Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 167


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАМУСЕ ҒӨЛҮМ
дархан] Иҙелде йөҙөп кире сыҡҡан берәүҙе ат өҫтөндәге килеш ҡамсылап кире һыуға төшөрөп ҡараны, ләкин уның ғәскәре йәнә алға ташланыр хәлдә түгел ине. Н. Мусин.
2. күсм. Тәнҡитләү, әрләү. □ Бичевать, критиковать. Етешһеҙлектәр өсөн ҡамсылау. Ҡамсылап тороу. ■ Ә бына әҙәм балаһын, бигерәк тә Аҙнаев кеүек ауыр йөк йөкмәгәндәрҙе, һәр саҡ ҡамсылап алға табан ғына ҡыуалар, туҡтап тын алырға ла, хатта артҡа боролоп ҡарарға ла форсат юҡ. Н. Мусин.
3. шиғр. Туҡмау, һуғыу. □ Бичевать, хлестать. Ямғыр ҡамсылай. М Йәйге селләлә өҙөп-өҙөп ҡапыл алама ҡыуғаҙаҡ ел иҫтеме, күр ҙә тор, шуның артынса уҡ дәһшәтле дауыл һуға, ерҙе йәшен ҡамсыларға тотона. Ә. Хәкимов. Ямғыр ҡамсылай баҫыуҙы, ирәйеп китә йәндәр. Т. Ғәниева.
4. миф. Ауырыу эйәләрен, яман көстәрҙе ҡамсы менән ҡыуыу ысулы. □ Магический способ отгона духов болезней, нечистой силы с помощью плётки, нагайки. ■ Нәнәйем ауырыуҙы ҡайһы саҡ ҡамсылай ине. Экспедиция материалдарынан.
ҠАМСЫЛЫ (Р.: с плетью; И.: with a lash; T: kamçılı) и.
Ҡамсыһы булған. □ С плетью; имеющий плеть, хлыст. Ҡамсылы егет. Ҡамсылы һыбайлылар. Ҡамсылы яугирҙар. ■ [Салауат Юлаев һәйкәлендә] юғарыға күтәрелгән ҡамсылы ҡул — ихтыяр һәм маҡсатҡа ынтылыш символы ул. Т. Ғәниева.
ҠАМСЫУ (ҡамсы-) (Р.: ухудшаться; И.: deteriorate; T: kötüleşmek) ҡ. диал.
Көс-ҡеүәт кәмеү, насарланыу. □ Ухудшаться (о здоровье). Ҡамсып барыу. Ҡамсып китеү. Ҡамсып төшөү. Ҡамсып бөтөү. Ҡамсып тороу. Ҡамсып йөрөү. Ҡамсып ултырыу. Ҡамсый төшөү. Ауырыуҙан һуң ҡамсып киттем.
ҠАМТАРЫУ (ҡамтар-) (Р: привязать лошадь за поводья; И.: tie up a horse; T: atı bağlamak) ҡ.
1. Аттың теҙгенен ҡыҫҡартып бәйләү; ҡантарыу. □ Привязать лошадь за поводья,
подняв или закрутив голову. Ҡамтарып ҡуйыу. Ҡамтарып бәйләп ҡуйыу. Ҡәртәгә ҡамтарыу. М Бейеш, атын ҡамтарып ҡуйып, йортҡа керһә, бер бабай әбейе һәм ике балаһы менән ойотҡан эсеп ултыралар. Легенданан.
2. һимеҙ атты сыныҡтырыу өсөн төнгөлөккә ашатмай-эсермәй башын күтәртеп бәйләп ҡуйыу; ҡантарыу. □ Ставить упитанную лошадь на ночь в стойло без корма и воды для сбрасывания веса и закалки. Ҡамтарып ҡуйыу. Байталды төнгөлөккә ҡамтарып ҡуйҙым. Бәйге атын ҡамтарып ҡуйҙыҡ.
3. Аттың дилбегәһен тәртә башына эләктереп ҡуйыу. □ Закрутить вожжи к оглобле. Атты ҡамтарып ҡуйҙым. Юлаусы атын ҡамтарып ҡуйҙы. Ҡамтарып тороу.
4. Ҡайырыу, шаҡарыу. □ Закручивать, выворачивать, скручивать. Ҡулдарын ҡамтарҙылар. Аяғын ҡамтарыу. Артҡа ҡамтарыу.
ҠАМТАУ (ҡамта-) ҡ. диал. ҡар. ҡамау I. Ҡамтап алыу. Ҡамтап тотоу. Ҡамтап тороу. Дошманды ҡамтау. Ҡамтап ятыу.
ҠАМТЫУ (ҡамты-) ҡ. диал. ҡар. матҡыу. Ҡамтып тотоу. Ш Ярһыған ҡаҙаҡ батыры өҙөлгән ҡамсыһын ситкә бырағытты ла, ҡамтып алырға әҙерләнеп, йыуан беләктәрен кәкрәйтә биреп ҡулын алға һонған көйө, иренен сәйнәй-сәйнәй Алдарға уҡталды. Н. Мусин.
ҠАМУҒ (Р: весь; И.: all; whole; T: varlık) a.
Барлыҡ, һәммә. □ Весь, вся, всё, все. Ҡамуғ әҙәм. Ҡамуғ халыҡ. Ҡамуғкеше.
ҠАМУС [ғәр. (Р: словарь; И.: dictionary; T.: kamus) и. иҫк. кит.
Һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә мәғәнәләрен аңлатып йәки икенсе телгә тәржемә итеп төҙөлгән китап; һүҙлек. □ Словарь. «Шәрех ҡамус» китабы. Ш Рәсүлдер ул ҡамусына жә-мағ иркак дәшесенә. М. Өмөтбаев.
ҠАМУСЕ ҒӨЛҮМ (Р: энциклопедия; И.: encyclopaedia; T.: ansiklopedi) и. иҫк. кит.
Фәндең бөтә әлкәһе йәки айырым бер әлкәһе буйынса тулы мәғлүмәт биргән
167