Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 182


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАНАТ
7. Бысраҡ сәсрәмәһен өсөн, тәгәрмәс өҫтөнә ҡуйылған япма. □ Крыло, покрышка над колесом. Велосипед ҡанаты.
8. Тирмә кирәгәһендә стенаны тәшкил иткән ағас өлөштәрҙең береһе. □ Крыло, лопасть, планки юрты. Тирмә ҡанаты.
9. Төрлө ау ҡоралдарының ике яҡҡа киреп ҡуйылған өлөшө. □ Крыло, лопасть. Мурҙа ҡанаты.
10. Теҙелгән сафтың бер яҡ осо; фланг. □ Крыло, фланг. Сафтың һул ҡанаты.
11. диал. Терәк, терһәк (санала). □ Лежанки (у саней). Сананың бер яҡ ҡанаты һынған.
12. диал. Бал ҡыуғыс иләге. □ Сито медогонки. Бал ҡыуғыс ҡанаты.
13. кусм. Тормоштағы, эштәге ярҙамсы; таяныс, терәк. □ Опора, поддержка. Уң ҡанат. Бер-береңә ҡанат булыу. ■ Менгән атым, уң ҡанатым, һин — батыр егет курке, һай! Н. Иҙелбай. Балаң кеуек ҡарап, тәрбиәләп тотһаң ғына, ат канат була. Ҡ. Даян. • Ир ҡанаты ат була. Әйтем. Ата — алтын һаҙаҡ, инә — алтын ҡанат. Әйтем. Ат — әҙәмдең ҡанаты, аш — кешенең ҡеуәте. Мәҡәл.
14. кусм. Ышаныс, өмөт. □ Надежда. Н Үткән ғумеренең яҡты көндәрен хәтерләп, яҙыусы куңеленә ҡанат, рухи аҙыҡ һәм йыуаныс ала. М. Минһажетдинов. Ошо нурлы өмөт ҡанаттары Айбулаттың аҙымын еңеләйтте, юлын ҡыҫҡарттылар. Һ. Дәүләтшина. • Айырылғандың ҡанаты ҡайырылған. Мәҡәл.
15. миф. Мифлаштырылған ҡаҙ ҡанаты (киләһе йылда ҡаҙҙар уңыуын теләп ут-кәрелгән йолаларҙа ҡулланыла). □ Крыло, крылья (мифологизированный предмет, проецирующий хороший приплод гусей на следующий год). ■ Киске эңерҙә ҡанаттарҙы йылға яры буйлап һирпәләр, теләк теләйҙәр: «Икенсе йылда ла ошолай ап-аҡ булып йылға буйлап һирпелеп йөрөгөҙ, уңығыҙ». Халыҡ ижадынан.
♦ Ике ҡанат, бер ҡойроҡ берәй эшкә ҡушҡуллап риза булғанды белдергәндә әйтелә. □ Всегда готов, с удовольствием (при выражении готовности к исполнению просьбы). ■ Бер ваҡыт Юлай ҡусты: «Әхмәт ағай, «Хазина» тапшырыуҙарында «Сәсән» рубрикаһы асмаҡсыбыҙ. Шуны һеҙ алып барһағыҙ, тигәйнек. Шуға нисек ҡарайһығыҙ?» — тине. Мин ни — ике ҡанат, бер ҡойроҡ. «Матур ҡарайым», — тинем. Ә. Сөләймәнов. Ҡабыҡ ҡанат маҡтансыҡ. □ Хвастун. Эй, ҡабыҡ ҡанат та инде ошо Зөлфирә, ҡапырына ла китә. Ҡанат аҫтына алыу (һыйындырыу) кемделер яҡлау, ҡурсыу. □ Брать под <своё> крылышко, защиту; покровительствовать. ■ Был ҡыҙҙы йәшәр урыны, мал-тыуары, ашап эсер ризығы булған Маһиәсмә тигән тол ҡатын уҙенең улгән ҡыҙына оҡшата ла ҡанат аҫтына ала. «Ағиҙел», № 9, 2011. һигеҙ баланы ҡанат аҫтына һыйындырып, ун кеше булып берегеп, йәшәп киттеләр [Хәмдиә менән Шәриф]. Картотека фондынан. Ҡанат аҫтына һыйыныу йәбер, яфанан ҡасып, кемгәлер арҡаланыу. □ Опираться, надеяться на кого. Ҡанат аҫтында [йәшәү] кемдеңдер ҡарауында, яҡлауында булыу. □ соотв. Жить как у Христа за пазухой. Ҡанат йөнө еткән ҡайҙалыр китергә әҙерләнеп бөткән. □ Быть готовым к чему. Ҡанат ҡайырылыу (төшөү, һыныу) 1) терәктән, таяныстан яҙыу. □ Лишаться опоры, защиты. Айырылғандың ҡанаты ҡайырылған, тиҙәр; 2) көс, дәрт һүнеү. □ Терять надежду. ■ Фәхерниса Килдейәр ҡыҙы .. балаһын Өфөгә дауаханаға алып бара. Унда әсә көтөлмәгән яуап ишетә: Альбина бер ваҡытта ла ишетмәйәсәк. Канаты ҡайырылып, куңеле төшөп ҡайта ул. «Башҡортостан», 24 август 2011. Юлдарыбыҙ айырылған, ҡанаттарым ҡайырылған, йылдар ята арала. «Ағиҙел», № 9,
2010. Аҙна буйынса берсә куккә ашып, берсә упҡынға төшөп йәшәгән Любомир Зух һуңғы ике көндә бөтөнләй ҡанаты төшөп, миңрәуләнеп йөрөнө. М. Кәрим. Ҡанат ҡу
182