ҠАНАТ ЯПҠЫСЫ
ҠАНАТЛЫ ҺҮҘҘӘР (Р.: крылатые слова; И.: winged words; T: kanatlı söz) и. әҙ.
Тапҡыр һүҙҙәр. □ Крылатые слова. Ҡанатлы һуҙҙәр ҡулланыу. М Ҡитап — белем шишмәһе, тигән ҡанатлы һуҙҙәрҙе онотмайыҡ. «Ағиҙел», № 4, 2011.
ҠАНАТ ОСОРОУ (Р.: способ гадания девушек; И.: girls’ divination; T.: fal açmak) и. этн.
Кем кейәү булырын алдан белеү өсөн ҡаҙ өмәһе ваҡытында ҡаҙ йөнө осороу (кем өйөнә барып төшһә, кейәү, йәнәһе, шул өйҙән була). □ Способ гадания девушек на жениха (путём запуска гусиных перьев во время праздника ощипывания гусей осенью; якобы на чью крышу упадёт перо, жених будет из того дома). ■ Шаулап ҡаҙ өмәләре үтте, ҡыҙҙар йырлай-йырлай ҡанат осорҙо, ҡанаттары, йөрәктәрҙе елкендереп, ауыл өҫтөнә күтәрелде. Р. Низамов.
ҠАНАТСАНА (Р: розвальни; И.: rosval-ni (low, wide sledge); T.: geniş kızak) и. диал.
Терһәкле сана. □ Розвальни. Ҡанатсана егеу. Ҡанатсанаға ултырыу. Бай ҡыҙҙы йәшел ҡанатсанаға ултыртып алып та китте.
ҠАНАТҺЫҘ I (Р: бескрылый; И.: wingless; T.: kanatsız) с.
1. Ҡанаты булмаған (ҡайһы бер ҡоштарға, бөжәк төрҙәренә ҡарата). □ Бескрылый. Ҡанатһыҙ ҡорттар. Ҡанатһыҙ бөжәктәр. Ер йөҙөнөң ҡайһы бер өлөштәрендә осмай торған ҡанатһыҙ ҡоштар бар.
2. Ҡанаты киҫелгән. □ Без крыльев. ■ Ҡанатһыҙ ҡош талпынып ҡараған булды, аяғына ла баҫа алмай, мороно менән ергә төртөлдө. 3. Ураҡсин. Ике ярһыҙ — йылға, ике ҡанатһыҙ — ҡош, ике ҡулһыҙ әҙәм балаһы булмағандай, уткәндәрҙе юйып ташлап, киләсәккә юл ярып булмай. «Йүрүҙән», 3 февраль 2012. • һәнәрһеҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош. Әйтем.
ҠАНАТҺЫҘ II (Р: без крыльев; И.: with no wings; T: kanatsız) p.
Ҡанат ярҙамынан тыш. □ Без крыльев. Ҡанатһыҙ осоу. Ҡанатһыҙ ҡалыу. ■ Ниндәй
генә заман булмаһын, нахаҡҡа рәнйетелеп, аты төрлө һылтауҙар аша тартып алынған ир ҡанатһыҙ ҡалған ҡош һымаҡ булған. «Йәшлек», 1 май 2010. Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр, ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек! Р. Ғарипов.
ҠАНАТҺЫҘ БӨЖӘКТӘР (Р: бескрылые насекомые; И.: Apterygota; T.: kanatsız böcekler) и. зоол.
Ауыҙ ҡыуышлығындағы ағзалары менән сәнсеп һәм кимереп, кеше, хайуан һәм ҡоштарҙың тәненән ҡан һурыусы йәки мамыҡ һәм йөн кимереүсе ҡанатһыҙ паразит бөжәктәр төрө (мәҫәлән, беттәр, мамыҡ беттәре). □ Бескрылые насекомые (лат. Apter а). Ҡанатһыҙ бөжәктәр кешегә һәм үҫемлектәргә зарар килтереүсе булып торалар.
ҠАНАТҺЫҘ ГАГАРА (Р: бескрылая гагарка; И.: great auk; T.: kanatsız dalgıç kuşu) и. зоол.
XIX быуат аҙағында юҡҡа сыҡҡан ҡанатһыҙ ҡош төрө. □ Бескрылая гагарка (лат. Pinguinus impennis). Ҡанатһыҙ гагараға күпләп һунар иткәндәр, шунлыҡтан был ҡоштар ер йөҙөндә бөтөнләй ҡалмаған.
ҠАНАТҺЫҘ ҠОШТАР (Р: бескрылые птицы; И.: Apterygidae; T: kanatsız kuşlar) и. зоол.
Яңы Зеландияла ғына йәшәүсе осмай торған ҡоштар төрө. □ Бескрылые птицы (лат. Apterygidae). Ҡанатһыҙ ҡоштар атлап ҡына йөрөй алалар.
ҠАНАТЫУ (ҡанат-) (Р: окровавить; И.: stain with blood; T.: kanatmak) ҡ.
Йәрәхәтләп ҡанын сығарыу. □ Окровавить, вызывать кровотечение; разбивать в кровь. Ҡаҙ аяғымды ҡанатҡансы суҡып алды. М Аяҡтарҙы арыш ҡамылы сәнсеп, ҡанатып бөтөрә. «Йәшлек», 21 июнь 2011.
ҠАНАТЫШЫУ (ҡанатыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡанатыу, взаимн. от ҡанатыу. Танау ҡанатышыу. Танау ҡанатышып һуғышыу. Баш-күҙен ҡанатышып бөткәндәр.
ҠАНАТ ЯПҠЫСЫ (Р: надкрылья; И.: elytron; T.: kanat örtüsü) и.
185