Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 176


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАМЫШ ҮЛӘНЕ
ҠАМЫШ ҮЛӘНЕ (Р.: осока; И.: sedge; Т.: kamış) и. бот. диал.
Дымлы урында үҫә торған суҡ тамырлы бейек ҡаты ҡыяҡ үлән; күрән. □ Осока (лат. Carex). Ҡамыш уләне ҡыяғы. Ҡамыш уләне орлоғо. Ҡамыш уләне уҫкән ялан. Ҡамыш уләне сабыу.
ҠАМЫШ ҺОЛО ҮЛӘНЕ (Р.: овсяница тростниковая; И.: tall fescue; T.: uzun boylu çayır) и. бот.
һоло үләндәре төрөнә ҡараған күп йыллыҡ ҡыяҡлы үҫемлек. □ Овсяница тростниковая (лат. Festuca arundinaced). Ҡамыш һоло уләне сәсеу. Ҡамыш һоло уләне уҫтереу. Ҡамыш һоло уләнен малға ашаталар.
ҠАМЫШҺЫҘ (Р: без камыша; И.: without rush; T.: kamışsız) c.
Ҡамышы булмаған. □ Без камыша. Ҡамышһыҙ яр буйы. • Кул ҡамышһыҙ булмай, куңел һағышһыҙ булмай. Әйтем.
ҠАМӘТ [ғәр. ‘буй-һын’] (Р: ка-
мат (призыв к началу молитвы)', И.: appeal to start a Moslem prayer; T.: kâmet) и. иҫк.
1. Намаҙ алдынан аяғүрә тороп уҡыла торған доға. □ Камат (призыв к началу молитвы). Ҡамәт уҡыу. ■ «Мулла, был балаға бер яҡшы исем ҡуш», — тигән [Һабыр], мулла аҙан, ҡамәт уҡып, Жансарыға Мәмбәт тип исем бирә лә, нәҫелең куп булһын, тип доға ҡылалар. «Мәмбәт ырыуы шәжәрәһенән».
2. Буй-Һын, кәүҙә. □ Фигура, стан. Зифа ҡамәт.
ҠАМӘТ ТӨШӨРӨҮ (ҡамәт төшөр-) (Р: призывать к молитве; И.: call for prayer; T.: kâmet) ҡ.
Намаҙ башланғанын хәбәр итеү. □ Призывать к молитве. Мулла ҡамәт төшөрә башланы. Ҡамәт төшөрөп алыу.
ҠАН I (Р: кровь; И.: blood; T.: kan) и.
1. Күҙәнәктәрҙе туҡландырып, тән буйлап йөрөгән ҡыҙыл шыйыҡса. □ Кровь. / Кровяной, кровеносный. Ҡан бирсу пункты. Венанан ҡан алыу. Өҫ-башы ҡанға буялып бөткән. Ҡанға туҙған йыртҡыс. Тул ҡаны. Яман ҡан. Ҡан капиллярҙары. Я Ҡар
менән йыуып ауыҙҙағы, танауҙағы ҡандарҙы бөтөрһәм дә, кискә тиклем башым шауланы, ҡолаҡтарым тондолар. Д. Юлтый. Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ, әйт, был ниндәй ҡанлы тантана? Бер осоңдан һинең балың тамһа, бер осоңдан ниңә ҡан тама? Р. Ғарипов. • Аҫыл шоңҡар ҡаҙ алһа, ҡанатын ҡанға тигеҙмәҫ. Мәҡәл.
2. кусм. Яуҙа булған һәләкәт; үлем. □ Гибель, погибель, смерть. Изге ҡан. Ҡан кисеу.
■ Беҙ тағы ла фронтҡа, тағы ла ҡан эсенә бара инек. Ләкин .. хәҙер инде беҙ асыҡ фекер, сыныҡҡан көрәш тәжрибәләрен тейәп бара инек. Д. Юлтый. • Хан килә, хан артынан ҡан килә. Әйтем.
3. кусм. Яҡын туғанлыҡ; нәҫел. □ Близкое родство, кровное родство. Үҙ ҡаныбыҙ. ■ [Рәхимә:] Баш һалып килһә, ағаһы ла ситкә ҡаҡмаҫ. Ул [Айбулат] беҙҙең уҙ ҡаныбыҙ бит. Һ. Дәүләтшина.
4. Рух, аң, башланғыс. □ Дух. Миндә башҡорт ҡаны ҡайнай. Салауат ҡаны.
■ Арыҫландар уҙ ерен залимдарҙан тапатмаҫ, тапайым тип атлаһа, башҡорт ҡаны атлатмаҫ. Ш. Бабич.
5. миф. Йәшәү, ырыу, туғанлыҡ символы. □ Кровь (символ жизни, рода, родства; заместитель человека при жертвоприношениях:). ■ Бөгөн беренсе ҡат һинең ҡандың тибеуен тойҙом йөрәгем төбөндә. Ғ. Сәләм.
♦ Ауыҙға <ҡара> ҡан тулыу (йәки ауыҙ тулы ҡан булыу) бик ауыр хәлдә ҡалыу. □ Попасть в беду, быть, находиться в трудном положении. ■ Йөрәк төбөн ҡара бесәй тырнаһа ла, ауыҙына ҡан тулһа ла, Мотал тышҡа төкөрмәне. Й. Солтанов. <Бер> ҡалаҡ ҡаны ҡалғансы (йәки һуңғы тамсы ҡанына ҡәҙәр) һуңғы сиккә, аҡтыҡ мөмкинлеккә тиклем (һуғышыу). □ До последней капли крови, до последней возможности (сражаться). Бер ҡалаҡ ҡаны ҡалғансы көрәшеу. ■ Урындарға ебәрелгән курһәт-мэләрҙэ: «Башҡорт атлылар дивизияһына .. һуңғы тамсы ҡанына ҡәҙәр илде яҡлап һуғышырға әҙерлекле һәм дошманды еңеугә ыша
176