Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 161


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАМАУ
Төрлө тотҡарлыҡ, уңайһыҙлыҡ тыуҙырған; оронсоҡло. □ Хлопотливый. Ҡамасаулы эш менән йөрөйөм. Ҡамасаулы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Ҡамасаулы хәлдәр булып тора.
ҠАМАСАУЛЫҠ (ҡамасаулығы) (Р.: помеха; И.: obstacle; T: meşakkat) и.
Эш-хәрәкәткә ҡамасау һалған хәл. □ Помеха, препятствие. Ҡамасаулык килеп сыҡты. Ҡамасаулыҡтарҙы иҫкәртеү. Был ҡамасаулыҡтарҙы алдан уҡ хәл итергә һөйләшәйек.
ҠАМАСАУЛЫҠ ИТЕҮ (ҡамасаулыҡ ит-) ҡ. ҡар. ҡамасаулау. Һуңғы аралағы ҡойма ямғырҙар урып-йыйыу эштәренә ҡамасаулыҡ итте. Ҡамасаулыҡ итә башлау. ■ Ыңғырашҡан тауыш ниңәлер Байғужа тауышына оҡшай. Мин шул яҡҡа ҡарап шыуышам. Тауыш яҡын, ләкин табып булмай. Өйөлгән балсыҡтар, соҡорҙар ҡамасаулыҡ итәләр. Д. Юлтый. • Ярҙам итә алмаһаң, ҡамасаулыҡ итмә. Әйтем.
ҠАМАСЛАУ (ҡамасла-) (Р.: поворачивать невод; И.: turn a seine; T: ağı döndürmek) ҡ.
Ҡамасты әйләндереп ҡамау. □ Поворачивать невод. Йылымды ҡамаслау. Ҡамаслай башлау. Ҡамаслап алыу. Ҡамаслап тороу. Ҡамаслап йөрөү.
ҠАМАСТАУ (Р: окружённый; И.: circled; T: kuşatmak) с. диал.
1. Тирә-яҡлап уратып алынған; ҡамау (урынға ҡарата). □ Окружённый чем-л. Ҡамастау урын. Ҡамастау аҡлан. Ҡамас-тау ерҙән барыу.
2. Ҡыҫыҡ, тар. □ Тесный. Ҡамастау бүлмә. Ҡамастау йорт. Ҡамастау өй.
ҠАМА ТУН (Р: выдровая шуба; И.: otter fur coat; T: lutr kürk) и.
Ҡама тиреһенән тегелгән тун. □ Выдровая шуба. Ҡама тун тектереү. Ҡама тун кейеү. М Ҡуҙыйкүрпәс.. атаһынан ҡалған ҡама тунын кейҙе лә, билен көмөш ҡәмәре менән быуҙы ла, әҙерәк серем итеп алайым әле тип, тирәк төбөнә ятты, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҠАМАТЫУ (ҡамат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡамау I. понуд. от ҡамау I. Ҡаматып алыу. Ҡаматып тороу. Ҡаматып килеү. Ҡаматып барыу. Дошмандың юлын ҡаматыу. Ҡаматып ҡуйыу.
ҠАМАУ I (ҡама-) (Р: окружать; И.: encircle; T: kuşatmak) ҡ.
1. Тирә-яҡлап уратыу, әйләндереү.
□ Окружать. Ҡамап алыу. Халыҡ ҡамап алды. ■ Аҫыл гөлдәр ҡамап алған тирә-яғымды. Ғ. Әмири.
2. Уратып, инер-сығыр юлды бикләү.
□ Осаждать, оцеплять, блокировать. Малды ҡамап, кәртәгә ҡыуып индереү. Көтмәгәндә дошмандар ҡамап алды. Бүреләр тирә-яҡтан ҡамап алды. Малды кәртәнән сығармай, ҡамап тороу. ■ [Яныбай:] Имен саҡта китә һалайыҡ, дошман ҡамай, дошман ҡамай! М. Буранғолов. Меҫкен дошман ҡайҙа барһын, ҡасыр ере ҡалманы, беҙҙең армия ҡыуып етеп, Дон һыуына ҡаманы. Бәйеттән. [Ғәбиттең] ҡаршыһына, хатта алдына уҡ тигәндәй, йәш кенә болан килеп баҫты. Тамам хәле бөткән, ҡурҡҡан, ҡолаҡтары ҡайсыланып, күҙҙәре ялтырап тора. Тимәк, баҫтыралар, тауышланып-һөрәнләп тап ошо меҫкенде ҡамарға самалайҙар. Ә. Әминев.
3. күсм. Биләү, солғау. □ Завладевать, охватывать. Күңелде ҡамап алыу. Уйҙар ҡамап алыу. ■ Ошолай уйланыуҙан Шәһү-рәнең башы сатнай, һәй, ниңә әле шул тиклем борсолорға, донъя тотҡаһы миндәме ни, тип ҡул һелтәй, тик магазинға эшкә килдеме, ошо уйҙар уны йәнә ҡамап ала. Н. Мусин.
ҠАМАУ II (Р: окружение, осада; И.: siege; T: kuşatma) и.
1. хәрби. Тирә-яҡтан ғәскәр менән уратып алынған хәл. □ Окружение, осада, блокада. / Осадный, блокадный. Ҡамау хәлендә. Ҡамау артиллерияһы. Ҡамауҙа ҡалыу. Ҡамауҙа булыу. Ҡамауға эләгеү. Ҡамауҙан сығыу. ■ Ҡамауҙа ҡалған Ленинград халҡы суҡышында хат илтеүсе ҡарлуғасты һынландырған жетонды түштәренә тағып йөрөткән. «Ағиҙел», № 3, 2010. Шәмси үҙ иленә, үҙенең бергә көрәшеүсе иптәштәре
161