ҠАНДАЛА БЕСӘНЕ
2. Төрлө раса кешеләренең өйләнеше-үе. □ Метисация. Ҡан бутау куренеше.
ҠАН БЫУЫУ (ҡан быу-) (Р.: остановить кровотечение; И.: stop haemorrhage; T.: kanı durdurmak) ҡ. диал.
Ҡан туҡтатыу. □ Остановить кровотечение. // Остановка кровотечения. Ҡанын быуып ҡуйҙы. Ҡан быуа белеу. Ҡан быуырға өйрәнеу.
ҠАН БӘЙЛӘҮ (ҡан бәйлә-) (Р.: завязать родство; И.: strike up kinship; T: akraba olmak) ҡ.
Туғанлашыу, ҡан беркетеү. □ Завязать родство. Ике ғаилә уҙ-ара ҡан бәйләне. Ҡан бәйләп ҡуйыу. Ҡан бәйләугә ҡаршы булыу.
ҠАН БӘРЕҮ (ҡан бәр-) ҡ. диал. ҡан төйөлөү. Таяҡ осо килеп тейгән ергә ҡан бәрҙе.
ҠАНҒАБИҘӘР и. зоол. диал. ҡар. ҡамҡа II, 1. Ҡанғабиҙәр ҡанаты. Ҡанғабиҙәрҙәр оса. Ҡанғабиҙәрҙәр сыҡҡан.
ҠАНҒА СӘСӘҮ (ҡанға сәсә-) (Р.: захлебнуться кровью; И.: choke with blood; T: kan tükürmek) ҡ.
Күп ҡан аҡҡандан хәлһеҙләнеү. □ Захлебнуться кровью. Ҡанға сәсәп улеу. Ҡанға сәсәп быуылыу. ■ Бер йәш һылыу ҡанға сәсәп ауҙы. Ауҙы, каштан, һинең төбөңдә. М. Кәрим.
ҠАНҒА ҺЕҢЕҮ (ҡанға һең-) (Р: быть в крови; И.: be in one's blood, be peculiar to; T: kanda olmak) ҡ.
Тәбиғәткә, ғәҙәткә инеп, бер сифатҡа әйләнеү. □ соотв. Быть в крови у кого; входить в плоть и кровь кого, чью. ■ Икеһе лә [Әлфир менән Рәмилә] тынғыһыҙ, эшкә егәрле, йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп башҡарыу уларҙың ҡанына һеңгән, шуға ла бер эште лә арлы-бирле, илке-һалҡы эшләй алмайҙар. «Йәшлек», 17 май 2011. Уға [атайыма ] милләт айырып ҡарау бөтөнләй ят нәмә ине. Олатайыма хас булған был сифат йәштән ук уның ҡанына һеңгәндер. Б. Бикбай.
ҠАНҒЫҘЫУ (ҡанғыҙ-) ҡ. диал. ҡар. ҡандырыу. Асыу ҡанғыҙыу. Йоҡо ҡанғыҙыу. һыуһын ҡанғыҙыу.
ҠАНДАҒА и. диал. ҡар. ҡанъяға. Эйәр ҡандағаһы. Эйәргә ҡандаға бәйләу. Буш ҡандаға.
ҠАНДАЙ а. һөйл. ҡар. ҡалай III. Ҡандай матур. Ҡандай һөйкөмлө. Ҡандай уҫал. ■ Етендәй һары сәсле, кум-кук куҙле был ҡыҙыҡайға кук таҫмалар ҡандай килешә ине. Б. Бикбай. Һай, ҡандай оло бәхеткә тарыны бөгөн Зөлхизә. 3. Биишева.
ҠАНДАЛ [рус. кандалы < ғәр. (Р: кандалы; И.: shackles, fetters; T: pranga) и.
Тотҡондоң ҡул-аяғына һала торған ҡоршау. □ Кандалы. Ҡандал һалыу. Ҡандал кейҙереу. ■ Ҡул-аяҡтарында сынйыр ҡандал, ятап менән ристан баралыр. Халыҡ йырынан.
ҠАНДАЛА (Р: клоп; И.: bug; T: tahta kurusu) и.
1. зоол. Кеше ҡаны менән туҡланыусы паразит бөжәк; өй ҡандалаһы. □ Постельный клоп. / Клопиный, клоповый (лат. Cimexlec-tularius). Ҡандала дарыуы. Ҡандала тешләу. Ҡандала урсеу. ■ Бер ярыҡтан сыҡты ла бер ҡандала: «Юл йыраҡ икән, ҡәһәр!» — тип ҡарғана. Ш. Бабич. Ҡанһыҙ, ҡомһоҙ, ҡурҡаҡ ҡандала, төнө етһә, тәнде талай, йәнде ала. Р. Ғарипов. • Арғымаҡтан ат тыуыр, ҡандаланан бет тыуыр. Мәҡәл.
2. зоол. Бөтә ер йөҙөндә осрай торған, бик күп төрҙәргә бүленгән бөжәктәр; ярым-ҡуңыҙҙар. □ Клопы, полужесткокрылые (лат. Heteropterd). Ҡыр ҡандалаһы. Өй ҡандалаһы. Еләк ҡандалаһы. Урман ҡандалаһы.
3. миф. Мифлаштырылған бөжәк.
□ Клоп (мифологизированное насекомое). ■ Ҡандала тип әйтергә ярамай, кипкән тип әйтергә кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
♦ Ҡандала ояһы ҡандалалы торлаҡ.
□ Клоповник.
ҠАНДАЛА БЕСӘНЕ (Р: полынь; И.: wormwood; T: pelin) и. бот. диал.
187