ҠАМЫР АҒАСЫ
ҠАМЫЛҒА УЛТЫРЫУ (ҡамылға ултыр-) (Р.: пустить стебель; И.: stem; T.: filizlenmek) ҡ.
Һабаҡ ебәреү, һабаҡланыу. □ Пустить стебель. Арыш ҡамылға ултыра башланы. Ҡамылға ултырған бойҙай. Ҡамылға ултырып бөтөу.
ҠАМЫЛ ЕР (Р: жнивьё; И.: stubble-field; T.: anızlık) и.
Игене урылып, ҡабаттан һөрөлмәгән ер. □ Жнивьё, сжатое поле. Ҡамыл ерҙәрҙе һөрөу. Ҡамыл ерҙән торған урын. Ш Ҡупме ҡамыл ерҙәр һабан көтөп ята. Б. Бикбай.
ҠАМЫЛЛЫ (Р: со стернёй; И.: having stubble; T.: amzh) c.
Ҡамылы булған. □ Co стернёй, стеблем. Оҙон ҡамыллы бойҙай. Йыуан ҡамыллы арыш. ■ Зөлҡәрнәй, оҙон ҡамыллы, тулы башаҡлы бойҙайҙарҙы көсәнеп тарта-тарта, манма һыуға батты. Ғ. Дәүләтшин.
ҠАМЫЛЛЫҠ (ҡамыллығы) (Р: стерня;
И.: stubble remains; T.: anızlık) и.
Ашлыҡ урғандан һуң ҡала торған ашлыҡ түҙҙәре. □ Стерня, пожни. Ҡамыллыҡты һөрөу. Ҡамыллыҡта йөрөу. V Ҡамыллыҡ төнгө ай яҡтыһында тағы ла һарғайып куренә. Ғ. Хәйри.
ҠАМЫЛ ТӨБӨ (Р: почва на сжатом поле; И.: soil on a stubble-field; T: amzh toprak) и.
Ашлығы урылған ерҙең тупрағы. □ Почва на сжатом поле. Ҡамыл төбө генә куренеп ята. Ҡамыл төбө ҡарайып куренә. ■ Ҡөндәр ҡапыл йылы, ҡояшлы булып киткәс, ҡамыл төптәре йомшаҡ ҡурпылар менән ҡапланды. Б. Бикбай.
ҠАМЫР [ғәр. ‘әсе икмәк’] (Р: тесто; И.: dough; T.: hamur) и.
1. Нимәлер бешереү өсөн баҫҡан он иҙмәһе. □ Тесто. Сөсө ҡамыр. Әсе ҡамыр. Йомортҡаға баҫҡан ҡамыр, һөткә баҫҡан ҡамыр. Арыш ҡамыры. Билмән ҡамыры. Икмәк ҡамыры. Туҡмас ҡамыры. Ҡамыр баҫыу. Ҡамыр әсетеу. Бәлешкә ҡамыр ҡуйҙым. ■ Ҡамыры ташып сыҡҡас, Рауза табаға еләк бөккәндәре яһап һалды, төрләп, ваҡлап, кумәстәр ултыртты. Т. Ғарипова.
[Гөльямал] онон иләп, ағас табаҡта баҫып, ҡамырҙы туңәрәкләндереп ҡуна таҡта өҫтөнә таба ҙурлығындай иңләп йәйҙе. Я. Хамматов. • Ирҙәр — имән тамыры, ҡатындар — бойҙай ҡамыры. Әйтем. Ҡамыр бешереу — ҡоҙа төшөрөу. Әйтем. Бал балсыҡ ашата, балан ҡамыр ашата. Мәҡәл.
2. кусм. Ҡулынан йүнле эш килмәгән, бешмәгән, булдыҡһыҙ (кеше тураһында).
□ Растяпа. Торғаны бер ҡамыр. ■ Тимер Янһаров, мин һеҙҙе тимергә һанап йөрөһәм, һеҙ ҡамыр икәнһегеҙ әле, ҡамыр. Б. Бикбай.
3. Йомшаҡ матдә. □ Мягкое вещество. Ҡамыр булыу. Ҡамырға әйләнеу. ■ Ҡәҙриәнең тәне уттай эҫе, йөҙө бурҙат төҫлө ҡыҙарған, аяҡ-ҡулы, ҡамырға әйләнеп, таралып бара. Ә. Хәкимов. Тимер, ҡорос булатты ҡамыр иткән бармы икән? Халыҡ ижадынан.
4. миф. Мифик предмет, ышаныуҙар буйынса, унан кеше әүәләнгән; күҙ тейеүҙе имләгәндә ҡулланыла. □ Тесто (мифологизированный предмет, из которого создан человек; участвует в обрядах изгнания сглаза). М Ҡаты куҙ тейһә, бала кук-рәктән тын ала алмай. Бындай осраҡта «эт кукрәген» ябаһың. Был им-том шунан ғибәрәт: эҫе һыуға аҙ ғына ҡамыр баҫаһың да, шуны майлап, ауырыу бала кукрәгенә, йөрәк ауыҙына теймәй генә ябаһың. Башҡорттарҙың им-том китабынан. Һин балыҡҡа сығып китеуең менән, — тип һөйләп алып китте, ти, әбей, — ҡамыр баҫтым да унан ике малай яһап, һандыҡҡа һалдым. Әкиәттән.
♦ Ҡамыр аяҡ оҙаҡ атлай алмай ултырған, кәрһеҙ (балаға ҡарата). □ Хилый, болезненный (о ребёнке). Ҡамыр аяҡ бала. Ҡамыр итеү кемделер юҡҡа сығарыу. □ Стереть в порошок кого. Ҡамыр итеп әрләп ташлау.
ҠАМЫР АҒАСЫ (Р: боярышник; И.: hawthorn; T.: kızılcık) и. бот. диал.
Ҡыҙыл йәки һары емешле, эре энәле ҡыуаҡ ағас; энәлек. □ Боярышник (лат. Crataegus). Ҡамыр ағасы сәнскеле була. Ҡамыр ағасы емеше. Ҡамыр ағасына сәнселеу.
169