Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 175


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАМЫШ ТУРҒАЙЫ
ҠАМЫШҠАРА (Р.: лунь болотный; И.: harrier; T.: tavşan tazısı) и. зоол.
Ыласындар ғаиләһенә ҡараған, ҡамыш араһында оялап, өйрәк, баҡа, йомран, сысҡан тибеп ашай торған һаҙ мүктәргеһе (ҡарғанан ҙурыраҡ, башы, ҡойроғо буҙ, түше сыбар, ҡалған ере асыҡ көрән төҫтә). □ Лунь болотный, лунь камышовый (лат. Circus aeruginosus). Инә ҡамышҡара. Ата ҡамышҡара. М [Ҡамышҡара] башҡа көйгәнәктәрҙән ҡауырһындарында аҡ төҫ булмауы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
ҠАМЫШ ҠЫЛҒАН (Р: чий; И.: асһпа-therum; T.: çim) и. бот.
Ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған һепертке сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Чий (лат. Achnatherum). Ҡамыш ҡылған баҫҡан ялан. Ҡамыш ҡылғанлы дала. Был тау битләүендә ҡамыш ҡылған куп.
ҠАМЫШЛЫ (Р: камышовый; И.: reed; T.: kamışlı) с.
Ҡамышы булған. □ Камышовый, с камышом. Ҡамышлы кул. Ҡамышлы яр буйы. М Ҡамышлы кулдең ҡаҙы бар, ҡыҙ баланың наҙы бар. Халыҡ ижадынан.
ҠАМЫШЛЫҠ (ҡамышлығы) (Р: заросли камыша; И.: reed growth; T.: kamışlık) и.
Ҡамыш күп үҫкән ер. □ Заросли камыша. ■ Таштуғай ҙа буйы, ай, шау ҡамыш, ҡамышлыҡтан килә бер тауыш. Халыҡ ижадынан. Яр ситендәге ҡуйы ҡамышлыҡтар өҫтөндә ҡыр өйрәктәре өйөрөлә. 3. Биишева. Яҡындағы ҡамышлыҡтан яңғыҙ ҡоштоң сырылдауы ғына ишетелә, ул меҫкендең ояһы ошо тирәлә, ахыры, бик тынысһыҙлана.
з. Ураҡсин.
ҠАМЫШ СЫПСЫҒЫ (Р: болотная камышовка; И.: marsh warbler; T.: çalı kamışçım)
и. зоол. диал.
1. Башҡа турғайҙарҙан башлыса тауышы менән айырылған бәләкәй генә бик теремек йырсы ҡошсоҡ; ҡурҙай. □ Болотная камышовка (лат. Acrocephalus palustris). Ҡамыш сыпсығы һайрай. Ҡамыш сыпсығы балаһы. Ҡамыш сыпсығы һыуға яҡын урындағы таллыҡтарҙа, ҡамыш араларында йәшәй.
2. Һырты ерәнһыу сыбар, ҡорһағы һәм түше аҡһыл ерән төҫтәге сырылдап һайраусы, турғайҙан бәләкәйерәк күсмә ҡош; сыбар ҡурҙай. □ Камышовка-барсучок (лат. Acrocephalus schoenobaenus). Ҡамыш сыпсығы ояһы. Ҡамыш сыпсығы балаһы. Ҡамыш сыпсығының ояһы ҡамыш йәки үлән һабаҡтарында була.
ҠАМЫШ ТАУЫҒЫ (Р: камышница; И.: common moorhen; T.: saztavuğu) и. зоол.
Үлән һәм ҡамыш баҫҡан йылға, күл, һаҙлыҡтарҙа йәшәүсе, ҡанаттары, арҡаһы, ҡойроғоноң өҫ яғы ҡара көрән, кәүҙәһенең башҡа өлөшө ҡара-һоро төҫтәге күсмә ҡош. □ Камышница (лат. Gallinula chloropus). Ҡамыш тауығы йомортҡаһы. ■ [Ҡамыш тауығының] һары төҫтәге куҙе һоро һәм ҡыҙыл түңәрәктәр менән уратылған. Э. Ишбирҙин.
ҠАМЫШ ТУРҒАЙЫ (Р: камышовая овсянка; И.: reed bunting; T.: bataklık kiraz kuşu) и. зоол.
1. Йылға, күл буйҙарындағы ҡамыштарҙа, үлән араһында йәшәүсе, башы ҡара, арҡаһы ҡара буйлы ерәнһыу көрән, ҡойроғо һәм ҡанаттары көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ төҫлө күсмә һыу ҡошо. □ Камышовая овсянка (лат. Emberiza schoeniclus). Ҡамыш турғайлы кул. Ҡамыш турғайы ояһы. Я [Ҡамыш турғайы] ҡыуаҡ эсенә йәки үлән һабаҡтарына оялай. Э. Ишбирҙин.
2. диал. Башҡа турғайҙарҙан башлыса тауышы менән айырылған бәләкәй генә бик теремек йырсы ҡошсоҡ; ҡурҙай. □ Болотная камышовка (лат. Acrocephalus palustris). Ҡамыш турғайы һайрай. Ҡамыш турғайы ярға табан йөҙөп килә. һыуҙа ҡамыш турғайҙары йөҙә.
3. диал. һырты ерәнһыу сыбар, ҡорһағы һәм түше аҡһыл ерән төҫтәге сырылдап һайраусы, турғайҙан бәләкәйерәк күсмә ҡош; сыбар ҡурҙай. □ Камышовка-барсучок (лат. Acrocephalus schoenobaenus). Ҡамыш турғайы йомортҡаһы. Ҡамыш турғайы ояһы. Ҡамыш турғайҙары сырылдарға тотондо.
175