ҠАНАТЛАНЫУ
рәнеү, уларҙың әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен ныҡышмалы үҙләштереү Мифтахетдин-ды ҡанатландырҙы, яңынан-яңы белем асҡыстарын эҙләргә, ғилем үрҙәренә артылырға рухландырҙы. Я. Хамматов.
ҠАНАТЛАНЫУ (ҡанатлан-) (Р.: оперяться; И.: fledge; T.: kanatlanmak) ҡ.
1. Ҡанат сығыу, ҡанат үҫеү, оса башлау. □ Оперяться, окрыляться, обрастать крыльями. Ҡанатлана башлау. ■ Арыған ҡош та тыуған күктәрендә ҡанатлана икән ҡабаттан. Р. Бикбаев. Ҡырмыҫҡалар, күпме ҡырмыҫҡалар ҡанатланып сыҡҡан иләүҙән. Р. Ғарипов.
2. Елеп сабыу (атҡа ҡарата). □ Нестись, мчаться (о коне). • Толпар, тояғы ҡыҙһа, ҡанатланып осор. Әйтем.
3. күсм. Буйға үҫеп, балиғ булыу. □ Достичь совершеннолетия. ■ Ғүмер бигерәк тиҙ үтә инде! Ҡыҙҙарының ҡанатланғанын Тайба әбей һиҙмәй ҙә ҡалды. X. Мохтар.
4. күсм. Нимәлер менән рухланып дәртләнеү, йөрәкһеү. □ Окрыляться, воодушевляться. Ҡанатланып китеү. Ҡанатланып эшләү. Я Йырҙың уңышы менән ҡанатланған Иштуған көлә-ҡыуана ҡарындашының янына йүгереп килде. 3. Биишева. Сабыр итәм, көтәм һаман, өмөт өҙмәй ҡанатланам. С. Кулибай.
ҠАНАТЛЫ (Р: крылатый; И.: winged; Т.: kanatlı) с.
1. Ҡанаты булған, оса торған; ниндәйҙер ҡанатҡа эйә. □ Крылатый, пернатый, -кры-лый. Ҡанатлы ҡош. Ҡанатлы бөжәктәр. Ике ҡанатлы. Ҡаты ҡанатлы. Ҡыҙыл ҡанатлы. Ҡанатлы орлоҡ. ■ Ҡыйғас ҡанатлы аҡсарлаҡтар: «Ҡайт! Ҡайт!» — тип, әсе ҡысҡырып, Юламан ҡарттың баш осонда әйләнде. 3. Биишева. Аҡ ҡанатлы ғына күк ҡарсыға йөрөй ҙә генә урман итәкләп. Бәйеттән.
2. Ҡанат (I, 3) ҡуйылған. □ Оперённый. Ҡанатлы уҡ. Башҡорттарҙың ҡанатлы уҡтары хатта XIX быуатта ҡулланылған.
3. Йөҙгөслө; ниндәйҙер йөҙгөсө булған. □ С плавником, имеющий плавники. Ҡыҙыл ҡанатлы балыҡ.
4. Нисәлер ҡанаты (1,5) булған. □ -конечный. Биш ҡанатлы йондоҙ.
5. Нисәлер ҡанаттан (I, 8) торған. ■ Состоящий из скольких-то планок, лопастей. Алты ҡанатлы тирмә. Ун ике ҡанатлы тирмә. Ш Көндәрҙең берендә хан үҙенең ун ике ҡанатлы тирмәһенә балаларын саҡыртты. Эпостан.
6. Терһәге булған (санаға ҡарата). □ С лежанками (о санях). Ҡанатлы сана. Ҡанатлы санаға ултырып барыу. Ҡанатлы санаға егеү.
7. күсм. Осҡан ҡоштай етеҙ. □ Быстрый. Ҡанатлы ат. ■ «Аҡбуҙат» эпосында Шүл-гән батшаның ҡыҙы һәүбәнгә күл төпкөлөнән һанһыҙ күп ат өйөрө, ҡуй көтөүе, һыйыр һәм иң мөһиме, ҡанатлы ат — Аҡбуҙатты сығара. «Киске Өфө», № 34, 2012.
8. күсм. Юғары илһамға, дәртләндергес хискә бай. □ Окрыляющий, вдохновляющий, вдохновенный. М Ҡарт мастер, шундай ҡанатлы уйҙар менән тулҡынланып, заводтан сығып китте. М. Хәйҙәров.
♦ Ел ҡанатлы бик етеҙ. □ Быстрый, быстрокрылый. Ел ҡанатлы күбәләк. Ҡанатлы хыял юғары, бөйөк, дәртләндергес хыял. □ Крылатая мечта. ■ Был донъяла үҙ урыныңды, бәхетеңде табыр өсөн күңелеңдә ҡанатлы хыял йөрөтөргә кәрәктер. «Йәшлек», 16 июнь 2009. Фәрештә ҡанатлы бер гөнаһһыҙ; саф. □ Безгрешный, чистый. ■ Афзалдың шундай һәйбәт кешелек сифаттары булыуға ҡарамаҫтан, ул фәрештә ҡанатлы идеаль герой түгел. Ғ. Хөсәйенов.
ҠАНАТЛЫ БЫРАУ (Р.: коловорот; И.: brace; T: matkap) и. диал.
Сапҡыслы бырау. □ Коловорот. Ҡанатлы бырау менән тишеү. Ҡанатлы бырау менән эш итеү. Ҡанатлы бырауҙы эшләтеү.
ҠАНАТЛЫ ОРЛОҠ (орлоғо) и. бот. ҡар. ҡанат емеш. Ҡанатлы орлоҡтан үрсеү. Ҡанатлы орлоҡтан үрсеүсе үҫемлектәр.
184