ҠАН ТӨШӨҮ
1. Аттың теҙгенен ҡыҫҡартып бәйләү. □ Привязать лошадь за поводья, подняв или закрутив голову. Ҡантарып ҡуйыу. Ҡантарып бәйләу. ■ Ҡуҙғала башлағас, Альберт алға сыҡты ла, дилбегәне тәртә башына сөйөп, ҡантарып бәйләп ҡуйҙы. Ғ. Ибраһимов.
2. һимеҙ атты сыныҡтырыу өсөн төнгөлөккә ашатмай-эсермәй башын күтәртеп бәйләп ҡуйыу. □ Ставить упитанную лошадь на ночь в стойло без корма и воды для сбрасывания веса и закалки. Атты ҡантарыу. Ҡантарып ҡуйыу. Ҡәртәгә ҡантарып ҡуйыу.
ҠАН ТАШЛАУ (ҡан ташла-) (Р.: кровоточить; И.: get covered with blisters; T.: nasırlaşmak) ҡ. вет. диал.
Яҙ, йәй көндәре аттың һыртынан, ваҡ-ваҡ ҡына булып тишелеп, ҡан һарҡыу. □ Кровоточить. Ҡан ташлаған ат. Ҡан ташлаған бейә. Ҡан ташлап тороу. Аттың арҡаһы ҡан ташлап тора.
ҠАН ТЕЛЕ (Р: заговор для остановки кровотечения; И.: spell against bleeding; T.: kanamayı durdurmak için uygulanan büyü) и. миф.
Ҡан ағыуҙы туҡтатыу әпсене. □ Заговор для остановки кровотечения. Ҡан теле әйтеу. М Ҡан теле: «Ҡыҙыл энә, ҡыҙыл еп, ҡыҙыл йөйө йөйләйем. Баҡыр энә, баҡыр еп, баҡыр йөйө йөйләйем. Тимер энә, тимер еп, тимер йөйө йөйләйем». Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ҠАН ТИБЕШЕ (Р: биение пульса; И.: pulse beat; T.: nabız) и.
1. Артериаль ҡан тамырҙарының тибеше. □ Биение пульса. Ҡан тибешен улсәу. Ҡан тибешен тикшереп ҡарау.
2. кусм. Бер-бер нәмәнең тормош барышы; тын алышы. □ Течение, ход (событий). ■ Тыуған ерем ҡосағымда һымаҡ, уның ҡан тибешен тоймаҫҡа мөмкин тугел. М. Кәрим.
ҠАН ТӨТОУ (ҡан тот-) (Р: страдать полнокровием; И.: suffer from plethora; T.: kan çokluğu) ҡ.
Ҡан күплектән яфаланыу. □ Страдать полнокровием. Ҡан тотоп ауырый ул.
ҠАН ТӨЙӨЛӨҮ (ҡан төйөл-) (Р: скапливаться (о крови)', И.: bruise; T.: bere) ҡ. мед.
Аңғармаҫтан нимәгәлер һуҡҡанда, бәрелгәндә йәки ҡыҫҡанда ҡарайып сығыу. □ Скапливаться (о крови в подкожно -жиро -вой клетчатке, в полостях тела или между слоями тканей, возникающей в результате разрыва сосудов и внутреннего кровотечения после удара, сдавления). // Кровоподтёк, кровоизлияние. Ҡан төйөлгән урын. Аяғым бәрелгәйне, ҡан төйөлөп тора.
ҠАН ТӨКӨРӨҮ (ҡан төкөр-) (Р: харкать кровью; И.: spit blood; T.: kan tükürmek) ҡ.
1. Ауырыу йәки яраланыу сәбәпле ауыҙҙан ҡан сығарыу. □ Харкать кровью. // Кровохарканье. Ҡан төкөрөп ауырыу. Үпкә сиренән ҡан төкөрөу. ■ Тамағы ғырылдап, ҡан төкөрөп, йуткереуенән тонсоғоп, ҡысҡыра алмаҫлыҡ хәлгә еткәнсе һөрәнләне ир. С. Ильясов.
2. кусм. Ҡаты ғазап күреү. □ Мучиться, страдать. Ҡан төкөрөп йәшәу. Ҡан төкөрөп яфаланыу.
ҠАН ТӨРКӨМӨ (Р: группа крови; И.: blood group; T: kan grubu) и.
Аҡһым төҙөлөшөнөң төрлөлөгө менән билдәләнгән кеше ҡанының биохимик сифатының үҙенсәлеге. □ Группа крови. Уның ҡаны икенсе төркөм ине. Беренсе һәм өсөнсө ҡан төркөмдәре һирәгерәк осрай. ■ Ҡайһы бер кеше уҙенең ҡан төркөмөн белмәй, ә бында ҡан биреуселәрҙең бер юлы, беренсенән, ҡан төркөмөн билдәләйҙәр; икенсенән, ҡанына экспресс-анализ яһалыуҙан донор уҙенең сәләмәтлек торошон да билдәләй. «Йәшлек», 27 август 2011.
ҠАН ТӨШӨҮ (ҡан төш-) (Р: расширяться (о венах)', И.: vein dilation; T.: toplardamar genişlemesi) ҡ.
Аяҡтағы ҡан тамырҙары киңәйеү. □ Расширяться (о венах). // Расширение вен. Аяғыма ҡан төшөп тора. П [Мәғфурә:] Гөлйөҙөм килен, һин бынау ауыр аяҡлы
195