Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 172


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАМЫТ АЯҠ
ҠАМЫТ АЯҠ (аяғы) (Р.: кривые ноги; И.: crooked legs; T.: kılıçbacak) и. һөйл.
1. Кәкре аяҡ. □ Кривые ноги. Я Ысынлап та йомғаҡҡа оҡшаған йомро кәүҙәле, көҙгө имән япрағы һымаҡ һарғылт сыбар, оҙон аҡ йөнлө был кескәй эт, ҡамыт аяҡтарын арҡыс-торҡос баҫып, тайпанлап, яҫы ҡойроғон уңға-һулға һелтәй-һелтәй килеп тә етте. 3. Биишева.
2. Кәкре аяҡлы кеше. □ Кривоножка, кривоногий человек. Ҡамыт аяҡ шәп йүгерә. ■ Ҡарун байҙың берҙән-бер улы ҡамыт аяҡ, иләк битле булған. 3. Биишева. [Ҡим:] һе! Шул ҡамыт аяҡ миңә, күҙҙәрен май урлап ашаған бесәйҙәй мызылдатып: «Слушай, бынамын тигән ҡыҙыл һаплы еҙнәй бәкеһе алғың киләме?» — тигән буласы. Й. Солтанов.
ҠАМЫТ АЯҠ ИМЕ (Р: магический способ избавления от кривизны ног; И.: magical way to treat pigeon toes; T.: kılıçbacaktan büyü ile kurtulmak çaresi) и. миф.
Ҡамыт аяҡлы баланы ҡолон аяҡтары араһынан үткәреп имләү йолаһы. □ Магический способ избавления от кривизны ног, заключающийся в проведении кривоногого ребёнка между ногами жеребёнка и произнесении заговора для выпрямления кривых ног. ■ Ҡамыт аяҡ име: «Дүрт аяҡ, ҡамыт аяҡ, ҡырғаяҡ, оҙон муйын, төймә баш, ҡамыт аяҡтары менән ҡасан атлар был бәпес?» Башҡорт мифологияһынан.
ҠАМЫТ АЯҠЛЫ (Р: кривоногий; И.: bandy legged; T.: kılıçbacak) с.
Кәкре аяҡлы (кешегә ҡарата). □ Кривоногий (о человеке). Ҡамыт аяҡлы бала. Ҡамыт аяҡлы ҡыҙ. V Ҡамыт аяҡлы улының да әсәһе артынан сыҡҡанын күреп, Ғәйнулла буйһондо. Ғәлене күтәреп өйгә алып инеп китте. М. Хужин. Әгәр Анатолий алсаҡ йөҙлө, һинең менән ысын күңелдән йылмайып һөйләшһә, ялтырап торған хром итек кейеп йөрөгән ҡамыт аяҡлы Андрей — уның тап киреһе. Р. Хажиев.
ҠАМЫТБАУ (Р: гуж; И.: tug; T.: kayış) и.
Ҡамыттың дуға менән тәртәне эләктереп торған ике яҡ бауы; ҡолаҡбау. □ Гуж.
Дуғаны ҡамытбауға беркетеү. Ҡамытбау өҙөлөп китеү. Ҡамытбау ишеү.
ҠАМЫТ БАУЫ и. ҡар. ҡамытбау. Ҡамыт бауын тарттырыу. Ҡамыт бауы өҙөлөү. ■ Ала айғырҙы Алайғырҙы күленең батҡыл төбө һурып батыра бара... Ауыҙыма һыу тулыуҙан сәсәй-сәсәй, ҡамыт бауҙарын ыскындырырға тотондом. Ф. Иҫәнғолов.
ҠАМЫТ-ДУҒА (Р: сбруя; И.: harness; Т.: koşum) и. йыйн.
Атты егеү өсөн кәрәк булған нәмәләр.
□ Сбруя. Ҡамыт-дуға әҙерләү. М Ҡамыт-дуға, тимер-томор, кәрәсин-һабын менән төшөмлө генә һатыу итеүсе Мөхтәсимдә нисәнсе быуындандыр ҡәйнеш тейешле кеше хеҙмәтселектә тора. М. Кәрим. Тәҙрәһеҙ өй буламы ла, ҡамыт-дуғаһыҙ ат егәләрме? Н. Мусин.
ҠАМЫТ КЕЙЕҘЕ (Р: подушка хомута; И.: felt yoke cushion; T.: hamut altına geçirilen keçe) и.
Ҡамыт аҫтына ҡуйыла торған кейеҙ.
□ Подушка хомута. Ҡамыт кейеҙе ҡуйыу. ■ Тарихҡа күҙ һалһаҡ, йәйгеһен башҡорт йәйләүгә сыҡҡанда тирмәһен кәпләгән, ат еккәндә ҡамыт кейеҙе ҡулланған. «Йәйғор», 10 август 2010. Хәсән келәт эргәһенә килгәндә, өлатаһы тупһаға ултырып ҡамыт кейеҙен рәтләй ине. М. Ғиләжев.
ҠАМЫТ КҮНЕ (Р: кожаная обшивка хомута; И.: leather yoke decking; T.: hamut derisi) и.
Ҡамыттың күндән эшләнгән тышы.
□ Кожаная обшивка хомута. Ҡамыт күне тегеү. Ҡамыт күне ҡуйыу. Ҡамыт күне туҙған.
ҠАМЫТ-ҠОРАНТЫ и. диал. ҡар. ҡамыт-дуға. Ҡамыт-ҡорантыны йыйып ҡуйыу. Ҡамыт-ҡорантыларҙы соланда ҡалдырыу. Ҡамыт-корантыларҙы алып, ат егергә сығыу.
ҠАМЫТ-ҠУЛАН и. диал. ҡар. ҡамыт-дуға. Ҡамыт-кулан кейҙереү. Ҡамыт-кулан менән ат егеү. ■ Бейә ҡамыт-ҡуланын һелкетеп, бышҡырып алды. Й. Мостафин.
172