ҠАМЫТ-ЫҢҒЫРСАҠ
ҠАМЫТ-ҠУРАМТА и. диал. ҡар. ҡамыт-дуға. Ҡамыт-ҡурамта әҙерләу. Ҡамыт-ҡурамтаны кәртәгә алып инеу. Ҡамыт-ҡурамтаны арбаға һалыу.
ҠАМЫТЛАНЫУ (ҡамытлай-) ҡ. төш. ҡар. ҡамытлау, страд, от ҡамытлау. Ат ҡамытланып бөттө. Ҡамытланған аттар. Бөтәһенә лә яуаплы эш тейҙе, егет ҡорона инә башлаған малайҙар ҙа ҡамыт-ланды. Я Ниһайәт, кеше малын ҡыуып алып китеуҙе, «истәк» тип аталғандарҙы талауҙы төп шөғөл иткән Жарас ауыҙлыҡланды. Уның менән ҡуша мәңге туйыу белмәгән барымтасылары ла ҡамыт-ланды. Ф. Аҡбулатова.
ҠАМЫТЛАТЫУ (ҡамытлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡамытлау, понуд. от ҡамытлау. Ат ҡамытлатҡанда ҡарышып маташты. Ҡамытлатып алыу. Атты һинән ҡамытлатмаһам, мине танымай бит ул.
ҠАМЫТЛАУ (ҡамытла-) (Р.: надевать хомут; И.: put a yoke; T.: hamutlamak) ҡ.
1. Ҡамыт кейҙереү. □ Надевать хомут. Ҡамытлап егелгән ат. Ҡамытлай һалырға кәрәк. Я Ашап бөтөу менән Нажар бабай аттарҙы ҡамытланы, ҡамыттың ҡолаҡ бауына оҙон кубә арҡаны таҡты, аттарҙы уңлекләп, төшмәһен өсөн, уларҙы арҡалыҡ ҡайышы менән тарттырып бәйләне. Н. Мусин.
2. кусм. Бурыс, йөкләмә йөкмәтеү. □ Возлагать обязанности. Ҡамытларға кәрәк. Ҡамытлай башлау. Ҡамытлап ҡуйыу.
3. кусм. Тотоу, эләктереү. □ Поймать, взять в руки. Егетте ҡамытлау. Ҡамытларға уйлау. Ҡамытларға теләу.
ҠАМЫТЛЫ (Р: запряжённый; И.: harnessed; T: hamutlu) с.
Ҡамыты булған, егелгән. □ С хомутом; запряжённый. Ҡамытлы аттар. Я Әле бына йә эйәрле, йә ҡамытлы аттар кукуруз баҫыуын ҡыҙырып йөрөй. М. Кәрим.
ҠАМЫТЛЫҠ (ҡамытлығы) (Р.: холка лошади, на которую надевается хомут; И.: withers; T: atın omuz başı) и.
Ат муйынының ҡамыт ята торған урыны. □ Холка лошади, на которую надевается хомут. Аттың ҡамытлығы беленеп тора. Ҡала балаһына нисек итеп ат егергә ҡушаһың, аттың ҡамытлығы ҡайҙа икәнен дә белмәй бит ул.
ҠАМЫТ МӨЙӘТЕ (Р: хомутина; И.: yoke padding; T: kedene) и.
Ҡамыт ағасының эске яғына уратып ҡуйылған йомшаҡ нәмә. □ Хомутина. Ҡамыт мөйәте уреу. Йукәнән урелгән ҡамыт мөйәте. Я Йәштәр ни, һөйләшер ҙә, көлөшөр ҙә, — тип һаман ҡамыт мөйәтен ямауҙы белә Йәнтурә. Н. Мусин.
ҠАМЫТСЫ (Р: хомутник; И.: yoke maker; T.: hamutçu) и.
Ҡамыт яһау оҫтаһы. □ Хомутник, хомутчик (мастер, изготавливающий хомуты). Ҡамытсыға заказ биреу. Ҡамытсы булып китеу. Ҡамытсы һәнәрен уҙләштереу.
ҠАМЫТ УЛАҒЫ (Р: яремный жёлоб; И.: jugular vallecula; T.: arka yırtık deliği) и. анат.
Йылҡы малының муйынының аҫ яҡлап баштан алып ботона табан һуҙылған соҡор-соҡтар. □ Яремный жёлоб. Аттың ҡамыт улағында барлау венаһы урынлашҡан. Ҡамыт улағы тәңгәлендә. Ҡамыт улағы беленеп тора.
ҠАМЫТ ҺУҒЫУ (ҡамыт һуҡ-) (Р: натереть хомутом; И.: chafe with a yoke; T.: hamut ile kırmak) ҡ.
Аттың ҡамытлығын ҡамыт ҡырыу. □ Натереть хомутом. Ҡамыт һуғып бөткән. Аттың арҡаһын ҡамыт һуҡҡан. Ҡамыт һуҡҡан урындың тиреһе ҡырылып тора. • Ҡарт алашаны ҡамыт һуҡмай. Әйтем.
ҠАМЫТ-ЫҢҒЫРСАҠ (ҡамыт-ыңғырсағы) и. ҡар. ҡамыт-дуға. Н һалабаш ташыусыларҙың оҙон кукрәкле арбаларын, ҡамыт-ыңғырсағын төҙәткеләп, еп-йышыуын етештереп тороу, быларҙан тыш кешеләргә аҙыҡ таратыу ҙа уның [Ғиззәттең] елкәһендә ине. Н. Мусин. Яҙғы бысраҡта был иҫәп бик ук хисапҡа килеп етмәй, әлбиттә, йә ҡамыт-ыңғырсаҡ ватылып, тәртә сығып, йә ат батып ыҙа
173