ҠАНИГЕҘ
Әллә ҡасан, күптән; хан заман. □ Давным-давно. Ҡайтҡанына ҡан заман. Ҡан заман булған хәл. М Әрменән ҡайтҡанына ҡан заман, рәте юҡтыр йүнһеҙҙең, тиеште шаяныраҡ ҡатындар. Р. Низамов.
ҠАНИГЕҘ и. диал. ҡар. һуңғылыҡ. Ҡанигеҙе төшөү. М Ҡайһы бер кешенең эсендә ҡанигеҙе куп була, ҡайһы береһенең һыуы куп була. Экспедиция материалдарынан.
ҠАН ЙӨРӨШӨ (Р.: кровообращение; И.: blood circulation; T.: kan dolaşımı) и.
Организмдағы ҡан хәрәкәте. □ Кровообращение. Ҡан йөрөшө һәйбәтләнеү. Ҡан йөрөшөн яйға һалыу. М Ҡыш һалҡын тейеп сирләгәндә, йүкә сәйен эсеп, тирләп алһаң, хәлең еңеләйеп китә, үпкә, бөйөр ауырыуҙарынан дауа, ҡанды таҙарта, ҡан йөрөшөн яйға һала. «Таң», 21 июль 2011.
ҠАН ЙҮГЕРЕҮ (ҡан йүгер-) (Р: покраснеть; И.: turn red in the face; T: kızarmak) ҡ.
1. Ҡыҙарыу (тәнгә ҡарата). □ Покраснеть (о лице). // Покраснение. Биткә ҡан йүгерҙе. Иренгә ҡан йүгерҙе. М Йәһәт кенә самауыр ҡуйып, сәй менән һыйлағас, әсәйемдең күгәргән ирендәренә ҡан йүгергәндәй булып ҡалғайны. Н. Мусин.
2. ҡар. ҡан һауыу 1. Ҡулымдың ҡыҫылған урынына ҡан йүгерҙе.
ҠАНКИЛДЕ (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir cla-nal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Гәрә ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Канкилде (название родового подразделения башкир). Ҡан-килде аймағына ҡарау. Ҡанкилде аймағы шәжәрәһе. Ҡанкилде аймағы башҡорто.
ҠАН КИЛЕҮ (ҡан кил-) (Р: кровоточить; И.: bleed; T.: kan gelmek) ҡ.
Йәрәхәтле урындан ҡан сығыу, ҡанау. □ Кровоточить. // Кровотечение. Танауҙан ҡан килә. Яранан ҡан килә. Я Мин Тима-шевты күтәреп алдым. Уның ауыҙынан ҡан килә ине. Д. Юлтый.
ҠАН КИТЕҮ (ҡан кит-) (Р: кровить; И.: haemorrhage; bleed (ing); T.: kanamak) ҡ.
Ҡан тамырынан ҡан килеү. □ Кровить, открываться (о кровотечении). // Кровотечение. Күп ҡан китеү. Ш Ул арала сәс алыусы яңылыштан бәҙәүиҙең башын йәрәхәтләне, яраһынан ҡан китте. Ә. Вахитов. Юлай Әпрәйҙең әпәй шүрлегенә бер менеп төштө. Малайҙың ирендәре күбеп сыҡты, танауынан ҡан китте. И. Ғиззәтуллин.
ҠАН КӨН (Р.: среда; И.: Wednesday; Т.: Çarşamba) и. диал.
Аҙнаның өсөнсө көнө; шаршамбы. □ Среда. Ҡан көндә килегеҙ. Ҡан көнгә тәғәйенләү. Ҡан көндә барыу.
ҠАН КӨҪӘҮ (ҡан көҫә-) (Р: жаждать крови; И.: be bloodthirsty; T.: kana susamak) ҡ.
Кеше үлтерергә ҡанығыу. □ Жаждать крови. // Жажда крови. Ҡан көҫәп йөрөү. Бер кеше үлтергән кеше тыныс йәшәй алмай, икенсегә ҡан көҫәй башлай. М [Һомай — Шүлгәнгә:] Ҡан көҫәгән, йәш түккән, күптәр башына еткән, ҡан эсергә уҡталған уҫал йөрәгең бөтһөн, бәғерле йөрәк үҫһен. «Урал батыр».
ҠАН КҮРЕҮ (ҡан күр-) ҡ. диал. ҡар. күрем күреү. Ҡан күреп туҡтау. Ҡан күреп йөрөү. Ҡан күрә башлау.
ҠАН КҮТӘРЕЛЕҮ (ҡан күтәрел ) (Р: повышаться (об артериальном давлении)', И.: elevation of blood pressure; T.: tansiyon yükselmek) ҡ.
Ҡан баҫымы күтәрелеү. □ Повышаться (об артериальном давлении). // Повышение артериального давления. Ҡаным күтәрелеп киткән. Ҡан күтәрелеүҙән яфаланыу. Ҡан күтәрелеүҙән дарыу эсеү.
ҠАН ҠАСЫУ (ҡан ҡас-) (Р: побледнеть; И.: turn pale; T.: rengi atmak) ҡ.
1. Ап-аҡ булып ағарыу. □ Побледнеть, побелеть. М Ҡәһәрләнеп һуғылған линейканың эҙе уның [Байрастың] усында башта ағарып, ҡаны ҡасып торҙо ла аҙаҡ ҡып-ҡыҙыл булып ялланып сыҡты. 3. Биишева. Фазылдың әҙәм төҫө ҡалмаған. Ҡаны ҡасып, ирендәре күгәреп, үҙе ап-аҡ булып киткән.
190