Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 165


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАМҠА ТУН (Р.: шуба, обшитая чёрным шёлком, с окаймлёнными мехом рукавами и подолом; И.: kind of national fur coat; T.: kürk) и. этн.
Ҡара ебәк менән тышланып, ең һәм итәктәре ҡама менән уратылған затлы тун. □ Шуба, обшитая чёрным шёлком, с окаймлёнными мехом рукавами и подолом. Ҡамҡа тун кейеү. Ҡамҡа тун тектереү. В Ҡупшы егет,ҡамҡатун — һөйкөмлө тип һаналмаҫ. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠАМҠА ТҮТӘЙ и. зоол. диал. ҡар. ҡамҡа II, 1. Ҡамҡа түтәйҙәр сыҡҡан. Ете төрткөлө ҡамҡа түтәй. Ҡамҡа түтәй, ос, ос!
ҠАМЛАУ (ҡамла-) (Р.: камлать; И.: perform the shamanistic ritual; T.: belirli bir aşiret topluluğunun dininde medyumluk yapmak) ҡ. этн.
Мәжүсиҙәрҙә дини йола, им-том эше башҡарыу. □ Камлать, шаманить. // Камланье. Ҡамлау башланды. Ҡамлау йолаһы. Ҡамлау ысулы.
ҠАМСА (Р: камса; И.: anchovy; T.: hamsi balığı) и. зоол.
Сельдтар ғаиләһенә ҡараған ваҡ диңгеҙ балығы. □ Камса, хамса. / Камсовый, хамсовый (лат. Engraulis encrasicholus). Ҡамса аулау. Ҡамса һатыу. Ҡамсаға барыу.
ҠАМСАТ (Р: калан; И.: sea otter; T.: susa-muru) и.
1. зоол. һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған ҡыҫҡа ғына аяҡлы, ҙур кәүҙәле, ҡара-көрән йөнлө көнсығыш диңгеҙ йәнлеге; диңгеҙ ҡамаһы. □ Калан, камчатский бобёр, выдра морская (лат. Enhydra lutris). Ҡамсаттар диңгеҙҙә йәшәй. Ҡамсат алыу. Ҡамсат тотоу.
2. Шул йәнлектең тиреһе. □ Бобровый мех. / Бобровый. Ҡамсат яға. Бүректең ситенә ҡамсат тегеү. В Кеймә бүркең, ҡамсат булһа ла, илама, дуҫ, күңелең тулһа ла. Халыҡ ижадынан. • Ҡамсат күрһәң һатып ал, мәҡәл һүҙҙе отоп ал. Мәҡәл.
ҠАМСАТ БҮРЕК (бүрке) (Р: шапка с бархатным верхом, отороченная мехом вы
КАМСЫ
дры; И.: kind of national fur headgear; T.: lutr şapka) и. этн.
Ҡамсат тиреһе менән уратып тегелгән түбәһе бәрхәт бүрек. □ Шапка с бархатным верхом, отороченная мехом выдры. В Салауат нисә йәшендә, йәшел ҡамсат бүрке башында. Халыҡ йырынан. Ҡолой кантонды ла бай, тиҙәр, ҡамсат та ғына бүрке бар, тиҙәр. Халыҡ йырынан. Алдарбай Иҫәкәев юлға йыйынырға тотондо. Иң яҡшы кейемдәрен — яға-иҙеүҙәре, ең остары, итәктәре, бил тәңгәлдәре ҡондоҙ тиреһе менән ҡаймаланған сапанын, өр-яңы ҡамсат бүркен кейҙе. Н. Мусин. • Ҡамсат бүрек — түр күрке, түңәрәк һаҡал — ир күрке. Мәҡәл.
ҠАМСАТ ҠАМА и. зоол. ҡар. ҡамсат. Ҡамсат ҡама тиреһе. В Ғәлиәхмәт билен ҡәмәр билбау менән уратып быуған, башына ҡамсат ҡама бүрек, өҫтөнә уҡа тотҡан буҫтау сәкмән, аяғына аҡ тула менән һаплаған үксәһеҙ сарыҡ, ҡайырып һалмалы ҙур яғалы аҡ күлдәк, бишбилләп тегелгән кәзәкей кейгән. Т. Хәйбуллин.
ҠАМСАТ ҠОНДОҘО и. зоол. ҡар. ҡамсат. Ҡамсат ҡондоҙо тиреһе. Ҡамсат ҡондоҙо аулау. В Ҡашҡынайың ҡара, буйың зифа, керпектәрең — ҡамсат ҡондоҙо. Халыҡ йырынан.
ҠАМСАУ (ҡамса-) ҡ. диал. ҡар. матҡыу. Ҡамсап алыу. Ҡамсап ебәреү. Ҡамсап тотоу. Мине ҡамсап тотоп алды ул.
ҠАМСЫ (Р.: плеть; И: lash; scourge; T.: kamçı) и.
1. Ҡайыш йәки бауҙан үреп, ишеп яһалған һаплы сыбыртҡы. □ Плеть, плётка, нагайка, хлыст. Армытлы ҡамсы. Бүре һуҡҡыс ҡамсы. Ҡамсы бөлдөргәһе. Ҡайыш ҡамсы. Туйыр ҡамсы. Ҡамсы үреү. Ҡамсы менән һуғыу. В Йәш егеттәр, ҡайыш ҡамсы тотоп, атта ярышырға сығалар. 3. Биишева. Барсынбикәнең сабыйын ҡыҫып тотҡан ҡулын Диңгеҙхандың ҡамсыһы көйҙөрөп ярып үтте. Т. Ғарипова. Батыр, аҫтан баҡшыға һирпелеп, тамаҡ ҡырҙы, һабы бүре тештәре менән биҙәүле, өс тармаҡлы ауыр
165