Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 186


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАНАУ
Ҡуңыҙ кеүек бөжәктәрҙә ҡанат өҫтөндәге ҡаты япҡыс. □ Надкрылья, элитры. Бөжәктәрҙең ҡанат япҡысы ҡанаттар һымаҡ йәйелә һәм ябыла.
ҠАНАУ (ҡана-) (Р.: кровоточить; И.: bleed; T.: kanamak) ҡ.
Йәрәхәтле урындан ҡан сығыу, ҡан ағыу. □ Кровоточить. // Кровотечение. Ҡанап китеу. Ҡанап сығыу. Ҡанап тороу. ■ Ҡә-римә шунда уҡ ҡарға балаһын йортона алып инде. Бәләкәй, нәҙек кенә таҡтаға аяғын бәйләне, ҡанаған урындарын һыулы мамыҡ менән һөрттө. Р. Мифтахов. «Аяғым ауырта. Ана, ҡара», — Зөлфиә әсәһенә һыуыҡҡа ярылып ҡанаған аяҡтарын курһәтте. Я. Хамматов. • Етемдең ауыҙы ашҡа тейһә, мороно ҡанай. Мәҡәл.
ҠАНАУСАН (Р: кровоточивый; И.: bleeding; T.: kanayan) с.
Ҡан сығып, ҡан ағып тороусан. □ Кровоточивый, кровоточащий. Теш ҡаҙнаһы ҡанаусан була. ■ Гөлйемеш төнәтмәһен кешенең ағза-туҡымалары ҡанаусан булғанда, тын алыу юлдары шешкәндә, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Интернет селтәренән.
ҠАНАУСАНЛЫҠ (ҡанаусанлығы) (Р: кровоточивость; И.: bleeding sickness; T.: kanama dinmezliği) и.
Әҙләп йәки дауамлы ҡан ағыу. □ Кровоточивость. Теш ҡаҙнаһының ҡанаусанлығы.
ҠАНБАБА (Р: почтенный старец; И.: esteemed old man; T: aksakal) и. миф.
Ырыу аҡһаҡалы. □ Канбаба (почтенный старец, в функции которого входило проведение инициации молодого поколения и жертвоприношение в честь крупных событий в роду, племени). Ҡанбабалар нәҫеле. ■ Бәхете лә — ошо ерҙә, ләхете лә — ошонда, ҡанбаба ҡаны һуғарған Урал тигән йортонда. Г. Ситдиҡова.
ҠАН БАҪЫМЫ (Р: давление (кровяное)', И.: blood pressure; T.: kan basıncı) и. мед.
Ҡандың ҡан тамырына яһаған баҫым көсө. □ Давление (кровяное). Арте
риаль ҡан баҫымы. Тубән ҡан баҫымы. ■ Дөйөм һаулыҡ ҡаҡшағанда, витаминдарға мохтажлыҡ кисергәндә, ҡан баҫымы кутәрелгәндә, йөрәк эшмәкәрлеге һул-пәнәйгәндә .. яңы өҙөп алынған ҡайын еләген ашау файҙалы. «Йәншишмә», 12 июль
2011. Гәжәп, юғары ҡан баҫымынан, баш ауыртыуҙан, йөрәк өйәнәгенән яфаланған ҡарт ауырыуҙарын бөтөнләй онотто — уның дауаланырға ваҡыты ла ҡалмай. М. Әминев.
ҠАН БЕРКЕТЕҮ (ҡан беркет ) (Р.: породниться; И.: start kinship; T: akraba olmak) ҡ.
Туғанлашыу, ҡоҙа-ҡоҙағый булышыу.
□ Породниться, завязать родство. // По-роднение. Ҡан беркетеп ҡуйҙылар. Ҡан беркеткән ҡоҙалар.
ҠАН БИРЕҮ (ҡан бир-) (Р: сдать кровь; И.: donate blood; T: kan vermek) ҡ.
1. Лаборатор тикшереүҙәр үткәреү өсөн бармаҡтан йәки ҡара ҡан тамырынан ҡан тапшырыу. □ Сдавать кровь для анализов. Бармаҡтан ҡан биреу. Биохимик анализдар өсөн ҡан биреу. Ҡан бирергә барыу.
2. Ауырыуҙарға ҡойоу, ебәреү өсөн ҡан тапшырыу. □ Сдавать кровь для переливаний. Был уҙәктә донорҙар ҡан бирә. Ҡан бирергә барыу. Ҡан биреп килеу.
3. ҡар. ҡан түгеү. Ил өсөн ҡан биреу. Ватан өсөн ҡан бирергә әҙер тороу. ■ Ҡәрәштә ҡан биргән, йән биргән был ерҙең баһадир улдары. Б. Ишемғол.
ҠАН БУТАУ (ҡан бута-) (Р: вступать в брак с представителем другой национальности; И.: marry a person of another race; T: diğer millet kişisiyle evlenmek) ҡ. диал.
1. Башҡа халыҡ вәкиле менән өйләнешеү.
□ Вступать в брак с представителем другой национальности. // Вступление в брак с представителем другой национальности. Ҡан бутап, ҡаҙаҡҡа әйләнергә теләй. Ҡан бутауға ҡаршы тороу. Ҡан бутауҙы хупламау. ■ Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙҙары туп-тулы, ә улар [башҡорт егеттәре], ҡан бутап, йә мәрйә, йә сыуаш ҡыҙы алып ҡайталар. Экспедиция материалдарынан.
186