стать бесчувственным, неотзывчивым, доел. Толстокожий. ■ Элекке дүрт уҡытыусы бында күп йылдар уҡытып, тиреләре ҡалынайып бөткән. Ә. Вахитов.
ҠАЛЫН АЛЫУ (ҡалын ал-) (Р.: принимать, брать калым; И.: receive dowry; T: başlık parası almak) ҡ. этн.
Егет яғынан бирелгән малды, бүләкте ҡабул итеү. □ Принимать калым, подарок жениха. ■ Ҡалын алам, тиһәгеҙ, ете ырыу илем бар; Маҡтымға тирмә, тиһәгеҙ, һигеҙ ап-аҡ тирмәм бар. Халыҡ ижадынан. Ҡалын алыуҙары һеҙҙәндер, ҡалын биреүҙәре беҙҙәндер. Көрәгәләр йырлап, беҙ ябабыҙ, йырлап алыуҙары һеҙҙәндер.
Йырҙан. • Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалын алма. Мәҡәл.
ҠАЛЫН АТҠАРЫУ (ҡалын атҡар-) (Р.: вносить калым; И.: feast after giving bridewealth; T: düğün âdeti) ҡ. этн.
Ҡалын биреп, егет яғында туй үткәреү.
□ Вносить калым. // Внесение калыма (свадьба, пиршество в доме жениха по поводу внесения калыма). Ҡалын атҡарыу йолаһы. ■ Ҡалын атҡарыу өсөн [егеттең атаһы] сит ауылдың бер нисә хәллерәк кешеһен, туғандарын ҡунаҡҡа саҡыра. Халыҡ ижадынан.
ҠАЛЫН БИРЕҮ (ҡалын бир-) (Р: давать калым; И.: offer bridewealth; T: kalın vermek) ҡ. этн.
Ҡалын малы оҙатыу. □ Давать калым.
■ Егет атаһы, бөтә ауылды саҡырып, ҡалын биреүен белдерә. Экспедиция материалдарынан.
ҠАЛЫН ҠАЙТАРЫУ (ҡалын ҡайтар-) ҡ. этн. ҡар. ҡалын атҡарыу. ■ Шаһбал улына кәләш әйттергәйне. Октябрь байрамында туйҙары булды, хәҙер ҡалын ҡайтарырға килгәндәр. Р. Солтангәрәев.
ҠАЛЫН ҠОЙРОҠ (ҡойроғо) и. бот. диал. ҡар. атҡолаҡ. Ҡалын ҡойроҡ үҫә. Ҡалын ҡойроҡ ашау.
ҠАЛЫНЛАУ (ҡалынла-) (Р: давать калым; И.: offer bridewealth; T: kalın vermek) ҡ. этн.
Ҡалын (I, 1) биреү. □ Давать калым.
■ Башлы-күҙле булырға инде ваҡыт та етте, тик һис байлығыбыҙ юҡ ҡалынлап ҡыҙ алырлыҡ. 3. Биишева.
ҠАЛЫНЛЫҠ (ҡалынлығы) (Р: толщина; И.: thickness; T.: kalınlık) и.
1. Нәмәнең ике яҡ йөҙөнөң араһы.
□ Толщина. Таҡтаның ҡалынлығы ике иле.
■ Оло урамға ҡараған был эре-эре биш тәҙрәнең мөйөшләп, түңәрәкләп, төрлө формаларҙа матурлап эшләнгән эре рамдары бер иле ҡалынлыҡ быялалар менән күҙләнгән, уның өҫтөнә эстән ап-аҡ селтәр ҡорғандар ҡоролған. Һ. Дәүләтшина. • Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлыҡ булһа ла, ышанма. Әйтем.
153