ҠАНДАЛАГӨЛ
Әсе тәмле, ҡырҡыу еҫле, аҡһыл-йәшел тетмәкәй япраҡлы эре ҡый үләне; әрем.
□ Полынь. / Полынный (лат. Artemisia). Ҡандала бесәне еҫе. Ҡандала бесәне үҫә. Ҡандала бесәне йыйыу.
ҠАНДАЛАГӨЛ (Р.: клоповник; И.: pepperwort; T.: lepidium) и. бот.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡандалаға ҡаршы ҡулланылған үләндәрҙең дөйөм исеме. □ Клоповник (лат. Lepidium). Ҡандалагөл ҡырҡыу еҫле була. Ҡандалагөл өҙөп алыу. Ҡандалагөл япрағы.
ҠАНДАЛА ҠАБЫҠ (ҡабығы) (Р.: узор, вышитый выпуклой гладью; И.: kind of embossed pattern; T.: nakış türü) и. диал.
Бүртмәс-бүртмәс итеп сиккән биҙәк.
□ Узор, вышитый выпуклой гладью. Ҡандала ҡабыҡ менән сигеү. ■ Хәлле кешеләр ҡыҙҙары өсөн ҙур-ҙур ҡандала ҡабыҡлы шаршауҙар, сәкәнле өҫтәл япмалары әҙерләтәләр. Ғ. Хәйри.
ҠАНДАЛАЛЫ (Р: с клопами; И.: having bugs; T.: tahta kurusu olan) с. диал.
Ҡандалаһы булған. □ С клопами. Ҡандалалы йорт. Ҡандалалы түшәк. Ҡандалалы урын.
ҠАНДАЛА ТЕГЕН (Р: вид узора; И.: sort of satin-stitch pattern; T.: nakış türü) и. диал.
Нағыш төрө. □ Вид узора (вышитый гладью). Ҡандала теген биҙәге һалыу. Ҡандала теген менән сигеу.
ҠАНДАЛА ҮЛӘНЕ (Р: донник; И.: melilot; T.: tahta kurusu öldüren ot) и. бот.
Өсәр-өсәр бер һуҡтаға урынлашҡан ваҡ ҡына киртләс япраҡлы, һабаҡ буйлап сыҡҡан аҡ, һары төҫтәге ваҡ сәскәле, хуш еҫле баллы үлән. □ Донник. / Донниковый (лат. Melilotus). Ҡандала уләне үҫкән урын. Ҡандала уләне япрағы. ■ һауала әрем еҫе аңҡый, уны ҡеүәтләп, танауға һирәк-һаяҡ ҡандала уләне еҫе лә килеп бәрелә. В. Нафиҡов.
ҠАНДАЛА ҮРНӘК (үрнәге) (Р: нижний крестовидный узор на полотенце; И.: national towel pattern; T.: havludaki bezek türü) и. диал.
Сүпләп күтәрелгән таҫтамалдағы иң аҫҡы үрнәк. □ Нижний крестовидный узор на полотенце. Таҫтамалға ҡандала үрнәк һалыу. Ҡандала үрнәк нағышы. Ҡандала үрнәк биҙәге.
ҠАНДАЛЛАНЫУ (ҡандалдан-) ҡ. төш. ҡар. ҡандаллау. страд, от ҡандаллау. Ҡандалланған әсир. Ҡандалланған тотҡон. Ҡандалланған кеше.
ҠАНДАЛЛАУ (ҡандалла-) (Р: заковать в кандалы; И.: fetter; T.: prangalamak) ҡ.
Ҡандал һалыу, ҡандал кейҙереү. □ Заковать в кандалы. Әсирҙе ҡандаллау. Тотҡондо ҡандаллау. Ҡандаллап ҡуйыу.
ҠАНДАЛЛЫ (Р: закованные в кандалы; И.: in shackles, fettered; T.: prangalı) c.
Ҡандал һалынған. □ Закованные в кандалы. Ҡандаллы әсирҙәр. Ҡандаллы һалдаттар. Ҡандаллы тотҡондар.
ҠАНДАЛ ҺАЛЫУ (ҡандал һал-) (Р: заковать в кандалы; И.: shackle; T.: prangalamak) ҡ.
Ҡандал кейҙереү. □ Заковать в кандалы. Әсиргә ҡандал һалыу. Тотҡонға ҡандал һалыу. Ҡандал һалып ҡуйыу.
ҠАНДАЛҺЫҘ (Р: без кандалов; И.: with no fetters; T.: prangasız) c.
Ҡандал һалынмаған. □ Без кандалов, не закованные в кандалы. Ҡандалһыҙ тотҡондар. Ҡандалһыҙ әсирҙәр. Ҡандалһыҙ әсирлек.
ҠАН Д АШ (Р: родственник, кровинка; И.: kinsman; T.: akraba) и. диал.
1. Туған, ҡәрҙәш. □ Родственник, родственница, кровинка. Ҡандаш булыу. Алыҫ ҡандаш. М Урал тауҙарының ирекле ҡошо, башҡорт ҡыҙы, яҡын ҡандашы. Ғ. Ғүмәр.
2. Ҡарындаш, һеңле. □ Младшая сестра (по отношению к брату). Ҡандашым менән икәү барабыҙ. Ҡандашым килде. Ҡан-дашыма барам.
ҠАНДАШЫУ (ҡандаш-) (Р: упорствовать; И.: be obstinate (in); T: inat etmek) ҡ. диал.
1. Ныҡышыу, серәшеү. □ Упорствовать. Ҡандашып тороу. Ҡандашып ултырыу. Ҡан-
188