Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 191


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАН ҠЫҘАРЫУ
Р. Солтангәрәев. Йөҙөнән ҡан ҡасҡан, ағарып ҡатҡан килен яңылығын һөйләне. «Йәшлек», 1 март 2008.
2. кусм. Холҡо боҙолоу. □ Портиться, испортиться (о характере). Ҡаны ҡаса башланы. Ҡаны ҡасып китте. Я Асыу менән сырайы, ҡаны ҡасып, йыйырылған; ил илаған куҙ йәше куҙен ҡаплап, һулыған Нарыҫ бей ҙә туҙәлмәй, йөрәге ярылып, йығылған. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠАН ҠАТНАШЫУ (ҡан ҡатнаш-) ҡ. ҡар. ҡан ҡатышыу. Ҡан ҡатнашып, бергә йәшәу. Ҡандары ҡатнашҡан ҡоҙа-ҡоҙағый.
ҠАН ҠАТЫУ (Р.: застой крови, гиперемия; И.: hyperemia; T.: kan hücumu) и.
Ҡан йөрөшө әкренәйеүҙән булған вена гиперемияһы. □ Застой, гиперемия. Ҡан ҡатыуға килтергән сәбәптәр. Ҡан ҡатыуҙан яфаланыу.
ҠАН ҠАТЫШ (Р: кровянистый; И.: sanguine; T.: kanlı) с.
Ҡан менән аралаш булған. □ Кровянистый. Ҡан ҡатыш куҙ йәше. Ҡан ҡатыш ҡоҫоу. Ҡан ҡатыш эрен. Я Биксәнтәй, куҙҙәрен яман аҡайтып, Тимашевка ҡарап торҙо ла оло кинәнес менән уның ҡыуарған йөҙөнә ҡан ҡатыш төкөрҙө. И. Ноғоманов.
ҠАН ҠАТЫШЫУ (ҡан ҡатыш-) (Р.: породниться, завязать родство; И.: start kinship; T.: akraba olmak) ҡ.
1. Ҡоҙа-ҡоҙағый булып, туғанлашыу. □ Породниться, завязать родство. // По-роднение. Ғаиләләр араһында ҡан ҡатыша. Я [Гөлзифа:] Ҙур теләккә былай мин кумелгәс, ололап, алдығыҙҙа эйелдем. Ҡан ҡатышып, һеҙгә бала булғас, йортом ташлап, һеҙгә һыйындым. М. Буранғолов. [Тимерғәле ҡарт:] Ҡан ҡатышҡанға йыл тулды, упкәләр, кенәләр бөттө инде. һ. Дәүләтшина.
2. Башҡа милләт вәкилдәре менән өйләнешеү. □ Межнациональный брак. Ҡан ҡатышыуға ҡаршы булыу. Ҡан ҡатышыуҙы хупламау. Ҡан ҡатышып, ике милләт вәкилдәре дуҫлашып китте.
ҠАН ҠОЙҒОС (Р: кровопролитный; И.: bloody; T.: kanlı) с.
Күп ҡан ҡойоу менән бәйле. □ Кровопролитный. Ҡан ҡойғос һуғыш. Ҡан ҡойғос алыш. Ҡан ҡойғос мәхшәр.
ҠАН ҠОЙОЛОУ (ҡан ҡойол ) ҡ. төш. ҡар. ҡан ҡойоу, страд, от ҡан ҡойоу. Ҡуп ҡан ҡойолоу. Я Бик куп кеше һәләк булды, бик куп ҡан ҡойолдо, ти, был һуғышта. Әкиәттән.
ҠАН ҠОЙОУ (ҡан ҡой-, ҡан ҡоя) (Р: проливать кровь; И.: shed blood; T: kan dökmek) ҡ.
1. Ҡан түгеп һуғышыу. □ Проливать кровь за кого-что, погибать, защищая кого-л. или что-л. // Кровопролитие. Һуғышта ҡан ҡойоу. Я Беҙ фронтта ла куп ҡан ҡойҙоҡ. Д. Юлтый. • Ҡөслө ырыу хан ҡуйыр, усле ырыу ҡан ҡойор. Мәҡәл.
2. Кеше үлтереү, яралау. □ Проливать кровь кого, убивать. Ҡан ҡойорға ытырғанмау. Ҡан ҡойорға ҡулы нисек бара? Я Нишләп улай ғазазилдар ҡанлы хәнйәр ҡайрайҙар? Нишләп улай ҡан ҡойорға яуызлыҡтар эҙләйҙәр? Ғ. Хәйри.
♦ Ҡара ҡанын ҡойоу бик ҡаты туҡмау, киҫеү, ярыу. □ Избить до полусмерти.
ҠАН ҠОЙОШ (Р: кровопролитие; И.: bloodshed; T.: katliam) и.
һуғыш арҡаһындағы ҡырылыш, үлтереш.
□ Кровопролитие, һуғыштағы ҡан ҡойош. Ҡан ҡойош араһында йөрөу. К Тыуған ерем, һинең өсөн, һинең иркең өсөн, ерҙә барған купме ҡан ҡойош?! Ш. Бикҡолов.
ҠАН ҠОҪОУ (ҡан ҡоҫ-) (Р: харкать кровью; И.: blood-spitting; T.: kan kusmak) ҡ.
Йүткергәндә һулыш юлдарынан ҡан йәки ҡанлы ҡаҡырыҡ сығыу. □ Харкать кровью. // Кровохарканье. Ҡан ҡоҫоп ятыу. Ҡан ҡоҫа башлау. Я Ҡан ҡоҫто йәш бала. Йәм китте, тынысһыҙлыҡ алды булмәне. М. Хәй.
ҠАН ҠЫҘАРЫУ (ҡан ҡыҙар-) (Р: обрести кроваво-красный цвет; И.: get blood-red; T.: kan rengine girmek) ҡ.
Ҡан ҡыҙыл төҫкә инеү, ҡан төҫө алыу.
□ Обрести кроваво-красный цвет, стать кроваво-красным; краснеть. Ҡан ҡыҙарып
191