Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 162


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАМАУ
янына ҡайтып етергә яҡынлашҡас, уҙ фронтына сыға алмайса, дошмандар ҡамауы аҫтында ҡалды. Ғ. Хәйри. Ҡамауға эләккән дошман, улеп йә яраланып йығылған әллә купме кешеһен ҡалдырып, артҡа, тау ипкененә ташланды. Ә. Хәкимов.
2. Ҡамап алынған, тирә-яҡтан уратып алынған хәл; ҡамалыш. □ Окружение, осада, облава. ■ Ахыры, бурегә ҡамау ҡорған һунарсылар. Т. Ғарипова. Таһыллы ҡулы, осраҡлы килеп эләккән ауыр суҡмары ярҙамында ул [Биктимер[ҡамауҙан ҡотолоп сыға барҙы. К. Мәргән. Болоттар ҡамауынан ысҡынған китек ай яҡтыһына ҡойонған яр буйындағы әрәмәлек нисегерәк уҙгәреуен, куп һандағы осҡондарҙы хәтерләткән ҡар осмоттары йәнләнеуен һәм туң ергә һылашып йоҡлаған йорт куләгәләрен куҙәтеуҙән дә Мицлеғәле тынысланманы. Я. Хамматов.
3. һаҡ, бик, күҙәтеү. □ Надзор, наблюдение. Я Хәбибә еңгә Әлимәнең тәбиғәтен, холҡон бик яҡшы белә, шуға курд уны тышҡы ғәйбәттәрҙән, тышҡы хәлдәрҙән мөмкин хәтлем ҡамауҙа тота ине. Д. Юлтый. • Кейәугә торһа ла — ҡамау, ултырһа ла — ҡамау. Әйтем.
4. кусм. Солғаныш, тәьҫир. □ Окружение, впечатление. Уйҙар ҡамауы. Тойғолар ҡамауы. V Фәузиә ҡойондай урғылған, өйөрөлгән уйҙар ҡамауында өндәшмәй ултыра бирҙе. Т. Ғарипова. [Ирғәле] ауыл урамынан дурт йылға яҡын йөрөгәне булмағанға, уҙен ниндәйҙер билдәһеҙлек ҡамауында ҡалғандай тойҙо. Н. Мусин.
ҠАМАУ III (Р.: окружённый; И.: circled; T.: kuşatmalı) с.
1. Тирә-яҡлап уратып алынған (урынға ҡарата). □ Окружённый чем-л. Ҡамау урын. Ҡамау аҡлан. Ҡамау ауыл.
2. диал. ҡар. урау II. Ҡамау юлдан китеу. Ҡамау юлдан барыу. • Ҡамау булһа ла юл яҡшы. Әйтем.
ҠАМАУ IV (Р: кругом; И.: making а circle; T.: yuvarlaklaşarak) р.
Урап, түңәрәк яһап, тирәләй, уратып. □ По кругу. Ҡамау аҡҡан йылға. Иҙел ҡамау аға.
ҠАМАУЛАУ (ҡамаула-) ҡ. ҡар. ҡамау I, 2. Малды ҡамаулап алып барыу. Ҡөтөуҙе ҡамаулап тотоу. Ҡамаулап ҡыуып индереу.
ҠАМАУЛЫ с. ҡар. ҡамау III. Ҡамаулы юл. Ҡамаулы аҡлан. ■ һеҙҙең ауыл урамдары ике яҡтан ҡамаулы. Халыҡ йырынан. Тарих биргән беҙгә ҡыҫҡа ваҡыт, беҙҙең сәғәт, минут һанаулы. Шундай шарт эсендә уҫәбеҙ, дошман менән сиктәр ҡамаулы. Д. Юлтый.
ҠАМАУ ҺУНАРЫ (Р: облавная охота; И.: battue (hunt)', T.: sürek avı) и.
Йәнлектәрҙе ҡамап аулауға ҡоролған һунар. □ Облавная охота, охота загоном. Ҡамау һунарына барыу. Ҡамау һунарына сығыу. ■ Алдан билдәләнгән юҫыҡ менән Аҡһаҡ Тимер төмәндәре, юлда мал ашатып, хәрби уйындар, ҡамау һунарҙары уҙғара-уҙғара, дурт ай тигәндә Яйыҡ кисеуҙәренә барып етергә, унан, йәй башында, Ыҡ һыуын кисеп, Ител буйына, Туҡтамыштың кусмә баш ҡалаһына ташланырға иҫәп тотто. Ә. Хәкимов.
ҠАМАУҺЫҘ (Р: не окружённый; И.: not warded up; T.: kuşatılmamış) c.
Ҡамалмаған, уратып алынмаған. П He окружённый. Ҡамауһыҙ юл. Ҡамауһыҙ юлдан барыу. Ҡамауһыҙ урынға килеп сығыу.
ҠАМАШ I (Р.: десна; И.: gum; T.: diş eti) и. анат. диал.
Теш ҡаҙнаһы. □ Десна. Ҡамашым шешкән. Ҡамашты нығытыу саралары. Ҡамаш ҡанау. Ҡамаш ауыртыу.
ҠАМАШ II и. анат. диал. ҡар. аңҡау!. Артҡы ҡамаш. Алғы ҡамаш. Ҡамашым бешкән.
ҠАМАШАУ и. анат. диал. ҡар. аңҡау I. Йомшаҡ ҡамашау. Ҡаты ҡамашау. Ҡамашау ауыртыу.
ҠАМАШТЫРЫУ (ҡамаштыр-) (Р.: вязать (рот, язык, дёсны)\ И.: have a dry mouth; T: kamaştırmak) ҡ.
1. һалҡын, әсе, ҡырҡыу нәмә ҡурыштырыу. □ Вязать (рот, язык, дёсны)', наби
162