ҠАМҒАҠ
вать оскомину. Ауыҙҙы ҡамаштырыу. Муйыл тешемде ҡамаштырҙы. Теш ҡамаштырғыс һалҡын һыу. Ҡамаштырып ебәреү. Ҡамаштырып алыу. ■ Ҡәртәләүҙән һонолоп алма ҡаптым, ҡамаштырҙы теште шәрбәте. Т. Ғәниева. Йыуынғас, теш ҡамаштырғыс һалҡын һыуҙы эсеп тә алғас, Дәүләттең күҙҙәре асылып, хәл кереп ҡалғандай булды. Н. Мусин. Мәшһур Ҡаҙаяҡ йылғаһының теш ҡамаштырыр татырлығы бөтә илгә билдәле. Ә. Хәкимов.
2. Күҙҙе сағылдырыу, сағылйытыу. □ Ослеплять. ■ Йәйғор төҫөндәге балҡыштары менән күҙҙе ҡамаштырған аҫалы балаҫтар — йәнһеҙ әйбер тугел, бармаҡ осоң тейеу менән уларҙы һуҡҡан оҫталарҙың куңел йылыһы һиңә күскәндәй һәм сал тарихтың ипкене ҡағылғандай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010. Март ҡояшы куҙҙе ҡамаштырырлыҡ ярмалы ҡар бөртөктәрен нур-ептәргә теҙә. Т. Ғарипова. Тормош иңе шау сәскәле туңәрәк аҡланды хәтерләтә, ә һин куҙҙе ҡамаштырырлыҡ нурҙарға ҡойонған ошо аҡланда иҙерәп йүгерәһең. Р. Камал. Тыштан бөркөлгән ҡояшлы көн яҡтыһы күҙҙәрҙе ҡамаштырҙы ла кемдәр килеп ингәнен шунда уҡ күрергә ҡамасауланы. Б. Рафиҡов. Алыҫтағы армыт-армыт тауҙар, арҡа ерҙәр, уялар — бар донъя күҙ ҡамаштырғыс ап-аҡ ҡар япмаһы аҫтында. Ә. Хәкимов.
ҠАМАШЫУ I (ҡамаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡамау I, 2. взаимн. от ҡамау I, 2. Ҡамашып барыу. Һыйырҙарҙы ҡамашып алып барҙым. Малды ҡамашыу.
ҠАМАШЫУ II (ҡамаш-) (Р: вязать (рот, язык, дёсны)', И.: appear (about drawing of the mouth)', T.: kamaşmak) ҡ.
1. һалҡын, әсе, ҡырҡыу нәмәнән сағылыу (тешкә, телгә, уртҡа ҡарата). □ Вязать (рот, язык, дёсны). Теш ҡамашыу. Ауыҙ ҡамашыу. һалҡын һыуҙан тешем ҡамашты.
2. Күҙ сағылыу. □ Ослепляться, потемнеть в глазах, лишиться возможности видеть (от яркого света). Күҙҙәр ҡамашты. М Бер көн шулай гөлдәр баҡсаһында сәскә
ләрҙе ҡылдым тамаша. Хуш еҫтәре менән йән шатлана, нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша. М. Ғафури. Барһынһылыу, йөҙөң күрһәм, күҙ ҡамаша. «Алпамыша». Донъяла был гүзәл ҡыҙҙы күргәндә, кешеләрҙең күҙе ҡамашып, һушһыҙ булып йығылырҙар ине, ти. Әкиәттән.
ҠАМҒАҠ I (ҡамғағы) (Р: перекати-поле; И.: tumbleweed; rolling stone; T.: fidan) и. бот.
1. Орлоғо өлгөргәс, тамырынан өҙөлөп, ел ыңғайына тәгәрләп китә торған дала үҫемлеге. □ Перекати-поле. Дала ҡамғағы. ■ Ә Ҡыҙырас: «Эй, ни, Юлдаш, ниңә беҙ һаман балыҡ ҡармаҡламайбыҙ?» — тип йәмһеҙ тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, ел өрөп осорған ҡамғаҡ шикелле, ҡапыл һикереп тороп, ҡармағы яғына осто ла китте. 3. Биишева. Сал ҡылған ергә эйелә, әйтерһең, етен сәстәре менән дә ергә йәбешергә итә, ҡыу ҡамғаҡ ысҡына һәм артабан тәгәрләп китә, ҡылған төбөндә уның һорғолт орлоҡтары ғына ҡойолоп ҡала. 3. Ураҡсин, һалҡынса тымыҙыҡ һауала ҡапыл елбәгәй ел күтәрелә лә урамдың буйынан буйына дала ҡамғаҡтарын тәгәрләтеп ҡыуалай, юлда осраған һары япраҡтарҙы, ҡауырый-ҡанатты өйрөлтөп алып, һыуҙай саф күккә ауалата. Ә. Хәкимов.
2. миф. Мифлаштырылыған үҫемлек; ышаныуҙар буйынса, ул ен-шайтан һәм ҡара көстәрҙе тәгәрәтеп йөрөтә. □ Перекати-поле (мифологизированноерастение, в котором передвигаются бесы и другая нечистая сила). В Тәгәрәгән ҡамғаҡ күрһәң, төкөр. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
♦ Ҡамғағы әйләнеп йөрөү йүгерекләп, ғауғаланып йөрөү. □ Суетиться. Ҡамғағың әйләнеп йөрөмә.
ҠАМҒАҠ II (Р: суетливый; И.: fussy; Т.: aceleci) с.
1. Йүгерекләп, көйәләнеп, ҡауғалап йөрөүсән. □ Суетливый, беспокойный. Ҡамғаҡ кеше. Ҡамғаҡ ҡатын. Ауылдың иң ҡамғаҡ апайҙары магазин янында ине.
2. Кеше ыңғайына йөрөүсән, аумаҡай. □ Непостоянный, изменчивый. Ҡамғаҡ
163