ҠАЛЫН МАЛЫ
2. Ҡуйылыҡ. □ Густота. Сәстең ҡалынлығы. Бесәндең ҡалынлығы.
ҠАЛЫН МАЛЫ (Р.: выкуп за невесту; И.: dowry in kind; T.: başlık parası) и. диал.
Никах ваҡытында егет яғынан ҡыҙ яғына бирелә торған мал; ҡалын; мәһәр. □ Выкуп за невесту. Ҡалын малы биреу. Ҡалын малы оҙатыу. Н Ҡалын малы һайлап бөткәс, егеттең атаһы мал алыусыларға яғалы тун яба. Халыҡ ижадынан.
ҠАЛЫНМОРОН ТУРҒАЙ и. зоол. диал. ҡар. балғабаш. Ҡалынморон турғайҙы сукешбаш тип тә йөрөтәләр.
ҠАЛЫН ТАРТЫУ (ҡалын тарт ) (Р.: просить выкуп за невесту; И.: ask for dowry; T.: başlık parası sormak) ҡ. диал.
Килен өсөн мәһәр һорау. □ Просить выкуп за невесту. Ҡалын тартыу йолаһы. ■ Яусының ауыҙына тәңкә ҡаптырғас, ул ҡалын тартып ҡайтыуын һөйләй. Экспедиция материалдарынан.
ҠАЛЫНТУЙ (Р: свадебный обряд, проводимый на стороне жениха; И.: kind of wedding ritual; T.: damat evinde düzenlenen düğün) и. этн.
Егет яғындағы туй. □ Калынтуй (свадебный обряд, проводимый на стороне жениха). Ҡалынтуй уткәреу. Ҡалынтуйға саҡырыу. ■ Ҡалынтуйға барыр алдынан ҡыҙ яғынан кейәу яғына йорт курергә киләләр. Быныһы йорт куреу йолаһы була. Халыҡ ижадынан.
ҠАЛЫН ШӘЛ (Р: большая шерстяная шаль; И.: large woolen shawl; T.: İskoç şah) и.
Ҡышын кейем өҫтөнән ябына торған һуҡҡан ҙур йылы шәл. □ Большая шерстяная шаль; плед. Ҡалын шәл ябыныу. М Ул, [Айбикә] уҙе лә һиҙмәй, яурынына һалған ҡалын кук шәлен, тиҙ генә тартып төшөрөп, ҡулына алды. һ. Дәүләтшина. [Өләсәйем] у лер алдынан һандыҡ эсендәге «байлыҡтарын» беҙгә таратты: инәйемә, әсәйемә, Рәғиҙә менән миңә. Аҡ кешмир шәлде әсәйем алды, суҡлы ҡалын шәл инәйемдә ҡалды. «Шоңҡар», № 9, 2011.
ҠАЛЫП I (ҡалыбы) [ғәр. (Р: колодка; И.: block, plug; T.: kahp) и.
1. Нәмәне бер рәүешкә һалып, күпләп эшләү өсөн ҡулланылған ҡорамал.
□ Колодка; изложница, форма, шаблон; штамп. Быйма ҡалыбы. Итек ҡалыбы. Кирбес ҡалыбы. Кирбесте ҡалып менән һуғыу. ■ [Сәйфетдин] ҡалыпҡа кейҙергән иҫке сабатаһының табанынан уткәргән ҡаты йукәне иң буйы тартып, сыбайкаһының һабы менән ҡалыпты туҡылдатты. Я. Хамматов.
2. кусм. Эште бер рәүешкә ҡороу өсөн билдәләнгән тәртип; үлсәм. □ Лад, порядок. Ҡалыпҡа яраҡлашыу. Эште яңы ҡалыпҡа ҡороу. Бер ҡалып кешеләре.
3. әҙ. Әҙәби әҫәрҙең үҙенсәлеген билдәләй торған алымдар системаһы. □ Литературная форма. Шиғри ҡалып.
♦ <Бер> ҡалыпҡа һалыу эштең асылын иҫәпкә алмай, бөтәһен бер күҙлектән сығып баһалау. □ соотв. Стричь под одну гребёнку; подгонять под один колер; ставить на одну доску кого с кем. Бер ҡалыпҡа һалып баһалау. Икеһе лә бер ҡалып бер иш (кешегә ҡарата). □ соотв. Одного поля ягоды. Береһен маҡтап, икенсеһен яманларлыҡ тугел — икеһе лә бер ҡалып.
ҠАЛЫП II (ҡалыбы) (Р.: колодки; И.: stocks; T.: pranga) и.
Тотҡондағы кешенең аяҡ-ҡулын ҡоршай торған боронғо ағас ҡыҫа; ҡандал. □ Колодки. Ҡалып һалыу. Ҡалып кейҙереу. Аяҡ-ҡулына ауыр ҡалып кейҙерелгән тотҡондо индерҙеләр.
ҠАЛЫПЛАНЫУ I (ҡалыплап-) (Р.: сложиться в форму; И.: mould; T.: kalıplamak) ҡ.
1. Бер формаға һалыныу. □ Сложиться в форму. Ҡалыпланған кирбес. Н Заводта вентилятор приводтары һәм автомобиль двигателе генераторҙары өсөн ҡалыпланған тешле вентилятор ҡайыштары етештереу буйынса Германияның «Шольц» фирмаһы линияһы сафҡа индерелде. Картотека фондынан.
2. Бер рәүешкә, тәртипкә ҡоролоу.
□ Прийти в порядок, в один лад. ■ Элек
154