Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 179


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАН
Ҡан ҡатыу ҡар. ҡан ҡалтырау. Ҡан ҡатып ултырабыҙ. Ҡан ҡатып йәшәу. Ҡан ҡатып тороу. Ҡан ҡороу ябығып, һарғайып кибеү.
□ Сильно похудеть, иссохнуть. Н Йунле тамағы туймай ҡаны ҡороған имсәк бала .. йоҡлар-йоҡламаҫ булып ыңғырашып ята. Ғ. Дәүләтшин. Ҡан ҡыҙыу нимәгәлер үртәнеп ярһыу. □ Злиться, доходить до белого каления; разгорячиться; кровь бросилась в голову. К Ғәйни ағайҙың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ҡаны ҡыҙҙы. Т. Йәнәби. Һигеҙ эшсенең ғәйепһеҙ ҡулға алы-ныуынан һуң, эшселәрҙең ҡаны ҡыҙғайны. Ж. Кейекбаев. Ҡан ҡыуыу үсләшеү, үс алыу.
□ Мстить. Ҡан ҡыуып йәшәу. Ҡан ҡыуып йөрөу. Ҡан ҡыуырға әҙер тороу. Ҡанлы болаҡ ҡан ҡойош, үлтереш. □ Кровопролитие. Һуғыш — ҡанлы болаҡ. Ҡанлы йәш ауыр ҡайғы, хәсрәт кисереүгә, әрнеүгә ҡарата әйтелә. □ Кровавые слёзы. ■ Уңға китһәң, юл буйы — илау-һыҡтау йыл буйы; яуызлыҡта дан алған, батшаһынан, башҡаһынан ҡайғы, этлек куреусе, ҡанлы йәшен тугеусе Ҡатил батша иле бар. «Урал батыр». Ҡанлы йәштәр тугеп тә бер ҡыҙ илай, Зөлхизә. Халыҡ йырынан. Ҡан өҙөлөү тән ватылыу. □ Почувствовать крайнюю усталость. Ҡаным өҙөлөп килә. Ҡан өҙөлөп арыу. Ҡан өҙөлөп тороу. Ҡан талашыу нимәгәлер ирешергә, өлгәшергә бик ныҡ тырышып талашыу. □ Стараться изо всех сил. Ҡан талашып алыу. Ҡан талашып тартышыу. ■ Ҡай саҡ берәу ташланһа ла миңә тейеш ҡалъяға, ҡан талашып, хаттин ашып, ыу сәсмәнем донъяға. С. Әлибай.Ҡан ташыу ныҡ ҡыҙышыу, ярһыу. □ Разъяриться. соотв. Кровь кипит. Асыуҙан ҡаным таша. Ҡаны ташып китеу. М Ҡара йөрәк [Чемберлен], беҙгә ҡарап ҡаның ташамы? Ғ. Мәсғүт. Ҡан-тир түгеү ниҙелер башҡарыу өсөн ҙур көс исраф итеү. □ Добиваться кровью и потом. Ҡан-тир тугеп эшләу. Ҡан-тир тугеп тырышыу. Ҡан уйнау ҡар. ҡан ҡайнау 2. Ҡаны уйнап китте. Ҡаны ҡатҡыр ҡарғағанда әйтелә. □ Слово-проклятие. Ҡанын ҡойоп әйтеү үҙәгенә үткәргәнсе әйтеү,
еренә еткереп әйтеү. □ Говорить прямо, без обиняков, соотв. Не в бровь, а в глаз. Мәрзиә кешенең ҡанын ҡойоп әйтергә ярата. Ҡанын ҡойоу күмәкләп күп итеп эшләү. □ Сделать много. Беҙҙең яҡта шәл бәйләуҙең ҡанын ҡоялар. Ҡаны хас күрә алмау ныҡ күрә алмау. □ Ненавидеть всей душой. Ҡан эсендә йөҙөү (йәки йөрөү) үлеш, ҡырылыш, һуғыш эсендә йөрөү. □ По колено в крови. ■ Дәрт менән ташып, ауылға йәм биреп торған кешеләр юҡ, улар ҡан эсендә йөрөйҙәр. Д. Юлтый. Ҡан эсеү иҙеп, талап, бик ныҡ йәберләү. □ Притеснять, угнетать. Я Арыҫландай ирҙәрҙе йыуаш ҡуйҙай итер хан, .. боғаҙламай эсер ҡаныңды, ултермәй алыр йәнеңде. Ҡобайырҙан. Ҡан яғыу 1) мөкиббән китеү. □ Предаваться полностью. Ҡан яғып эшләү, 2) ҡанығыу.
□ Придираться. Ҡан яҡма миңә. Ҡан ялатыу кешенең ауыҙын, моронон ҡанға туҙҙырыу. □ Окровавить, избить до крови, набить морду чью, кого. Я Аллаяр кинйә улын ҡан ялата унры-һуллы сабып ебәрҙе. Ф. Иҫәнғолов. [Сәхипгәрәй — улына:] Мин уның кеуек сағымда бөтә ауыл малайҙарының ауыҙҙарына ҡан ялатып йөрөй торғайным, ә был атлаған һайын уҙе туҡмалып илап ҡайта. И. Ғиззәтуллин. Бер көндө тәнәфес ваҡытында Фәтхерәхмән исемле үҙемдән ҙурыраҡ малай, ни өсөндөр, тимер кәрәк һырты менән һуғып, ауыҙ-морондо ҡан ялатты. Б. Бикбай. Ҡан яуыу ҡан илау.
□ Проливать много слёз. Ҡан яуып ҡалыу. Ҡан яуып оҙатыу. Ҡуян ҡаны кеүек (ҡа-нындай) ҡара ҡыҙыл төҫтә (сәйгә ҡарата).
□ Тёмно-красный, густой (о чае). Я Сәйҙәр яһай ҡарсыҡ, ҡалай ҡуйы, ҡып-ҡыҙыл ул ҡуян ҡанындай. Ғ. Дәүләтшин. Ҡырҡһаң, ҡаны сыҡмаҫ бик ныҡ һаран. □ Жадный. Я Ныязғолға мал тугел, ҡыҙ алыу ҡайҙа ул һыҡмырға, ҡырҡһаң, ҡаны сыҡмаҫ, шундай һаран. Һ. Дәүләтшина. Саф ҡан 1) ҡаны башҡа ҡан менән ҡатнашмаған; таҙа тоҡом. □ Чистая порода. Я Әлбиттә, [ҡола ҡонандың] ун ике саҡрымға бөтә аттарҙы уҙыуы, бигерәк тә саф ҡанлы, махсус
179