Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 166


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАМСЫ АШАУ
ҡамсыһын ҡулында уйната-уйната, йыйынды шомландырырҙай серле хәбәрен уртаға һалды. Ә. Хәкимов. Тап шул саҡ Суртмаҡ баҫҡаҡтың етенән урелгән ҡамсыһы ҡарттың арҡаһына эҙ һалып, көйҙөрөп утте. К. Мәргән, һыбайлылар теҙгендәрен ҡуҙғатып, ҡамсыларын ҡул осона алыу менән, аттар кемуҙарҙан елеп сығып китте һәм куп тә үтмәй, һырт аша төшөп, куҙҙән юғалды. Н. Мусин. • Бәз ҡәҙерен белмәҫ ҡулда ҡайсы уйнамаҫ, ат ҡәҙерен белмәҫ ҡулда ҡамсы уйнамаҫ. Әйтем. Яҡшы атҡа ҡамсы кәрәкмәй, уңған ҡыҙға яусы кәрәкмәй. Әйтем. Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар — ҡаласынан бал тамыр, йәш ҡуйынында ҡамсы бар — ҡамсыһынан ҡан тамыр, ҡаласынан биҙермен, ҡамсыһына туҙермен. Әйтем.
2. Шуның менән һуҡҡан яза. □ Наказание плетью. Ҡамсы алыу. Ҡамсы биреу. Я Суртмаҡ баҫҡаҡты ултереп, һыртына куп кенә ҡамсы алғандан һуң Ҡаҙанға оҙатылған еренән мең мәшәҡәт һәм ауырлыҡтар менән юлда ҡасып ҡотола алған Ҡара Табын егетен хан шымсылары куптән эҙәрләп килделәр. К. Мәргән. • Ҡамсыға ат сыҙамаҫ, тамсыға таш сыҙамаҫ. Әйтем.
3. миф. һаҡлау һәм ҡыуыу көсөнә эйә булған ҡорал. □ Плеть (мифологизированный предмет, выполняет обережную и отгонную функции). М Албаҫтыны камсы менән ҡыуалар. Экспедиция материалдарынан.
♦ Ҡамсы һымыҡ һалынып (һәленеп) төшөү һынып аҫылынып тороу (ҡул-аяҡҡа ҡарата). □ Отвиснуть (о руках, ногах). Ҡамсы һымаҡ һәленеп төшкән ҡулдар. Ҡамсы һымаҡ һәленеп төшкән аяҡтар.
ҠАМСЫ АШАУ (Р.: свадебный обряд угощения гостей перед отъездом, ударяя плетью; И.: one of Bashkir wedding rites; T.: bir düğün töreni) и. этн.
Туй йолаһында ҡунаҡтарҙы ҡамсы менән шаярып еңелсә һуға-һуға һыйлау йолаһы. □ Свадебный обряд угощения гостей перед отъездом, ударяя плетью. Ҡамсы ашау
йолаһы. Ҡамсы ашау ваҡыты килеп етте. Ҡамсы ашауҙан һуң ҡайтырға сығабыҙ.
ҠАМСЫ АЯҠЛЫЛАР (Р.: жгутоногие; И.: palpigrade; T.: kamçılılar) и. зоол.
Эҫе илдәрҙә саяндарға яҡын торған үрмәксе һымаҡ бөжәктәр. □ Жгутоногие, щупальценогие (лат. Pedipalpi). Ҡамсы аяҡлыларҙың дурт куҙе була. Ҡамсы аяҡлыларға ҡараған урмәкселәр. Ҡамсы аяҡлылар осраған урындар.
ҠАМСЫ АЯҠТАР и. зоол. ҡар. ҡамсы аяҡлылар. Ҡамсы аяҡтар экзотик бөжәктәр булып һанала. Ҡамсы аяҡтар йылы яҡта йәшәй. Ҡамсы аяҡтар үрмәксегә оҡшаған.
ҠАМСЫҒОРТ (Р: власоглав; И.: Tri-churis; T.: kamçı kurt) и. зоол.
Кешенең эсәгенә төшөп, ҡан һурып ята торған ҡорт. □ Власоглав (лат. Trichocepha-lus). Ҡамсығорт йомортҡаһы. Ҡамсығорт урсеу. Ҡамсығорттар — йомортҡа һалып бик тиҙ урсей торған ҡорттар.
ҠАМСЫЛАНЫУ (ҡамсылан-) ҡ. төш. ҡар. ҡамсылау, страд, от ҡамсылау. Ҡам-сыланып бөтөу. Ҡамсыланған ат шәп итеп сабып китте. Ҡамсыланырға тейеш. М Тынысланыр буҫыҡҡан ер, тағы яҙҙы көтөр сабыр, төштәрендә, ғәжәп, һағыныр ҡамсыланған һәр бер мәлен. Г. Ситдикова.
ҠАМСЫЛАТЫУ (ҡамсылат ) ҡ. йөкм. ҡар. ҡамсылау, понуд. от ҡамсылау. Әсир-ҙәрҙе ҡамсылатырға ҡуштылар. Ҡамсылатып тороу. Ҡамсылатып ҡуйыу. Ҡамсылатырға ҡушыу.
ҠАМСЫЛАУ (ҡамсыла-) (Р: пороть;
И.: flog; thrash; T.: kamçılamak) ҡ.
1. Ҡамсы менән туҡмау. □ Пороть, стегать, сечь, бить плетью, нагайкой, хлыстом кого. Атты ҡамсылау. Ҡамсылап алыу. Ҡамсылап тороу. Ҡамсылап бөтөу. ■ Ә Йылҡыбай ҡамсылап, ярһытып менгән атын, йәйәһенә яйлап һалып, ебәрә уғын атып. «Ҡуҙыйкүрпәс». Манма һыуға төшкән атын ҡамсылаған һыбайлы казак куҙҙән юғалырға өлгөрмәне, алыҫтан, күкһелләнеп ятҡан һил ялан ситенән, был яҡҡа ыңғайлаған дошман танкылары төҫмөрләнде. Я. Хамматов. [Бо-
166