ҠАНАТ
ҠАН АҘЛЫҒЫ (Р.: малокровие; И.: anaemia; T: kansızlık) и.
Ҡанда ҡыҙыл ҡан бөртөктәренең тейешленән аҙ булыуы; аҙ ҡанлылыҡ. □ Малокровие. Ҡан аҙлығынан дауаланыу. Ҡан аҙлығына килтергән сәбәптәр. М Ләкин Рәйсә .. ҡан аҙлығы һылтауы менән уҡыуын бөтөнләй ташланы, һ. Дәүләтшина.
ҠАН АЛДЫРЫУ (ҡан алдыр-) (Р.: пустить кровь; И.: bloodletting; T.: kan almak) ҡ.
Дауалау маҡсатында тамырҙан ҡан ағыҙыу. □ Пустить кровь. // Кровопускание. Табиптар ҡан алдырырға ҡуштылар. Ҡан алдырып дауаланыу. Ҡан алдырғас ҡына шәбәйеп китте.
ҠАН АЛЫУ (ҡан ал-) (Р.: пустить кровь; И.: bleed smb; T.: kan aimak) ҡ.
1. Дауалау маҡсатында тамырҙан ҡан ағыҙыу. □ Пустить кровь. // Кровопускание. Ҡан алып дауалау. Ҡан алыу эшенә өйрәнеү. ■ Уның [ҡартатайымдың] был һәнәргә кемдән һәм ҡасан өйрәнеүен, ҡан алыуҙы ни рәүешле башҡарыуын, өлкәндәр -ҙән күпме генә һорашһам да, белә алманым. «Киске Өфө», № 9, 2012.
2. Лаборатор тикшереүҙәр үткәреү өсөн бармаҡтағы йәки вена ҡан тамырынан ҡан һурҙырып алыу. □ Забор крови для анализов. Биохимик анализдар өсөн ҡан алыу. Ҡан тамырынан ҡан алдылар.
3. Ауырыуҙарға ҡойоу, ебәреү өсөн донорҙарҙың ҡанын алыу. □ Забор крови у донора. Ҡан алыу станцияһы. Ҡан алыу үҙәге. ■ Заманса ҡан алыу үҙәктәрендә һәр донорҙың ҡанын бер тапҡыр ғына ҡулланылған стериль инструмент менән алалар. «Йәшлек», 19 август 2008.
ҠАН АЛЫУСЫ (Р: кровопускатель; И.: one who treats by bloodletting; T.: kan alıcı) и.
Ҡан ағыҙып дауалаусы кеше. □ Кровопускатель. Ҡан алыусыны саҡырҙыҡ. Ҡан алыусы килде. Ҡан алыусыға барҙыҡ.
ҠАН АЛЫШТЫРҒЫС (Р: кровозаме-нитель; И.: blood substitute; T.: kan yerine) и.
Башлыса донор ҡаны урынына ҡулланылған йәки уның функцияларын яҡ
шыртыу үҙенсәлегенә эйә булған яһалма препарат. □ Кровозаменитель. Ҡан алыштырғыс эретмәләр. Гемодинамик ҡан алыштырғыстар.
ҠАН АРАЛАШЫУ (Р: кровосмешение; И.: incest; T.: ensest) и.
Яҡын туған менән енси бәйләнеш.
□ Кровосмешение, инцест. Ҡан аралашыу кеүек күренештәр бөгөнгө йәмғиәттә осрап тора.
ҠАНАТ I (Р: крыло; И.: wing; T.: kanat) и.
1. Төрлө ҡош, бөжәк һәм ҡайһы бер һөтимәрҙәрҙең осор өсөн хеҙмәт иткән тән ағзаһы. □ Крыло, крылья. Ҡош ҡанаты. ■ һәүбән, был өйрәкте тере көйө алырға теләп, уғы менән уның ҡанатын ғына имгәткән, ти. «Аҡбуҙат». • Аҡыллы ҡош ҡанатын һаҡлай, аҡыллы кеше һүҙен һаҡлай. Мәҡәл.
2. Самолёттың ике яғындағы һауаға күтәрә торған яҫылыҡтар. □ Крыло. Уң яҡ ҡанат, һул яҡ ҡанат. ■ Бына минең күҙ алдымда, самолёт ҡанаты аҫтында, серле Тибет менән тропик һиндостан араһында, Гималай тауҙарының билендә ятҡан ғәжәйеп короллек — Непал пәйҙә була. «Ағиҙел», № 9, 2009.
3. Уҡтың ҡойроғо, ҡаурый ҡуйылған осо. □ Хвостовое оперение стрелы. Уҡ ҡанаты. ■ [Алпамышаның] уғының башағы алтындан, ҡанаты көмөштән, ти. «Алпамыша».
4. Төрлө ҡорал-ҡорамалдың бер яҡ өлөшө. □ Крыло, лопасть, ленчик. Елгәргес ҡанаты. Ел тирмәненең ҡанаты. ■ Эйәр сағыштырмаса һәйбәт һаҡланған, хатта уның бер ҡанатын беҙ, бик һаҡлыҡ менән генә таҙартып, Өфөгә алып ҡайта алдыҡ. Н. Мәжитов.
5. Йондоҙҙоң бер тарбағы; мөйөш.
□ Кончик звезды. Йондоҙҙоң биш ҡанаты.
6. Балыҡтарҙың йөҙөү өсөн ҡулайлашҡан ағзаһы; йөҙгөс. □ Плавники (рыбы). ■ Ағиҙелкәйҙәрҙе үрләгән ҡанаттары ҡыҙыл күк бәрҙе. Халыҡ йырынан.
181