ҠАМАСАУ
2. Мәшәҡәт, тынғыһыҙлыҡ. □ Беспокойство. Я Мараттың бер кемгә лә ҡамасау булғыһы килмәй. Ә. Хәкимов. [Дәрүиш:] Төшөнәм, байбисә. Ҡамасауым теймәҫ. М. Кәрим.
ҠАМАСАУ II (Р.: экзема; И.: eczema; Т.: ekzema) и. мед.
1. Сабыртып, сейләнеп, ҡысып торған тире ауырыуы. □ Экзема. Ҡамасау менән ауырыу. Ҡамасауға дауа. Ҡамасау сығыу.
2. диал. ҡар. тимрәү. Ҡамасауҙан яфаланыу. Ҡамасау сиренә дауа. Ҡамасау йоғоу.
3. диал. ҡар. сырхыуат. Тәненә ҡамасау сыҡҡан. Ҡамасауы бөтмәй. Ҡамасауға дарыу һөртөү.
ҠАМАСАУ III (Р.: ярутка; И.: pennycress; T: yaban hardalı) и. бот.
Ялпаҡ орлоҡло, аҡ, ал тәлгәш сәскәле күп һәм бер йыллыҡ үлән; үртәп, көлөн ҡысыуға һөртәләр; ярут. □ Ярутка (лат. Thlaspi arvense). Ҡамасау япрағы. Ҡамасау орлоғо. Ҡамасау сәскәһе. Ҡамасау яндырыу. Я Ҡамасау көлөн һипкәйнем, ҡысыуы баҫылып ҡалды. Экспедиция материалдарынан.
ҠАМАСАУ IV (Р: перетяг рыболовный; И.: kind of seine; T: bağa dizilen balık ağları) и. балҡ. диал.
Бауға теҙелгән ҡармаҡтар. □ Перетяг рыболовный. Ҡамасау менән балыҡ тотоу. Балыҡсылар ҡамасауын сығарҙы. Ҡамасауға балыҡ эләккән.
ҠАМАСАУ V и. анат. диал. ҡар. аңҡау I. Уның әйткән һүҙҙәренән ҡамасауға төйөн килеп тығылды. Ҡамасауым ауыртып тора. Ҡамасауым беште.
ҠАМАСАУ VI (Р.: хлопотливый; И.: troublesome; T.: meşakkatli) с.
1. Мәшәҡәтле, төрлө уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған. □ Хлопотливый. Ҡамасау эштә эшләү. Ҡамасау мәл. Был идея бик ҡамасау булып сыҡты әле.
2. Яйһыҙ, уңайһыҙ. □ Неудобный. Ҡамасау кейем. Ҡамасау урын. Ҡамасау биҙрә. Ҡамасау һауыт.
ҠАМАСАУЛАУ (ҡамасаула-) (Р: мешать; И.: disturb; T.: meşakkat vermek) ҡ.
1. Яйһыҙлау, тынғыһыҙлау. □ Мешать кому, чему. Ҡамасаулай башлай. Ҡамасаулап тороу. Ҡамасаулап йөрөү. Ҡамасаулап ултырыу. Я Ишҡужа имам, үҙенә ҡамасауламауҙы үтенеп, күҙ ҡабаҡтарын елпендерҙе лә, бүленгән һүҙен дауам итте. Я. Хамматов. Һандыҡ ҡутарғанда берәүҙең дә килеп ҡамасауламауына ҡәнәғәт ҡалып, инәй магазинға сығырға әҙерләнә башланы. Р. Солтангәрәев. Мөбәрәк, .. үҙенә ҡамасаулап йөрөүсене күрмәксе булып, артына боролоп ҡараны. Н. Мусин.
2. Уңайһыҙлыҡ тыуҙырыу. □ Создавать неудобства. Я Өҙлөкһөҙ яуған еүеш ҡар менән ямғырҙан ҡом ҡатыш балсыҡ күпереп, атларға ҡамасаулай, урыны-урыны менән күләүектәр хасил булған. М. Хужин. Йылғаларҙа һыу кимәленең түбәнәйеүе унда транспорт йөрөтөүгә ҡамасаулай, яһалма ҡоролмаларҙың тотороҡло эшләүен кәметә, йылғаларҙағы һыу күренештәрен күҙәтеүҙе ҡатмарлаштыра. «Ағиҙел», № 5, 2010.
3. Тотҡарлыҡ булып тороу, кәртәләү, сикләү. □ Препятствовать. Спорт уҡыуға ҡамасауламай. Эшең уҡыуыңа ҡамасауламаһын. Я [Хәлим:] Гармун уйнау ул, Гәйшәкәйем, яҡшы хужа булырға ҡамасауламай. Н. Асанбаев. Тайының, өркөп, ҡарышып, баш бирмәй маташыуы уға [Гөлкөсураға] бүрене һуғырға уңайлыраҡ яҡынлашыуға ҡамасаулай. Н. Мусин.
ҠАМАСАУЛАУСЫ (Р: препятствующий; И.: bothersome; T.: meşakkatli) с.
Төрлө тотҡарлыҡ, уңайһыҙлыҡ тыуҙырыусы. □ Препятствующий. Йәшәргә ҡамасаулаусы кәртәләр. Ҡамасаулаусы сәбәптәр. Я Моратов унда [мәҡәләлә] яңылыҡты индерергә ҡамасаулаусы ҡайһы бер вазифалы кешеләрҙең исемдәрен дә атап яҙғайны, мәсьәләнең ҡуйылышын ваҡлап ебәрмәйек тип, ул өлөштө һыҙып ташланылар. Н. Мусин.
ҠАМАСАУЛЫ (Р.: хлопотливый; И.: bustling; T: meşakkatli) с.
160