ҠАН ҠЫҘЫЛ
китеу. Ҡан ҡыҙарып таң ата. ■ Ҡан ҡыҙарҙы бөтә һыу өҫтө. Т. Арслан.
ҠАН ҠЫҘЫЛ (Р.: кроваво-красный; И.: blood-red; T.: kan rengi) с.
Ҡыҙыл төҫтөң айырым төҫмөрө. □ Кроваво-красный, кровавый. Ҡан ҡыҙыл офоҡ. Ҡан ҡыҙыл сәскәләр. ■ Унда [көнбайышта], ҡараһыу кук ҡаяның осло тубәһенә ауып төшкән һымаҡ булып, утә дәу ҡан ҡыҙыл ҡояш эңерге монарға сумып томһаланып ята ине. 3. Биишева.
ҠАНҠЫС (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, бишул-табын, ҡыпсаҡ ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Канкыс (название родового подразделения башкир). Ҡанҡыс аймағына ҡарау. Ҡанҡыс аймағы башҡорто. Ҡанҡыс аймағы шәжәрәһен төҙөу.
ҠАН ҠӘРҘӘШ (Р: кровный родственник; И.: blood relation; T.: kan kardeş) и.
Ҡан туған. □ Кровный родственник. ■ Дөрөҫ, ара яғынан Зифа миңә ҡәрҙәш кеше, ҡан ҡәрҙәшем тугел. Б. Бикбай. Тыуған ерен, тауҙарын, болондарын һәм бигерәк тә уҙенең ҡан ҡәрҙәш ырыуын — ҡатайҙарҙы һағынған ул [Таңатар]. Ә. Вахитов. • Ҡан ҡәрҙәште мал ҡәрҙәше айырған. Әйтем.
ҠАН ҠӘРҘӘШЛЕК (ҡәрҙәшлеге) (Р: кровное родство; И.: blood relationship; T.: kan kardeşlik) и.
Бер ата-бабанан килгән туғанлыҡ. □ Кровное родство. / Кровнородственный. Ҡан ҡәрҙәшлек тойғолары. Милләттәр ҡан ҡәрҙәшлеге. М Йолалар уртаҡлығы, ҡан ҡәрҙәшлек тойғолары менән бер рәттән, сәнғәткә һөйөу, мәҙәниәткә булған ихтирам берләштергән халыҡтар вәкилдәренең дәртле сығыштары .. рух, ҡеуәт өҫтәне! «Йәшлек», 22 декабрь 2009.
ҠАЙЛАНДЫРЫУ (ҡайландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡанлау, понуд. от ҡанлау. Ҡейем-де ҡайландырыу. Өҫ-башты ҡайландырыу. Ҡайландырып бөтөу.
ҠАНЛАНЫУ (ҡанлан-) ҡ. төш. ҡар. ҡанлау, страд, от ҡанлау. Ҡанланған бит. Ҡанланған кейем. В Ерәнҡашҡам минең, ҡәҙерлем!.. — тип уның ҡанланған арҡаһынан һыпырҙы Алдар. Н. Мусин.
ҠАНЛАУ (ҡанла-) (Р.: окровавить; И.: stain with blood; T.: kanlamak) ҡ.
Ҡанға буяу, ҡан тейҙереү. □ Окровавить, кровавить кого, что. Ҡанлап бөтөу. Ҡулды ҡанлау. Ҡейемде ҡанлау. Ҡулын ҡырҡып, кулдәген ҡанлап бөткән.
ҠАНЛАШЫУ (ҡанлаш-) (Р: враждовать; И.: be at enmity; T.: düşman olmak) ҡ. диал.
Дошманлашыу, бер-береңде күрә алмау. □ Враждовать. Ҡанлашып йәшәу. Ҡанлашып китеу. Ҡанлашып йөрөмәу.
ҠАНЛЫ (Р: кровавый; И.: bloody; Т.: kanlı) с.
1. Ҡанланған, ҡанға буялған. □ Кровавый, окровавленный. Ҡанлы ҡулдар. ■ Заятуләк Аҡ шоңҡарын йәнә сөйә — шоңҡар ҡолағы миңле төлкө ала, тағы сөйә — ауыҙы ҡанлы буре ала. Халыҡ ижадынан. Үлһәм, шәһит булһам, ҡанлы кәуҙәм балҡып йөҙһөн ожмах хауызында. Ш. Бабич.
2. Ҡан ҡатыш, ҡан менән булған. □ Кровавый, с примесью крови. Ҡанлы эрен.
3. Ҡан һауған (куҙҙәргә ҡарата). □ Покрасневшие от кровоизлияния (о глазах). Ҡанлы куҙҙәр.
4. Күп ҡорбан, үлеш килтергән. □ Кровопролитный. Ҡанлы һуғыш. ■ Бөйөк Ватан һуғышы, уның ҡанлы ла, данлы ла йылдары тарих төпкөлөндә ҡала барһа ла, халҡыбыҙ бәхете өсөн башын һалған ҡаһарман һалдаттарыбыҙ онотолмай. «Һаҡмар», 7 май 2009. • Ашап-эскәндә дуҫ яҡшы, ҡанлы көндә ҡарындаш яҡшы. Әйтем.
♦ Ҡайнар ҡанлы дәртле, ярһыу. □ Горячий, пылкий. ■ Ләкин минме һуң инде ҡайнар ҡанлы тау егете менән ярыша алыр кеше! «Йәшлек», 17 декабрь 2009. Ҡом ҡанлы ҡаты бәғерле, үтә лә шәфҡәтһеҙ. □ Жестокий, немилосердный. Ҡом ҡанлы кеше. К [Көнһылыу:] Турә, аҙ ғына ҡыҙғанһаңсы
192