Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 157


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЛЫШЫУ
21. Ҡапыл бер хәлгә төшөүҙе аңлата. □ Оказываться, попадать в какое-л. положение, превращаться во что-л. Аптырап ҡалыу. Иҫәнгерәп ҡалыу. Ҡаушап ҡалыу. Ҡатып ҡалыу. Ҡыҙыҡ булып ҡалыу. Еңел булып ҡалыу. ■ Әле генә ҡуҡырайып баҫып торған Вәзир ҡапыл бөршәйеп ҡалды. М. Кәрим. Ҡатынын ерләгәндән һуң ул [Сәмиғ] шаңҡып ҡалды, бөгөлдө, кемде юғалтҡанын аңланы һәм уның үлемендә үҙен генә ғәйепләне. Т. Ғиниәтуллин. Ҡон буйы тирләп йөрөгәндән аҙаҡ һалҡын ҡаран һыуында йыуынһаң, шул тиклем рәхәт булып ҡала, хатта арығаның бөткәндәй онотола. Н. Мусин.
22. Ниндәйҙер эш-хәрәкәтте башҡарып өлгөрөүҙе аңлата. □ Успеть что-то сделать. Күреп ҡалыу, һөйләп ҡалыу. Өлгөрөп ҡалыу.
23. Уңайы килгәндә ниҙелер башҡарып ҡуйыуҙы аңлата. □ Стремление пользоваться случаем, һыйлап ҡалыу. Эләктереп ҡалыу. Бала саҡта уйнап ҡалыу. ■ Был ғүмерҙәр ике килмәй, уйнап-көлөп ҡалайыҡ. Халыҡ йырынан. Булдыра алған һәр кем, туйға һылтанып, кейем-һалымын да бөтәйтеп ҡалырға тырышты. К. Мәргән. Әбей-Һәбей ҙә һандыҡ төптәрен аҡтарып алды. Байрам көндәрендә генә бәйләй торған аҡ таҫтарҙарын, уҡалы-тәңкәле камзулдарын сығарып, улар ҙа түрә ҡыҙы Миңлебикәнең туйында кейенеп-яһанып, бер күренеп ҡалырға ашыҡтылар. К. Мәргән.
24. Оҡшатыу һүҙҙәре һәм итеү ҡылымының -п формаһы менән килгәндә ҡапыл булған эш-хәлде аңлата. □ В сочетании с вспомогательным глаголом итеү и звукоподражательным словом выражает внезапность, однократность действия. Халык гөж итеп ҡалды. Йәшен ялт итеп ҡалды. ■ Йөрәге уның [Гөльямалдың] жыу итеп ҡалды. Я. Хамматов.
25. -п формаһындағы хәл ҡылым менән килеп, әҙ генә яҡшыраҡ хәлгә килеүҙе аңлата. □ В сочетании с деепричастием на -п выражает завершённость и улучшение действия. Ҡыҙыҡ булып ҡалыу. Рәхәт булып
ҡалыу. Я Өйрәнермен, ҡайҙа килгәнемде белеп килдем дә! — Был һүҙҙәрҙән һуң Хөс-нитдингәуғата еңел булып ҡалды. «Ағиҙел», № 7, 2012.
26. Төп ҡылым менән бер үк формала килеп, «да» теркәүесе аша бәйләнгәндә, эш-ҡылыҡтағы ныҡышмалылыҡты аңлата. □ Выражает настойчивость, упорство действия. Бәйләнгән дә ҡалған. Каныҡҡан да ҡалған.
27. -а/-ә, -й формаһындағы хәл ҡылым менән килеп, шарт һөйләмдең мәғәнәһен көсәйтә. □ С деепричастием на -а/-ә, й усиливает значение условного предложения. Һорау була ҡалһа. Сит-ят кеше килә ҡалһа.
28. Ҡылымдың -а/-ә, -й, -һы, -ырға формаһындағы ҡылым менән килеп, ниндәйҙер эш-хәрәкәтте мыҫҡыл менән кире ҡағыуҙы, үкенесте, шартты аңлата. □ В сочетании с формами на -а/-ә, -й, -һы, -ырға другого глагола выступает в роли вспомогательного глагола, выражает различные модальные (условность, иронию и т. п.) значения. Илайһы ғына ҡалған. Барып әйтәһе ҡалған.
ҠАЛЫУАТ (Р.: крепкий; И.: sturdy; Т.: dinç) с. диал.
Эре һөйәкле, көслө; мыҡты. □ Крепкий. Ҡалыуат ир. Ҡалыуат егет.
ҠАЛЫШЫУ (ҡалыш-) (Р.: отставать; И.: lag behind; T.: geri kalmak) ҡ.
1. Хәрәкәт иткәндә артҡа ҡалыу. □ Отставать. // Отставание. Ололарҙан ҡалышмау. ■ Айғыр урмандар, тауҙар аша .. саба, ә тауҙан бәреп сыҡҡан көслө һыу уның аяҡ әҙенән ҡалышмай, ти. Әкиәттән. Маянһылыу, Ҡуҙыйкүрпәстең дошман яуы артынан бер табан да ҡалышмай ярһып ҡыуып барыуын күргәс, уның кире әйләнеүен, үҙен үлем ҡурҡынысы аҫтына ҡуймауын илай-илай үтенә, иллә-мәгәр күндерә алмай. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. Кәмгә ҡалыу, кәм булыу. □ Отставать в чём. // Отставание. Ҡалышҡы килмәү. Ҡалышмаҫҡа тырышыу. ■ Быны күреп торған Хаят та ҡалышҡыһы килмәй,
157