ҠАМ
ҡыҙығып: «Өлкән әсәй, мин дә самауыр ағартайым әле», — тине. Һ. Дәүләтшина. [Заһретдин] сынъяһау итеп, курше Потаповка ауылы олпауыттарыныҡынан бер ҙә ҡалышмаған ҡарағай өй һалып инде. М. Хужин. • Дуҫтан ҡалышыу — дуҫһыҙ ҡалыу. Мәҡәл.
ҠАМ (Р.: кам; И.: shaman; T.: şaman) и.
Мәжүсиҙәрҙең дини йола, им-том башҡара торған кешеһе. □ Кам, шаман. ■ Шаман (башҡорттарҙа — ҡам тип аталған) — кешеләрҙе юғары көстәр менән бәйләп тороусы кеше. Интернет селтәренән.
ҠАМА (Р.: выдра; И.: otter; T.: susamuru) и. зоол.
1. һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған оҙон ҡойроҡло, ҡара көрән йөнлө йыртҡыс һыу йәнлеге. □ Выдра. / Выдровый (лат. Lutra lutra). Ҡамаға һунар итеү Ҡама тотоу. Ҡама ҡырпыу. Ҡама тун. Н Айһай тигән тауышҡа ҡама ҡаса ҡамышҡа. Халыҡ йырынан. Ҡыш һыуыҡтан һаҡлаған һыуһар, ҡама тун икән. Халыҡ ижадынан. • Ҡамышлыҡтың ҡәҙерҙәрен ҡама менән ҡондоҙ белер. Халыҡ ижадынан. Әйтем. Өйҙөң йәме бала менән, кулдең йәме ҡама менән. Әйтем.
2. Төрлө аҫыл йәнлек тиреһе. □ Драгоценный мех. Ҡамсат ҡама. Ҡондоҙ ҡама. М Кейгән тундарының, эй, яғаһы ниндәй ҙә генә йәнлек ҡамаһы? Халыҡ йырынан. Бынан һуң Ҡуҙыйкурпәс көрәшселәргә бәйге билдәләй. Беренсеһенә кәрмәзин елән ҡуя, икенсеһенә — ебәк фарсы билбауы, өсөнсөһөнә — мәрйен теҙелгән ҡама ҡырпыулы таҡыя, дуртенсеһенә — ҡара төлкө менән ҡырпыуланған ҡолаҡсын, бишенсеһенә дәү юлбарыҫ тиреһе билдәләй. «Ҡуҙыйкурпәс».
ҠАМА БҮРЕК (бүрке) (Р: выдровая шапка; И.: otter fur сар; T.: lutr şapka) и. этн.
Тышынан ҡама тиреһе тегелгән бүрек. □ Выдровая шапка. Ҡама бүрек кейеү. Ҡама бүрек кейҙереү. К Ҡарабай, ҡунаҡ егете Яланбайға һый-хөрмәт күрһәткәндән һуң, бүләккә ҡаршы бүләк итеп, иң яҡшы ике
арғымағын бирә. Арғымаҡтарҙың береһен боронғо Бохар оҫталары эшләгән эйәр менән эйәрләтә, эйәр өҫтөнә аҡ тула сәкмән, ҡама бүрек һалып, ике аҫыл келәм менән ҡаплата; икенсеһенә юл аҙығы итеп бер турһыҡ ҡымыҙ, ҡорот, май аҫтыра. «Ҡуҙыйкурпәс». Халыҡ аҙыраҡ артҡа сиккәс, ҡама бүрек, төлкө тун кейгән урта буйлы һимеҙ кеше соланда күренде. Я. Хамматов.
ҠАМАҒЫШ и. анат. диал. ҡар. ҡамаш I. Ҡамағышым ҡанай.
ҠАМАҠАШ и. анат. диал. ҡар. аңҡау I. Эҫе сәйгә ҡамакашым беште. Ҡамакашым ҡанай башланы. Ҡамакашым әрней.
ҠАМАЛАНЫУ I (ҡамалан-) ҡ. төш. ҡар. ҡамалау I. страд, от ҡамалау I. ■ Ҡәбәндең башында бер ҡыҙ утҡа ҡамаланып ҡалған да нишләргә лә белмәй ултыра, ти. Әкиәттән.
ҠАМАЛАНЫУ II (ҡамалан-) ҡ. төш. ҡар. ҡамалау II. страд, от ҡамалау II. Күлдәк иҙеүе ҡамаланған. Итәк осо, еңдәре ҡамаланған тун.
ҠАМАЛАТЫУ I (ҡамалат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡамалау I. понуд. от ҡамалау I. Ҡамалатып ҡуйыу. Ҡаланы ҡамалатыу. Дошманды ҡамалатыу. Батша үҙенең ғәскәренән дошманды ҡамалатты.
ҠАМАЛАТЫУ II (ҡамалат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡамалау II. понуд. от ҡамалау II. Ҡамалатып алыу. Ҡамалатып ебәреү. Ҡамалатып ташлау. Тунды ҡамалатырға биреү. Бүркемде ҡамалатып алдым. • Атың булһа — дағалат, туның булһа — ҡамалат. Әйтем.
ҠАМАЛАТЫУ III (ҡамалат-) (Р: скучивать; И.: congest; T: yığmak) ҡ. диал.
Ҡамап, түңәрәтеп өйөү. □ Скучивать, окружить. Ҡамалатып сығыу. Ҡамалатып китеү. Ҡамалатып алыу. Ҡамалатып килеү. Ҡамалатып ҡуйыу. Ҡамалатып бөтөү. Ҡамалатып йөрөү. Түтәл ҡамалатыу. Тупраҡ өйөмөн ҡамалатыу. ■ Балсығымды ҡамалатып һалып торҙом. Экспедиция материалдарынан.
158