Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 171


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАМЫТ АҒАСЫ
□ Рябина (лат. Sorbus). Ҡамырлауыҡ емеше ауыҙымды бөрөштөрҙө. Ҡамырлауыҡ ҡып-ҡыҙыл булып янып ултыра. Ҡамырлауыҡ ҡайнатмаһы.
ҠАМЫРЛЫ (Р.: с тестом; И.: with dough; T.: hamurlu) с.
1. Ҡамыры булған. □ С тестом, имеющий тесто. Ҡамырлы һауыт. Ҡамырлы сөсискалар. Ҡамырлы табаҡ.
2. Ҡамырға буялған. □ Запачканный тестом. Ҡамырлы таҡта. Ҡамырлы ҡалаҡ. Ҡамырлы ҡул.
ҠАМЫРЛЫҠ (ҡамырлыгы) (Р: боярышник; И.: hawthorn; T.: kızılcık) и. бот. диал.
Ҡыҙыл йәки һары емешле, эре энәле ҡыуаҡ ағасы һәм уның емеше; энәлек. □ Боярышник (лат. Crataegus). Ҡа-мырлыҡ йыйыу. Ҡамырлыҡ ашау. ■ Сәнскеле ҡамырлыҡ ағастары [балаларҙың] әле биттәрен, әле ҡулдарын тырнаны. Р. Ғабдрахманов.
ҠАМЫРТАРАҠ (ҡамыртарағы) (Р: бёрдо; И.: reed (in loom)\ T.: kıhç) и. туҡ. диал.
Буйлыҡҡа үткәрелгән арҡауҙы тартып тығыҙлай торған тешле-тешле ҡорал; ҡылыс. □ Бёрдо (часть ткацкого станка). Бишле ҡамыртараҡ. Туғыҙлы ҡамыртараҡ. Ҡамыртараҡ тештәре.
ҠАМЫР ТЕШ (Р: молочный зуб; И.: baby tooth; T.: süt dişi) и. һөйл.
һөт теше. □ Молочный зуб. Ҡамыр тештәре сыға башлау. Ҡамыр тештәре төшөп бөтөу. М «Сысҡанға — ҡамыр теш, һиңә — тимер теш», — тип баланың төшкән тешен баҙға ташлайбыҙ. Экспедиция материалдарынан.
ҠАМЫТ (Р: хомут; И.: yoke; T: hamut) и.
1. Йөк тағып һөйрәтеү өсөн екке малдың муйынына кейҙерә торған нәмә. □ Хомут. / Хомутный. Ҡамыт ағасы. Ҡамыт кейеҙе. Ҡамыт мөйәте. Ҡамыт куне. Ҡайыш ҡамыт. Үгеҙ ҡамыты. Йукә ҡамыт. Ҡамыт кейҙереу. Ҡамыт һуғыу. ■ Ул [Сәғиҙә] ҡапҡанан ингәндә, Йомағол атын туғарып, ҡамытын һалдырып тора ине. М. Тажи. • Аты булһа,
ҡамыты табылыр. Әйтем. Атты ҡамытҡа улсәп алмайҙар, ҡамытты атҡа улсәп алалар. Әйтем. Атты ҡамыты йугертә, ирҙе намыҫы йугертә. Мәҡәл. һыйырға ҡамыт кейҙермәйҙәр. Әйтем. Бер атҡа ике ҡамыт кейҙермәйҙәр. Әйтем.
2. кусм. Өҫкә төшкән йөк, йөкләмә, бурыс. □ Хомут, обуза, бремя. ■ [Нияз Ғәмбәрис улы:] Ялҡауланмаған кешегә ҡамыты ла табылып тора ул, ошоғаса бер ҙә эшһеҙ ятҡаныбыҙ юҡ. «Йәшлек», 23 март 2012. Нисек тә Әсләмде башлы-куҙле итергә, муйынына тағы бер ҡамыт кейҙерергә кәрәк. Р. Камал.
3. миф. Бәлә, мәшәҡәт, ығы-зығы символы; шул уҡ ваҡытта һаҡлау көсөнә эйә булып тора. □ Хомут как атрибут беды; в то же время имеет отгонную и обережную силу. ■ Бала аҫтын еуешләһә, уны аттың ҡамытынан сығарғандар. Экспедиция материалдарынан.
♦ Донъя ҡамыты тормош мәшәҡәттәре, көнкүреш ығы-зығыһы. □ Бремя жизни. Донъя ҡамытын кейеу. Донъя ҡамытын иңдәренә һалды. Муйынға ҡамыт кейеү ауыр бурыс алыу, ауыр эш йөкмәү. □ Взять на себя бремя. ■ Юҡһа, беҙҙең әуҙем ижади заттарыбыҙ йыш ҡына муйынына бер нисә ҡамыт, башына шунса йугән кейҙерелеп, ауыҙлыҡланған, шул уҡ ваҡытта тышалған эш атын хәтерләтә башлай. «Йәшлек», 16 март 2012. Муйынына ҡамыт теймәгән 1) бер ҙә егелмәгән (атҡа ҡарата). □ Ни разу не запряжённый (о лошади)', 2) ауыр эш күрмәгән, донъя ауырлығын татып өлгөрмәгән (кешегә ҡарата). □ Не испытавший тяготы жизни. Муйынына ҡамыт теймәгән егет был ауырлыҡтан аптырап ҡалды.
ҠАМЫТ АҒАСЫ (Р: клешни хомута; И.: detail of a yoke; T.: hamut) и.
Аттың муйынына кейҙереү өсөн бөгөп әҙерләнгән ағас. □ Клешни хомута. Ҡамыт ағасы әҙерләу. Ҡамыт ағасы кейҙереу. Ҡамыт ағасы бөгөу.
171