ҠАМЫТ ЭНӘҺЕ
сигеуҙән тыш, ни арба, ни сана миҙгелдә юл йөрөу былай ҙа мәрәкә тугел. Ә. Хәкимов. Ул [Сәлихйән бабай] ат аҙбарының арғы башында йылы келәттә ҡамыт-ыңғырсаҡтарҙы рәтләштереп ултыра ине. Р. Ғабдрахманов. Ҡамыт-ыңғырсаҡтарҙы дегет еҫе аңҡыған ҡарауыл йортона индереп, стеналағы оҙон тимер сәйгә элгәс, Тимерғәле ҡайтырға сыҡты. Я. Хамматов.
ҠАМЫТ ЭНӘҺЕ (Р.: большая игла; И.: large needle; T.: büyük iğne) и.
Ҡалын, ҡаты нәмәләрҙе тегә торған йыуан энә. □ Большая игла (для шитья толстых вещей). Ҡамыт энәһе кәрәк ине. Ҡамыт энәһе менән тегеу. Был туҡыманы ҡамыт энәһе менән генә тегеп була.
ҠАМЫШ (Р.: камыш; И.: reed; T.: kamış) и. бот.
Күрәндәр ғаиләһенә ҡараған, һыу ситендә үҫә торған көпшәк һабаҡлы эре үлән. □ Камыш, тростник. / Камышовый, тростниковый (лат. Scirpus). Ҡул ҡамышы. Әрәмә ҡамышы. Диңгеҙ ҡамышы. Йомро ҡамыш. Өс ҡырлы ҡамыш. Урман ҡамышы. Бала ҡамыш. Безелдәк ҡамыш. Шәкәр ҡамышы. Ялпаҡ ҡамыш. Энә ҡамыш. Суре ҡамыш. Ҡамыш кәрзин. Ҡамыш ҡыйыҡ. Ҡамыш екәне. К Биткәйен йыйырсыҡлап, кул йылмайҙы, баш эйҙе ситендәге ҡамыштары. Ш. Бабич. Буйҙары зифа ҡамыштар шым ғына йырлап тора. Р. Ниғмәти. Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды сор ҡурайҡай итеп тартайым. Халыҡ йырынан. • Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ. Әйтем.
ҠАМЫШАЯҠ (ҡам ы ша я ғы) (Р.: маленькая деревянная посуда; И.: small wooden ware; T.: küçük ahşap kap) и. диал.
Бәләкәй ағас һауыт. □ Маленькая деревянная посуда. Ҡамышаяҡты өҫтәлгә ҡуйыу. Ҡамышаяҡҡа һалыу. Ҡамышаякҡа ҡойоу.
ҠАМЫШ БЕСӘЙЕ (Р: кот камышовый; И.: jungle cat; T.: sazlık kedisi) и. зоол.
Ҡыр бесәйе төрө. □ Кот камышовый, болотная рысь (лат. Felis chaus). Ҡамыш бесәйе йорт бесәйенән купкә ҙурыраҡ була. Ҡамыш бесәйҙәре һаҙлыҡтарҙағы ҡамышлыҡтарҙа,
ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Ҡамыш бесәйҙәре һыу ҡоштары, шулай уҡ ҡуян, йомран, хатта ҡабан сусҡаһы балалары менән дә туҡлана.
ҠАМЫШ ГӨЛ (Р: алоэ; И.: aloe; Т.: sarısabır) и. бот. диал.
1. Ләлә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған итләс ҡыяҡ япраҡлы көньяҡ үҫемлеге; алой.
□ Алоэ (лат. Aloe). Ҡамыш гөл уҫтереу. Ҡамыш гөл һауыты. Ҡамыш гөл бик итләс япраҡлы була.
2. Оҙон зифа олонло, иң осонда өлпөләнеп торған эре ҡауырһын япраҡлы мәңге йәшел көньяҡ ағасы; пальма. □ Пальма (лат. Palma). Бында ҡамыш гөл купләп уҫә. Ҡамыш гөл төбөндә тороу. Ҡамыш гөлдө фотоға төшөрөп алыу.
ҠАМЫШ ГӨЛӨ (Р.: амариллис; И.: amaryllis; T.: çoban çiçeği) и. бот.
Амариллистар ғаиләһенә ҡараған ҡамыш һымаҡ һабаҡлы, ал, ҡыҙыл сәскәле һуғанбаш тамырлы бүлмә үҫемлеге. □ Амариллис (лат. Amaryllis). Ҡамыш гөлө сәскәһе. Ҡамыш гөлө сәскә атҡан. Ҡамыш гөлө тамырынан урсей.
ҠАМЫШ ЕКӘНЕ (Р: рогоз; И.: bulrush, reedmace; T.: hasır otu) и. бот.
Күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, йөнтәҫ, оҙонса башлы ялпаҡ күл ҡамышы һәм уның йөнтәҫ, туҡмаҡ һымаҡ башы.
□ Рогоз (лат. Турһа). Ҡамыш екәне өҙөп алыу. Ҡамыш екәне. Ҡамыш екәне куренеп ултыра.
ҠАМЫШ КӨЙГӘНӘГЕ и. зоол. ҡар. ҡамышҡара. Ҡамыш көйгәнәге ояһы. Ҡамыш көйгәнәге ҡамыш араһында оялай. Ҡамыш көйгәнәге — һыу ҡошо.
ҠАМЫШ ҠОМАҒЫ (Р: крыса тростниковая; И.: cane rat; T.: kamış sıçanı) и. зоол.
һыу ятҡылыҡтарында, һаҙлыҡтарҙа йәшәүсе, үләндәр, ҡамыш, кукуруз кеүек үҫемлектәр менән туҡланыусы йәнлек.
□ Крыса тростниковая (лат. Thryonomys swinderianus). Ҡамыш ҡомаҡтары Африкала киң таралған. Ҡамыш ҡомаҡтары һыуҙа бик яҡшы йөҙә һәм сума. Африкалылар ҡамыш ҡомағы итен яратып ашайҙар.
174