ҠАН СИРЕ
беҙҙе! Юҡ, был таш йөрәкле, ҡом ҡанлы кеше ишетергә лә теләмәй. Б. Бикбай. Ҡыҙыу ҡанлы ярһыу тәбиғәтле. □ Горячий, вспыльчивый. ■ Куп уйлап тормай, ҡыҙыу ҡанлы ҡаҙаҡ егете апайымды һората, «һаҡмар», 27 декабрь 2011.
ҠАНЛЫ ЙӘКШӘМБЕ (Р.: Кровавое воскресенье; И.: Bloody Sunday; T.: Kanlı Pazar) и. map.
1905 йылдың 9 ғинуары — батша хөкүмәтенең Петербургта эшселәрҙең тыныс демонстрацияһын аттырған көн. □ Кровавое воскресенье. Ҡанлы йәкшәмбе ваҡиғалары. Ҡанлы йәкшәмбе тураһында уҡыу. Ҡанлы йәкшәмбе — тарихҡа инеп ҡалған көн.
ҠАНЛЫ ҺӨТ (Р: кроводой; И.: milk with blood in it veterinary condition; T.: kanlı süt) и. вет.
һыйырҙа ҡан ҡатыш һөт килеүҙән ғибәрәт ауырыу. □ Кроводой, кровянистое молоко. Һыйырыбыҙҙа ҡанлы һөт башланған. Һыйырыбыҙ ҡанлы һөт булғас, сәйҙе һөтһөҙ эсә башланыҡ.
ҠАНЛЫ ШӘҺИТ (Р: погибший в бою; И.: fallen in battle; T.: şehit) и.
Яуҙа үлгән һалдат. □ Погибший в бою. Ҡанлы шәһит һалдаттар. Ҡанлы шәһит булыу. Ҡанлы шәһит булып ятып ҡалыу.
ҠАН ОЙОШОУ (ҡан ойош-) (Р: свёртываться (о крови)', И.: coagulate; T.: kan koyulaşmak) ҡ. мед.
Ҡан тамыры буйында ҡан ҡуйырып уҡмашыу, төйнәлеү. □ Свёртываться (о крови). // Свёртывание, тромбоз. Ҡан ойошоп тороу. Ҡан ойошоу ауырыуы. ■ Буласаҡ әсәгә гормональ фонға һәм ҡандың ойошоу кимәленә анализ бирергә кәрәк. «Йәшлек», 27 июль 2012.
ҠАНСА I (Р: сколько?; И.: how much? how many?; T.: kaç?) a. һөйл.
1. һор. а. Берәй нәмәнең һанына ҡарата бирелгән һорауҙы белдерә; нисә? □ Сколько? Ҡанса йыл утте? Ҡанса көндән һуң киләһең? Ҡанса айҙан уҡып бөтәһең?
2. билд. а. Билдәһеҙ һан, күләм, ваҡытҡа ҡарата әйтелә; күпме. □ Сколько. Ҡанса йөк бушатырҙар. Ҡанса кеше килер. Ҡанса әҙәм килгән, тип ҡарап торҙом.
3. билд. а. Берәй нәмәнең бик күп булғанына баҫым яһағанда әйтелә; күпме, ни хәт-ле. □ Сколько. Ҡанса халыҡ. Ҡанса кеше йыйылған. ■ һин был тауға ҡалай итеп мендең, ҡанса дәуер йөгөн кутәреп? М. Ғәли. Йөрәктең ҡанса йылыһын йөрөткән әҫәрҙәр улемһеҙул. «Ағиҙел», № 11, 2010.
ҠАНСА II (Р: сколько ни; И.: no matter how ...; T.: kaç) терк.
Эш-хәрәкәттең бик дауамлы йәки күп тәҡрарлы икәнен билдәләй; ни хәтле, нисәмә тапҡыр. □ В сочетании с условным наклонением глагола выступает в роли союза сколько ни, как ни... Ҡанса илаһаң да, мәсьәлә уҙе хәл ителмәйәсәк. ■ Ҡылдарың наҙлы, наҙың мәғсум ауазды аңҡыта, ҡанса тыңлап та туя алмайым. Ш. Бабич. • Баҡырҙы ҡанса йышһаң да, алтын булмаҫ. Әйтем.
ҠАН САБЫУ (ҡан сап-) (Р.: пустить кровь; И.: perform bloodletting; T: kan aimak) ҡ.
Тамырҙы ҡырҡып, ҡан ағыҙыу. □ Пустить кровь. // Кровопускание. Ҡан сабып дауалау. Ҡан сабырға тура килде. ■ Ҡараһаҡал батыр ҙа, беләгенән ҡан сабып, иле алдында ант биргән. «Ҡараһаҡал».
ҠАНСАЙ (Р: сука; И.: bitch; T.: kancık) и. диал.
Эт, бесәй һымаҡ йәнлектәрҙең инәһе; кәнтәй. □ Сука. Ҡансай көсөк. Ҡансай аҫрау. ■ Аҫрарға тип эт алғайным, ҡансай булып сыҡты. Экспедиция материалдарынан.
ҠАН СИРЕ (Р: кровотечение из носа; И.: nose bleeding; T: burun kanaması hastalığı) u.
1. Танауҙан ҡан килтерә торған ауырыу. □ Кровотечение из носа. Ҡан сиренән яфаланыу. Ҡан сиренән дауа. Ҡан сирен дауалау.
2. Ҡан күҙәнәктәренең функцияһы һәм төҙөлөшө боҙолоу менән бәйле сирҙәр (лейкоз, ҡан аҙлығы һ. б.). □ Болезнь крови. Ҡан сирҙәрен булдырмау саралары. Ҡан
193