Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 183


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАНАТЛАНДЫРЫУ
йыу күңелен үҫтереп, эшкә, тормошҡа дәртләндереп ебәреү. □ Окрылять, воодушевлять. ■ Күңелдәргә ҡанат ҡуйған да, илһамландырып йөрәкһеткән дә шул йыр-моң бит ул. Картотека фондынан. Киләсәккә булған яҡты хыялдар, йәшлек дәрте беҙҙең күңелдәргә ҡанат ҡуя. Ш. Янбаев. Ҡанатты киҫеү (йәки һындырыу, ҡырҡыу, ҡыйыу) ауыр хәлдә ҡалдырыу, сараһыҙ итеү. □ Лишить надежд, мечты. соотв. Подрезать (обрезать, подсекать) крылья кому. Ҡанатты ҡыйҙы бит был яңылыҡ, һомай ҡанат бәхет килтергән хәл, осраҡ тураһында. □ Крылья счастья.
■ Мөхәббәт әруахына сәләм һала өммәткә ғасый булған һомай ҡанат. М. Аҡмулла.
ҠАНАТ II (Р.: провожающие невестку в дом жениха; И.: persons who see the bride off; T.: gelini damat evine kadar geçiren kimseler) и. этн.
Ҡыҙҙы кейәү йортона оҙатыусылар; арсый. □ Провожающие невестку в дом жениха. ■ Ҡыҙҙы оҙатып алып барыусы ағаһын беҙҙә ҡанат, тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
ҠАНАТАЯҠЛЫЛАР (Р.: крылоногие; И.: Pteropoda; T.: kanat ayaklılar) и. зоол.
Ҡусҡарҙар ғаиләһенә ҡараған әкәм-төкәмдәр төркөмө. □ Крылоногие (лат. Pteropoda). Ҡанатаяҡлылар һыуҙа үҙҙәренең ҡанаттарын елпеп хәрәкәт итәләр.
ҠАНАТ ЕМЕШ (Р: плод-крылатка; И.: samara (fruit); T.: akçaağaç tohumu) и. бот.
Ҡалын тығыҙ ҡабыҡлы орлоҡсалы, ҡанатҡа оҡшаш сүсле үҫентеһе булған емешлек төрө. □ Плод-крылатка. Ҡарама, саған ағастарының ҡанат емеше була.
ҠАНАТ ЙӘЙЕҮ (ҡанат йәй-) (Р.: расправить крылья; И.: unfold wings; T.: kanat açmak) ҡ.
1. Ҡанаттарҙы ян-яҡҡа һуҙыу. □ Расправить крылья. Ҡанат йәйеп осоу. Ҙур бер ҡош ҡанаттарын йәйеп осоп китте.
■ Хызыр Ильяс юлдаш булһын, фәрештәләр ҡанат йәйеп һаҡлап торһон. Теләктән. Иң
ҙур бәхет — мәғрур ҡанат йәйеп, бөркөт төҫлө осоу иркендә. Р. Назаров.
2. Таралып, ҡаплап алыу. □ Распространяться. ■ Иртәндән үк баҙыҡ йылытҡан, тау битләүҙәрендәге һары умырзаяларҙы үбеп йөрөгән ҡояш байығас, ер өҫтөнә ҡанат йәйгән яҙғы кистәрҙе кем яратмаһын. Ш. Янбаев.
3. шиғр. Ҡайҙа булһа ла юл алыу. □ Направиться в путь.
4. Киң үҫеш алыу. □ Входить в силу, развиваться. Эшҡыуарлыҡ канат йәйҙе. ■ Бына шулай Башҡортостанда башланған шәжәрә байрамы Бикмәтовтарҙың тырышлығы менән сит тарафтарға үтеп инде, һәм киләсәктә ул ҡанат йәйеп, ул яҡта йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында танылыу табыр, тип ышанғы килә. Р. Үтәғолов.
ҠАНАТ ҠАҒЫУ (ҡанат ҡаҡ-) (Р: махать крыльями; И.: flap wings; T: kanat çırpmak) ҡ.
Ҡанаттарҙы елпеү. □ Махать крыльями. Ҡоштар ҡанат ҡаға. Елпеп ҡанат ҡаҡҡан ҡоштар. Н Хыял ҡошом ҡанат ҡаҡты, таң йондоҙом да ҡалҡты. «Ағиҙел», № 9, 2010.
ҠАНАТҠА ТЕҘЕҮ (ҡанатҡа теҙ-) (Р: ставить невод; И.: put a seine net; T: ağ koymak) и. балҡ.
Йылым ултыртыу. □ Ставить невод. // Установка невода. Балыҡсылар йылымды ҡанатҡа теҙеп йөрөйҙәр. Ҡанатҡа теҙеп сығыу. Канатҡа теҙеп бөтөү.
ҠАНАТЛАНДЫРЫУ (ҡанатландыр-) (Р: окрылять; И.: inspire sb/sth; T.: kanatlandırmak) ҡ.
Рухландырыу, дәртләндереү. □ Окрылять, воодушевлять, поднимать дух, настроение кого. Ҡанатландырып ебәреү. Ҡанатландырып тороу. Был һүҙҙәр баланы ҡанатландырып ебәрҙе. ■ Эйе, шундай ҡеүәтле өс бөркөттө үҫтереп, ҡанатландырып осороп ебәреүе ҡатын кешегә еңел булмағандыр ул. 3. Биишева. Арыу-талыуҙы белмәй, дини һабаҡтарын өйрәнеүҙән тыш, сит ил халҡы телдәрен өй
183