ҠАН
тыу. □ Злить, соотпв. Доводить до белого каления. ■ Был ҡором [кешеләргә ышанмау ҡоромо] әкренләп баш мейеһе күҙәнәктәренә тарала. Ундағы аҡыл хис нейрондары менән аралашып китә. Ҡоторта, енләндерә, ҡанды ҡайната, ваҡыт-ваҡыт тилебәрән орлоғо ашап ахмаҡланған кешегә оҡшата. С. Поварисов. Ҡанды ҡоротоу теңкәгә тейеү. □ Докучать, надоедать. Ҡанды ҡоротто бит был малай. Ҡанды ҡыҙҙырыу кешене ҡуҙғытып ярһытыу. □ Раздражать, нервировать, портить кровь кому, играть на нервах. Ҡанды ҡыҙҙырма, барыбер минеңсә буласаҡ. Ҡан илатыу бик ныҡ йәберһетеү.
□ Сильно угнетать, притеснять, обижать. Халыҡты ҡан илатыу. Әсәне ҡан илатыу. ■ Башҡорт улҡайҙарын ҡан илатҡас, алтынланды улар [түрәләрҙең] күкрәге. Т. Йосопов. Ҡан илау ныҡ ҡайғырып илау.
□ Горько плакать, плакать кровавыми слезами. Ҡан илап йөрөү. Ҡан илап йәшәү. И Барыһы ла ҡан илап, йөрөй ҡасып урманда. «Урал батыр». Ҡан имеү ҡар. ҡан эсеү. Шул ҡанымды имә минең. Ҡан йотоу ауыр хәсрәт, ғазап кисереү. □ Сильно горевать.
■ Ник .. Ханис булһам, түләрмен кәфарәт, бар ғүмергә ут тотоп та ҡан йотоп. Ш. Бабич. Ҡариҙел тынды. Ул, күкрәк соҡорона йыйылған ҡандарҙы йотоп, алғы көндәрҙе көттө. И. Насыри. Ҡан-йәш түгеү әсе, хәсрәтле күҙ йәше түгеү. □ Проливать кровавые слёзы. Ҡан-йәш түгеп илау.
■ Уның [Разия] ҡан-йәш түгеп илау ын күргәс, әлбиттә, беҙҙә гәзит уҡыу ҡайғыһы китте. Н. Мусин. Арбаға дүртәр-бишәр кеше тейәлеп һуғышҡа киттек, бөтә ауыл ҡара көйөп, ҡалтырап, ҡан-йәш түгеп, беҙҙе оҙатып ҡалды. Ғ. Ғүмәр. Ҡан кибеү ғазап-хәсрәттән тәҡәт бөтөү. □ Сгореть от переживаний, горя. ■ Ҡан кипкәйне, йөрәк асыу менән ҡабарғайны, бөгөн бер аҙ әсем бушап ҡалды. Д. Юлтый. Ҡан кисеү ҡан-яу эсендә йөрөү. □ Утопать в крови. ■ Хат уҡылып бөткәс, һуғыш ҡырында ут-һыу үтеп, ҡан кисеп йөрөгән барлыҡ яугирҙар исеменә, һәләк булғандар рухына бата уҡы
ла. Ә. Сөләймәнов. Ҡан көйөү сарсау, ныҡ һыуһау. □ Испытывать сильную жажду. Ҡан көйөп һыуһау. Ҡояш башты өтә генә, ҡан көйә башланы. Эҫелә ҡан көйөү. Ҡан ҡайғырыу бик ныҡ ҡайғырыу. □ Сильно горевать. Н Вәт шайтан малай. Ҡайҙа барып сыҡҡан. Әсәһе бында ҡан ҡайғыра. Ғ. Ибраһимов. Рәйсә апай был төндө ҡан ҡайғырып сыҡты. Буран тынғас, буровойҙан хәбәр килгәс кенә, тынысланды. Р. Низамов. Ҡан ҡайнау 1) ярһып, тоҡанып китеү. □ Разгорячиться, разъяриться; кипеть от злобы. Асыуҙан Сәлимдең ҡаны ҡайнаны. Ҡаным ҡайнап китте. М Түрәбайҙың асыуҙары ҡабарҙы, күҙҙәре ут булып яна. Ҡаны ҡайнаны, күҙенә ҡан тулды. Т. Хәйбулин; 2) дәрт инеү, елкенеү. □ Воодушевляться. Йәштәр дәртләнеп ҡандары ҡайнап китте. Был фекерҙән ҡан ҡайнай башланы. ■ Бесәйҙең хужаһы тәү ҡарашҡа ябай күренһә лә, күркә һынлы булып сыҡты. Быға саҡлы ҡаны ҡайнап ҡуйған Барыйҙың күңеле ҡайтты. «Йәшлек», 7 сентябрь 2012. Ҡан ҡалтырау ныҡ ҡурҡыу. □ Испытывать страх, соотв. Дрожать как осиновый лист. Ҡан ҡалтырап ултырыу. ■ Ҡеше ҡан ҡалтырап, зар аҙығы булып көн күргән. Р. Назаров. Тимерғаҙығым ҡайта аламы, юҡмы инде, тип әсә һәр көн ҡан ҡалтырап торҙо. Ғ. Ибраһимов. ■ Ул [Хөсәйен ҡарт] үҙ ғүмерендә бер генә ваҡытта ла ҡан ҡалтырап йәшәүҙе белмәне. В. Исхаҡов. Тәнзилә хәҙер мөхәббәттән ҡан ҡалтырап ҡурҡа. Ф. Иҫәнғолов. Әгәр атакаға күтәрелергә тура килһә, ҡан ҡалтырап төшмәмме? И. Абдуллин. Ҡан ҡарайтыу асыуҙы килтереү, үртәндереү. □ Выматывать душу чью. ■ Йән көйҙөрөп, ҡан ҡарайтып ауырыуға һабышһам, балаларымды кем бағыр? М. Бураҡаева. Ҡан ҡарайыу бик ныҡ асыу килеп үртәлеү. □ Почернеть от гнева, кипеть от злобы. Яман хәбәрҙән хужа ҡан ҡарайҙы. Ҡан ҡарайып китеү. ■ Кешелеген йотҡан «кешеләргә» асыуланып, ҡаным ҡарайғанда, ихтыярымдан тыш йырлай инем асыуымдан ошо бер йырҙы. Б. Вәлид.
178