Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 177


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАН
ныслы ныҡлы кешеләрҙе һайлап алырға», — тиелә. Р. Үтәғолов. Битендә ҡаны юҡ 1) ояты юҡ, намыҫы юҡ. □ Бессовестный, бесстыдный. Нәғим, битендә ҡаны юҡ, ҡыҙҙарҙы йәберһетә; 2) ҡанһыҙ, ҡаты бәғерле. □ Бездушный, бессердечный, жестокий. Йөрәк ҡаны иң ғәзиз, саф нәмә. □ Самое святое, самое дорогое. ■ Бала бит ул, йөрәк ҡаны. Т. Хәйбуллин. Йөрәк ҡаны менән 1) иң изге, иң саф хистәр менән. □ С глубокими чувствами. ■ Һө-нәрсе, ысынлап та, үҙенең ҡултамғаһын йөрәк ҡаны менән яҙа торған булған, ти бит.
3. Биишева; 2) ғазапланып, әсенеп. □ С горечью. ■ Йөрәк ҡаны менән яҙылған бит улар [шиғырҙар]. Р. Ғарипов. Йөрәк ҡанын ағыҙыу ғазапланыу. □ Терзаться, мучаться. ■ Йөрәк ҡанын ағыҙып, һыҡрай-һыҡрай шулай йөрөнө Зәйнәп йыл буйы. Ғ. Сәләм. Күҙҙе ҡан баҫыу ҡаты асыуҙан ни эшләгәнде белмәҫ хәлгә килеү. □ Прийти в ярость. ■ Атайыңды мал урлаған тип ғәйепләнеләр. Тиҙерәк ҡайтырға кәрәк. Халыҡтың күҙен ҡан баҫҡан. Үлтереп ташлауҙары мөмкин. Ш. Шәһәр. Ҡан ағыулау ярһыу. □ Горячиться, вспылить. Ҡан ағыулап йөрөү. Ҡан боҙоу үртәнеү; үртәндереү. □ соотв. Портить кровь кому, раздражать кого, действовать на нервы кому. ■ Дөрөҫлөктө табыу өсөн беҙҙең заманда ла күп ҡан боҙорға тура килә. Д. Исламов. Ул [Ныязғол] нисә йылдар буйы ни тиклем көс һалып, ҡан боҙоп, ошо дәрәжәгә иреште. Һ. Дәүләтшина. Эх, ҡайһылай интектерҙе, ҡанын боҙҙо ул йылдарҙа Степан [Ҡолсобайҙың]. Я. Хамматов. Ҡанға батыу 1) ҡанға бик ныҡ буялыу. □ Сильно пачкаться кровью. Һуғышып ҡанға батып бөтөү. ■ Бара торғас, ул [Үтәғол] бер йылға буйында ике балыҡсының ҡанға батып һуғышып ятыуҙарын күрә. Әкиәттән. Иртән тышҡа сыҡһаҡ, этебеҙ ҡанға батып ята. Ә эргәһендә — төлкө үләкһәһе! «Йәншишмә», 4 апрель 2012; 2) кеше үлтереп ҡан ҡойоу. □ Проливать кровь людей. Ҡанға батҡан енәйәтсе. Ҡанға буялыу ҡар. ҡанға батыу. Ҡанға буялып бөткән. Ҡанға тоҙ
һалыу 1) йәнде әрнетеү, асыуға тейеү. □ Раздражать, соотв. Залить сала за шкуру кому. ■ Маянһылыу, бик асыуланып, йүгереп сыҡты ла: «Нимә юҡты һамаҡлап, ҡанға тоҙ һалып йөрөйһөң, бысаҡ ҡаҙалғыры!» — тип, бысағын һелтәп ебәргәйне, бысаҡ ҡуйҙың осаһына тейеп, ярып ебәрҙе, ти. «Ҡуҙыйкүрпәс»; 2) үҙәккә үткәреп ғазаплау, йәберләү. □ Мучать, терзать душу. ■ Ҡон дә йырланған бер йыр [Гимерғәленең] ҡанына тоҙ һалды. И. Ғиззәтуллин. Ҡанға төшөү үҙәккә үтеү. □ Надоедать, вымотать душу. Был бәйләнсек ҡанға төштө инде. Ҡанға туҙыу ҡар. ҡанға батыу 1. ■ Әгәр ҙә эш ваҡыты булмаһа, бына ысынлап әйтәм, ул малай менән, һис шикһеҙ, ҡанға туҙып һуғышасаҡ инем. С. Агиш. Ҡанға һыуһау кеше үлтерергә ҡанығыу. □ Жаждать крови. ■ Үлем эҙләп йөрөһә, ҡанға һыуһап тилмерһә, күрһәтегеҙ үлемде, танытығыҙ илемде! «Урал батыр». Ҡан да болаҡ 1) ҡан ҡойош. □ Кровопролитие, һуғыш булһа, ҡан да болаҡ инде; 2) һуғыш-талаш. □ Ссора с дракой. Ҡан да болаҡ эсендә йөрөү. Ҡан даръяһы (йәки диңгеҙе) һуғышта түккән күмәк ҡан, иҫәпһеҙ ҡорбан. □ Море крови, массовая гибель. Ш Ҡем өсөн баштар киҫеп, ағыҙҙылар ҡан даръяһын? Т. Йәнәби. Булат ҡылысым һурғанда, ил теләге тигәндә, баш эймәһә атам да, ҡоро күнәк күтәреп, юлыма сыҡһа әсәм дә, Нарыҫ төйәге эсендә ҡан даръянан бер йылға ҡушлап ағыҙып китәйем! «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Ҡанды иретеү күңелгә хуш килеп, ҡыуандырыу. □ Быть по душе. ■ Мырҙабулат инде лә: «Ҡунаҡтар, хәҙрәттәр, Ольга ханымдың һеҙгә бирәһе бүләктәре бар, сығырға ҡушманы», тип хәбәр ташланы. Был һүҙ төшөм ҡайғыртып ултырған халыҡтың ҡандарын иретеп ебәрҙе. Т. Хәйбуллин. Ҡанды йыуыу түгелгән ҡандың ҡонон ҡайтарыу; үс алыу. □ Смыть обиду кровью, отомстить. ■ Илен яҡлап яу сапҡан, ерен һаҡлап дан тотҡан, яраланған батырҙың ҡанын йыуған саҡ булыр. Ҡобайырҙан. Ҡанды ҡайнатыу асыуландырыу, ярһы
177