Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 159


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАМАСАУ
ҠАМАЛАУ I (ҡамала-) (Р.: окружать; И.: surround; T.: kuşatıp almak) ҡ.
1. Төрлө яҡтан уратып алыу; ҡамау □ Окружать кого, нападать со всех сторон. Ҡамалап алыу. Ҡамалай башлау. Ҡамалап тороу. Ҡамалап ятыу. Дошманды ҡамалап алыу. М Ижад тигән төпһөҙ куктәремде фәрештәләр һаҡлай, ҡамалап. Р. Ҡаһир.
2. Ҡыҫырыҡлап, уратып, инер-сығыр юл ҡалдырмау. □ Загонять в тупик (например, зверя). һыйырҙы ҡамалау. Ҡөтөуҙе ҡамалап ҡыуыу. Баҫтырып тота алмағас, бәрәсте кәртәгә ҡамалап тотоп алдылар. ■ Ололар ҡамалап тотмаҡсы, шунан берәйһен мендереп яңынан Стәрлетамаҡҡа оҙатмаҡсы булғайнылар ҙа, Ҡолайғыр баш бирмәне, ажарланып барып ҡойма аша һикереп сыҡты ла һыртҡа сапты. Н. Мусин.
ҠАМАЛАУ II (ҡамала-) (Р: опушать мехом выдры; И.: edge / trim with otter fur; T: lutr ile süslemek) ҡ.
Кейемдең ситенә буйлатып ҡама тиреһе тегеү. □ Опушать мехом выдры. Тунымды ҡамалап ебәрҙем. Буркемде ҡамалап алдым. Тунын ҡамалап бирҙем. Ҡамалап ултырыу. Ҡамаларға уйлау.
ҠАМАЛЫ (Р: с выдрой; И.: having otters; T: susamuru var olan) c.
1. Ҡамаһы булған. □ С выдрой, имеющий выдру. Ҡамалы йылға. Ҡамалы урын. М Шунан Иҙел артына әйләнеп ҡараһа, уның әҙенән киң йылға булып ап-аҡ һыу урғылып ағып килеп, ошо ҡамалы йылғаға ҡоя башланы, ти. Халыҡ ижадынан.
2. Ҡама тиреһе тотолған, ҡамаланған. □ Выдровый, обшитый по краям мехом выдры. Ҡамалы тун. Ҡамалы бурек кейеу. ■ Ғимай .. ҡамалы ҙур буркен ырғыт [ты]. И. Насыри. Ҡыҙ ҡуйынына ингән саҡта, буркең ҡамалы булһын. Т. Хәйбуллин. Ҡамалы тундар кейәһең, кейерһең, туҙҙырырһың. Йырҙан.
ҠАМАЛЫУ (ҡамал-) ҡ. төш. ҡар. ҡамау I. страд, от ҡамау I. Ҡамала башлау. Ҡамалып барыу. Ҡамалып бөтөу. Ҡамалып ҡалыу. Ҡамалып тороу. Ҡамалып
ятыу. М [Ҡадирбирҙе:] Ҡамалдың, Иҙеу-кәй, ҡамалдың! Хәҙер ҡотола алмаҫһың! М. Буранғолов. Тимер өйгә ҡамалдыҡ, сығыу беҙгә ҡыйындыр. «Буҙйегет». • Яңғыҙ башың аҙашып улгәнсе, ил менән ҡамалып йәшә. Мәҡәл.
ҠАМАЛЫШ (Р: осада, окружение; И.: seige; T: kuşatma içinde bulunma) и.
1. Төрлө яҡтан бикләп, уратып алынған хәл. □ Осада, окружение, блокада. Ҡамалышта ҡалған дошман. Ҡамалыштан сығыу юлы. ■ Дошман ҡамалышында ҡалған саҡтарҙа был ер аҫты һыуһаҡлағысы кешеләрҙе улемдән ҡотҡарған. Р. Бикбаев.
2. кусм. Сараһыҙ шарт, хәл. □ Безвыходность, безысходность. Иҡтисади көрсөк ҡамалышы. Ҡамалышта булыу. ■ Ҡамалыштан ҡотҡарып, һәйбәт иттеләр әле былкуршеләр, — тип еңел һуланы [Садиҡ]. Р. Сәғитов.
ҠАМАР и. диал. ҡар. ҡәмәр II. Ҡөмөш ҡамар. Билде ҡамар менән быуыу. ■ Ҡамар ғына аҡыҡ ҡаш билғауымды сәйҙәремә элһәм, сәйҙә юҡ. Халыҡ йырынан.
ҠАМАС (Р.: плашка невода; И.: detail of a seine; T: ağın ucu) и. балҡ.
Йылымдың ҡамап сығара торған осо. □ Плашка невода. Йылым ҡамасы. Ҡамасты әйләндереу. ■ Ҡамасты тиҙ әйләндер, балыҡ сыҡмаһын. Экспедиция материалдарынан.
ҠАМАСАУ I (Р: препятствие; И.: obstacle; T: engel) и.
1. Ниндәйҙер эш-хәлдә килеп тыуған тотҡарлыҡ, уңайһыҙлыҡ; оронсоҡ. □ Препятствие, помеха, преграда. ■ Әҙәбиәтебеҙ менән ҡыҙыҡһынған, уны уҡып барған һәм ошонан оло кинәнес, илһам, рухи аҙыҡ ала белгән, һәр хәлдә, юғары мәҙәниәткә ынтылған кешегә баҫмаға яҙылыу хаҡы ла, башҡа сәбәптәр ҙә ҡамасау була алмай. «Ағиҙел», № 9, 2009. Ул [Федотов], яуаплы хеҙмәтендә кунегелгәнсә, тиҙ, айыҡ фекерләу ҡеуәһен эшкә егеп, төп ниәтенә ҡамасау булырҙай хәлдәрҙе барларға, уларҙан ҡотолоу юлдарын билдәләргә кереште. Ә. Хәкимов.
159