Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 168


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАМШАЛЫУ
һүҙлек рәүешендәге ғилми әсбап; энциклопедия. □ Энциклопедия. Ҡамусеғөлумгә таяныу.
ҠАМШАЛЫУ (ҡамшал-) ҡ. төш. ҡар. ҡамшау. страд, от ҡамшау. Дошмандан ҡамшалдыҡ. Ҡамшалып ҡуйҙыҡ. Ҡамшалып тороу. Ҡамшалып ятыу. ■ Кәзәкейеңде мул теккәндәр, сабыуҙары бигерәк ныҡ, ҡамшалып тора. Т. Морат.
ҠАМШАРЫУ (ҡамшар-) ҡ. диал. ҡар. умырыу. Тиреһен ҡамшарып алды. Итте ҡамшарырға тотондо. Буре һарыҡты ҡамтарған. Аҡсаны ҡамшарып алыу.
ҠАМШАТЫУ (ҡамшат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡамшау. понуд. от ҡамшау. Ҡамшатып тороу. Ҡамшатып бөтөу. ■ Был бандиттар, көсәйгәндән-көсәйә барып, бер саҡ беҙҙе лә ҡамшатып ҡуймаһалар ярар ине. 3. Биишева.
ҠАМШАУ (ҡамша-) (Р.: обхватывать; И.: enfold; grapple; T.: kuşatmak) ҡ.
1. Әйләндерел, уратып тотоу. □ Обхватывать, обступать кого, что. Ҡамшап ҡосаҡлап алды. Ҡамшап тотоу. Ҡамшап йөрөу.
2. диал. Уратып алыу. □ Окружать, охватывать. Дошман ҡамшау. Ҡамшап алыу. ■ Халыҡ беҙҙе ҡамшап алды. Т. Морат.
3. кусм. Әйләндерел биләү; уратып ҡамау. □ Окружать, держать в руках, не давать воли. Ҡамшап алыу. Ҡамшап тотоу. Әйләнә-тирәләге халыҡты ҡамшап тотоу.
4. диал. Ҡапшау, ҡармау. □ Ощупывать. Кеҫәләрен ҡамшап ҡараны. Ҡамшай башлау. Ҡамшап сығыу.
ҠАМШАЯҠ (ҡамшаяғы) (Р.: пиала; И.: drinking bowl; T.: kâse) и. диал.
1. Йәйпәк ауыҙлы, тар төплө тотҡаһыҙ сынаяҡ; каса. □ Пиала. Ҡамшаяҡҡа сәй яһау. Ҡамшаяҡтан сәй эсеу. Камшаяҡты йыуып ҡуйыу.
2. Ҙур булмаған сөм һауыт; сеүәтә. □ Чашка, миска небольшого размера. Ағас ҡамшаяҡ. Тимер ҡамшаяҡ. Камшаяҡтан аш ашау.
ҠАМШЫРЫҠ (ҡам шы р ығы) (Р: твёрдое нёбо; И: hard palate; T.: sert damak) и. анат. диал.
Ауыҙ ҡыуышлығын танау ҡыуышлығынан айырып тороусы һөйәк бүлге; ҡаты аңҡау. □ Твёрдое нёбо. Ҡамшырығыма төйөн тығылды. Өҫкә ҡамшырыҡ. Ҡамшы-рыҡты ауырттырыу.
ҠАМШЫУ (ҡамшы-) (Р: брать в рот; И.: bite; T.: ağza almak) ҡ. диал.
Ауыҙға алыу; ҡабыу. □ Брать в рот. Ҡамшып ҡарау. Ҡамшып йотоу. Бер генә ҡамшып йотто ла ашаманы.
ҠАМШЫЯҠ (ҡамшыяғы) и. диал. ҡар. ҡамшаяҡ. Ҡамшыякты йыуыу. Камшыяҡҡа ҡойоу. Ҡамшыякты өҫтәлгә ҡуйыу.
ҠАМЫЛ (Р: стерня, жнивьё; И.: stubble; T.: anız) и.
1. Игенде урғас, төбөндә ултырып ҡалған һабағы. □ Стерня, жнивьё. ■ Көндән-көн һарғайған арыштар урылып, баҫыу бары ҡоро ҡамылдар менән генә ҡалып бара. Ғ. Хәйри. Табандары кунгә әйләнеп бөткән ун бер-ун ике йәшлек малайҙар, ҡыҙҙар йәлп иттереп ерҙә ятҡан усмаларын эләктерҙеләр ҙә, шырт ҡамылдан балтырҙарын һыҙыртып, төрлө яҡҡа һыпырттылар. Р. Солтангәрәев. Алыҫта сабылған ҡамыл өҫтөндә һалынған, өҫтө аҡ ҡар ябынған эҫкерт куренә башлағас, Сабур ҡара тиргә төшкән Турысайын тағы ла тығыҙлап йәһәтләне. Р. Өмөтбаев.
2. Үҫеп ултырған, өлгөргән иген һабағы. □ Стебель (растущего хлеба). Ҡамылда ултырған иген. Ҡамыл ҡатырыу. Я Хәле барыраҡ биш малай, тындары ҡыҫылғансы йугереп, ҡамыл араһына һибелде. М. Кәрим. Ҡайһы берәуҙәр, ураһы алдарын төнләтеп булһа ла урып бөтөрөу өсөн, куҙ бәйләнгәнсе ҡамыл араһында бөксәнләп йөрөнө. Ж. Кейекбаев. • Иген ҡамылынан билгеле. Әйтем.
3. диал. Сабылғандан ҡалған үлән төбө. □ Стерня скошенной травы. Яланда ҡамылдар ғына ултырып ҡалған. Ҡамылға аяҡты һыҙырҙым. Ҡамыл ғына куренеу.
168