ҠАМҒАҠ
егет. Я Бынан аҙаҡ, ни курһәм дә, хатта көйөнөргә, ҡайғырырға көсөм юҡ. Заман елдәре ҡайҙа ҡыуалаһа, шул яҡҡа тәгәрләусе дала ҡамғағымын. Ә. Хәкимов.
3. Кәүгәсел, еңел холоҡло, юҡҡа-барға туҙып барыусан. □ Горячий, пылкий. Торғаны бер ҡамғаҡ. Ҡамғаҡ холоҡло. Ҡамғаҡ кеше.
4. Юҡты бар итеп, барҙы юҡ итеп ҡурҡып барыусы. □ Трусливый. Ҡамғаҡ кеше. Ҡамғаҡ бала. Ҡамғаҡ ҡыҙ. Ул ҡамғаҡ егеткә ышанһаң, тауыҡтан да ҡурҡа бит ул.
ҠАМҒАҠ III (ҡамғағы) (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Түңгәүер ырыуына ҡараған башҡорт аймағының исеме. □ Камгак (название родового подразделения башкир). Ҡамғаҡ аймағы башҡорто. Ҡамғаҡ аймағына ҡараған урам. Ҡамғаҡ аймағына ҡарау.
ҠАМҒАҠЛАУ (ҡамғаҡла-) (Р.: суетиться; И.: fuss; T: fellek fellek koşturmak) ҡ.
1. Көйәләнеп, ғауғалап йүгерекләү. □ Суетиться, беспокоиться, поднимать переполох. Ҡамғаҡлап йөрөу. Ҡамғаҡлап ки-теу. Ҡамғаҡлай башлау. Ҡамғаҡлап сығыу. Ҡамғаҡлап бөтөу.
2. диал. Мәшәҡәтләү, борсоу. □ Беспокоить, утруждать. Ҡамғаҡлап алыу. Ҡамғаҡлап килеу. Ҡамғаҡлап ҡуйыу. Ҡамғаҡлап бөтөрөу. Ҡамғаҡлап, килеп йөрөмә. Туғандарҙы ҡамғаҡлағы килмәй. Ата-әсәйҙе ҡамғаҡлап торманым.
3. диал. Ҡурҡытыу, янау. □ Пугать. Ҡамғаҡлап, йыйылышҡа саҡырып йөрөй. Ҡамғаҡлап алыу. Ҡамғаҡлап өйрәтеу. Ҡамғаҡлап эшләтеу. Ҡамғаҡлап әйттереу.
4. диал. Туҙғыу, туҙрау (ҡар бөртөктәренә ҡарата). □ Валить (о хлопьях снега). Ҡамғаҡлап, осҡалаҡлап ҡар яуа. Ҡамғаҡлап осҡан ҡар бөртөктәре.
ҠАМҠА I (Р: камка; И.: kind of Chinese silk; T: Çin ipeği) и.
1. Биҙәкле ҡытай ебәге. □ Камка (разновидность китайского шёлка). / Камковый.
Ҡамҡа кулдәк. Ҡамҡа тауар. ■ Ураҙҙың алты улын алтыһын да бай иткән, кейгәнен ебәк менән ҡамҡа иткән, менгәнен арғымаҡ менән юрға иткән. Ҡобайырҙан.
2. Ҡалын тире йәки киндер. □ Толстая выделанная кожа или холст. Ҡамҡа тушәу. Ҡамҡа һалып ултырыу. Я [ИҙеукәйJ алтын божра ҡаҡтырып, көмөш ырғаҡ таҡтырып, ебәк юрған һырытып, аҫтына ҡамҡа тушәтеп, ҙур сәңгелдәк эшләтте. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
3. этн. ҡар. ҡамҡа тун. Ҡамҡа тектереу. Ҡамҡа кейеу. М [Ыласын — Иҙеукәйгә:] Өҫтөңдәге ҡамҡаны сисеп ырғыт бейҙәргә, өлкән йыйын, был ҙур туй ҡалһын тороп бейҙәргә. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠАМҠА II (Р: божья коровка; И.: ladybird; T: uğur böceği) и.
1. зоол. Ҡанат өҫтө ҡыҙыл йәки һары төҫтәге, ҡара төрткөлө ваҡ ҡына йомро ҡуңыҙ. □ Божья коровка (лат. CoccineT lidae). Ете нөктәле ҡамҡа. Ҡамҡа ҡанаты. Ҡамҡалар сыҡҡан, көн йылыныр инде.
2. миф. Мифлаштырылған бөжәк, ышаныуҙар буйынса, Алла һыйыры. □ Божья коровка (мифологизированное насекомое, являющееся, по представлениям башкир, живностью Аллаха). Ҡамҡа, ос, ос! Ҡамҡаны кургәс, өләсәйем уҡына башланы.
ҠАМҠА БАБАЙ и. зоол. диал. ҡар. ҡамҡа II, 1. Ҡамҡа бабай, ос, ос! Ҡамҡа бабайҙар оса. Ҡамҡа бабайҙар сыҡҡан.
ҠАМҠАҠЛАУI (ҡамҡаҡла-) (Р: разносить слухи; И.: spread rumours; T: dedikodu etmek) ҡ. диал.
Хәбәр таратыу, һүҙ йөрөтөү. □ Разносить слухи. Ҡамкаҡлап йөрөу. Ҡамкаҡлап йөрөмә. Ауыл буйлап ҡамкаҡлап йөрөу.
ҠАМҠАҠЛАУ II (ҡамҡаҡла-) (Р: просить корм; И.: crave food; T: yem beklemek) ҡ. диал.
Ашарға һағалап йөрөү (малға ҡарата). □ Просить корм (о скотине), һыйыр ҡамҡаҡлай. Асыҡҡан мал ҡамҡаҡлай. Ҡамҡаҡлай башлау. Ҡамкаҡлап алыу. Ҡамкаҡлап йөрөу.
164