Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 155


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЛЫУ
мәҡәлдәр тормоштағы айырым куренештәр, тарихи ваҡиғалар, йолалар уҙәгенән сығып, телдән телгә кусеп ҡалыпланһа, һуңға табан, купселектә, әҙәбиәт аша .. тарала. Ғ. Амантай.
ҠАЛЫПЛАНЫУ II (ҡалыплан-) ҡ. төш. ҡар. ҡалыплау II. страд, от ҡалыплау II. Ҡалыпланған аяҡ-ҡул.
ҠАЛЫПЛАТЫУ I (ҡалыплат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡалыплау I. понуд. от ҡалыплау I. Быйма ҡалыплатыу.
ҠАЛЫПЛАТЫУ II (ҡалыплат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡалыплау II. понуд. от ҡалыплау II. Аяҡ-ҡулды ҡалыплатыу.
ҠАЛЫПЛАУ I (ҡалыпла-) (Р.: надевать на колодку; И.: put shoes on the last; T.: kalıp koymak) ҡ.
1. Ҡалыпҡа (I, 1) һуғыу, ҡалыпҡа кейҙереү. □ Надевать на колодку, натягивать на колодку. Итекте ҡалыплау. ■ Балсыҡ әҙер булғас та, станокҡа ҡуялар, унда уны ҡалыплап, сынаяҡ итеп ҡоялар. Ғ. Амантай.
2. кусм. Бер үлсәмгә, бер рәүешкә килтереү. □ Приводить в определённую форму. Әҙәби телде ҡалыплау.
ҠАЛЫПЛАУ II (ҡалыпла-) (Р.: набить колодки; И.: put in the stocks; T.: prangaya vurmak) ҡ.
Ҡул-аякты ҡалып (II) менән ҡоршау; ҡалып һалыу. □ Набить колодки. Тотҡондо ҡалыплау.
ҠАЛЫПЛАШЫУ (ҡалыплаш-) (Р: принимать определённую форму; И.: take a particular shape; T.: kalıplaşmak) ҡ.
Бер рәүешкә килеү, ҡалыпҡа һалыныу; ҡалыпланыу. □ Принимать определённую форму; сложиться в форму. К Бер телдәге телмәр өндәре шул тел өсөн нығынған һәм ҡалыплашҡан була. Ж. Кейекбаев. Традицион образдар һәм ҡалыплашҡан композицион формалар хикәйә жанрына бөтөнләй ят нәмә. К. Әхмәтйәнов.
ҠАЛЫУ (ҡал-) (Р: отставать; И.: fall behind; T.: geri kalmak) ҡ.
1. Кемдец йәки нимәнеңдер тиҙлегенә өлгөрә алмау, артта булыу, һуңлау. □ От
ставать, отстать, не успевать, очутиться позади. // Отставание. Артҡа ҡалыу. Арып ҡалыу. Төркөмдән ҡалыу. Автобустан ҡалыу. Поездан ҡалыу. • Арбам һынды тип кустән ҡалма. Мәҡәл.
2. Киткәнгә эйәреп китмәй, билдәле бер урында, хәлдә тороу, торған урында булыу. □ Оставаться, остаться. Балалар ауылда ҡалды. Ҡыҙ баҡсала ҡалды. • Ҡайҙа барһаң да, ҡара һаҡалың ҡалмаҫ. Мәҡәл.
3. Китмәйенсә, булған, торған урында туҡталыу. □ Оставаться, остаться, һый-хөрмәткә ҡалығыҙ. И Ҡал ошонда, ят һуҙыл да, шауламай тын ғына ят. Ш. Бабич.
4. Киткән йәки үлгән кешенән кемдеңдер ҡарамағына, файҙаһына күсеү. □ Оставаться, сохраниться, перейти от предков. ■ Өлкән ул мираҫҡа ҡалған өйҙә йәшәй башлаған. «Йәншишмә», 18 октябрь 2012. • Малы барҙан мал ҡалыр, улы барҙан ул ҡалыр. Мәҡәл.
5. Ҡемдән йәки ниҙәндер һуң һаҡланыу.
□ Оставаться, сохраниться. Ата-бабанан ҡалған ҡомартҡы. Иҫкенән ҡалған ғәҙәт.
6. Ҡайҙалыр урын алыу, урын алған хәлдә булыу. □ Оставаться, оказаться в ка-ком-л. положении, һыу аҫтында ҡалыу. Бик аҫтында ҡалыу. Ағас аҫтында ҡалыу. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң купер һыу аҫтында ҡалды.
7. Ниндәйҙер хәлгә дусар булыу, берәй хәлгә төшөү, әйләнеү. □ Оставаться, оказаться, очутиться в каком-л. положении. Бурыслы ҡалыу. Ерһеҙ ҡалыу. ■ Йәйрәп ятҡан йәйләуем, ҡалдың ҡола далаға. «Ҡуҙыйкурпәс». Хәтере ҡалған Ғәйзулла башлаған һуҙен бөтөрә алманы. Я. Хамматов.
8. Булған сифат, хәл үҙгәрешһеҙ һаҡланыу, үҙ хәленсә тотолоу. □ Оставаться в прежнем положении. Асыҡ ҡалыу. Бикһеҙ ҡалыу.
9. Онотолмай һаҡланыу. □ Оставаться, запоминаться, сохраняться (в памяти, книгах, воспоминаниях). Йөрәктә ҡалыу. Ҡуңелдә ҡалыу. Иҫтә ҡалыу. Хәтерҙә
155