Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 189


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАН ЗАМАН
дашып һорап алды. Ҡандашып урамға сығып китте. Һаман ҡандашып тороу.
2. Ҡыҙығыу, мауығыу. □ Соблазняться. Ҡандашып китеу. Ҡандашып йөрөу. Ҡеше әйберенә ҡандашып йөрөмә инде.
ҠАН ДОШМАН (Р.: кровник, кровный враг; И.: deadly enemy; T.: düşman) и.
Ҡан менән үс ала торған дошман. □ Кровник, кровный враг. Ҡан дошмандар булып китеу. ■ Күсәк бей Ҡарағөломбәтте ҡан дошманы ҡурә башлай, атаһының ҡонон алырға йыйына. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ҠАНДЫБЕЛӘК (ҡандыбеләге) (Р.: повивальная бабка; И.: midwife; T.: ebe) и. этн. диал.
Кендек әбейе. □ Повивальная бабка. ■ Ҡырҡынсы баланы кабул иткән кендек әбейен ҡандыбеләк тигәндәр. Экспедиция материалдарынан.
ҠАНДЫРЫУ (ҡандыр-) (Р: насытить; И.: satiate with; T.: doyurmak) ҡ.
1. Кәрәкле бер нәмәгә туйындырыу.
□ Напоить, насытить кого чем. Һыуға ҡандырыу.
2. Теләкте, тойғоно ҡәнәғәтләндереү.
□ Утолять, удовлетворять что. К Батша йоҡоһон ҡандырып уяна, айыҡҡан була. Әкиәттән. Байморат ситтән генә ҡарап танһығын ҡандырҙы ла утарына ҡайтып китте. Н. Мусин. Көмөштәй бай, балдай татлы шишмә һыуы һаман элеккесә һыуһағандың һыуһынын ҡандырған, арығанға хәл индергән, сырхағанға шифалы дауа булған. 3. Биишева. Тәбиғәт һыуһынын ҡандырған ямғырҙан һуң көн йәнә сыуағайтты. Я. Хамматов.
ҠАН ЕБӘРЕҮ I (ҡан ебәр-) ҡ. ҡар. ҡан алыу 1. Ҡан ебәреп дауалау. Ҡан ебәрергә барыу. ■ Яман ҡан йыйылып кеше ауырыһа, ҡан ебәреп имләгәндәр. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠАН ЕБӘРЕҮ II (ҡан ебәр-) (Р.: переливать кровь кому-л:, И.: transfuse blood; T.: kan aktarmak) ҡ.
Дауалау маҡсатында ауырыуға донор ҡаны ағыҙыу. □ Переливать кровь кому-л.
(введение с лечебной целью в сосудистое русло больного крови донора). // Переливание крови. Ҡан ебәреү станцияһы. ■ [Ауырыу балаларға ] дарыуҙың уныһын ебәреп, быныһын еҫкәтеп, энәләре менән дә тәненә дарыу ебәреп [торалар]. М. Тажи. Әле пе-ренаталь хирургия ла үҫешә, йәғни балаға тыумаҫ элек ук операция эшләп, йә ҡарын эсенә ҡан ебәреп була. «Йәшлек», 23 август 2011.
ҠАН ЕБӘРЕҮ III (Р: жертвоприношение; И.: sacrifice; oblation; T: kurban verme) и. диал.
Ҡорбан салыу. □ Жертвоприношение. Ҡорбан байрамында ҡан ебәреү мотлаҡ, тиҙәр. Ҡан ебәреү йолаһы. Ҡан ебәрергә тотоноу.
ҠАН-ЕЛ и.мед. диал. ҡар. сифилис. Ҡан-ел йоғоу. Ҡан-ел эләктереү. Ҡан-ел — яман ауырыу.
ҠАН ЕРӘН (Р: медно-красный; И.: deep red; T: doru) с.
Ҡыҙғылт ерән (ат төҫөнә ҡарата). □ Медно-красный. Ҡан ерән ат. Ҡан ерән атты һайлап алыу. ■ Менгән генә атым ҡан ерән, кейгән генә кейемем күк елән. Халыҡ йырынан.
ҠАНЕСКЕС I (Р: кровожадный; И.: bloodthirsty; T: kana susamış) с.
Ҡанға һыуһаған, аяуһыҙ. □ Кровожадный. Ҡанескес кеше. Ҡанескес ҡаты бәғерле әҙәм. Ҡанескес түрә.
ҠАНЕСКЕС II (Р: вампир; И.: bloodsucker; T: vampir) и.
1. миф. Мифологияла кеше ҡанын һурыусы зат. □ Вампир. Ҡанескестәр тураһында фильм ҡарау. Ҡанескестәр тураһында китап уҡыу. Ҡанескестәрҙең барлығына ышаныу.
2. күсм. Әҙәм ҡанын ҡойоусы, кеше үлтереүсе; ҡанхур. □ Кровопийца. ■ Алмалай ҡыҙым Гөлйөҙөмдө юҡ итте, арыҫландай кейәүемде харап итте ҡанескес, һ. Дәүләтшина.
ҠАН ЗАМАН (Р: давным-давно; И.: very long ago; T: kadim zamanlarda) р. һөйл.
189