Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 196


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАН ТУҒАН
көйөңә йонсойһоң. Ҡуп йөрөгәс, аяғыңа ҡан төшөп китер әле. һ. Дәүләтшина.
ҠАН ТУҒАН (Р.: кровный родственник; И.: full blood; T.: kan kardeş) и.
Бер туған. □ Кровный родственник, родной по крови (о брате, сестре). Beş уның менән ҡан туғандар. Ҡан туғандар татыулығы. ■ Ҡан туғандар, ырыу һәм аймаҡтар араһында була торған яҡынлыҡтан көслөрәк булған был тойғо һиҙҙермәй генә хикәйәләуҙе алып барыусы төп көскә әйләнә. Ә. Вахитов.
ҠАН ТУҠТАТЫУ (ҡан туҡтат ) (Р.: остановить кровотечение; И.: spell against bleeding; T.: kanamayı durdurmak) ҡ. миф.
1. Яранан аҡҡан ҡандың юлын быуыу □ Остановить кровотечение. // Остановка кровотечения. Ҡан туҡтатыу ысулдары. ■ Меңьяпраҡ асыҡ яранан ҡанды туҡтатыу һәм бактерияға ҡаршы көрәшеу уҙенсәлегенә эйә. «Йәшлек», 21 апрель 2009.
2. миф. Ҡан әпсене ярҙамында ҡанды туҡтатыу. □ Остановить кровотечение (с помощью заговора). Ҡан туҡтатыу әпсене әй-теу.
ҠАН ТҮГЕҮ (ҡан түк-) (Р: проливать кровь в бою; И.: shed blood in battle; T.: kan dökmek) ҡ.
1. Үҙ ҡаныңды ҡорбан итеү. □ Проливать кровь, защищая кого-л. или что-л. // Кровопролитие. ■ Был ордендар һәм миҙалдар куктән төшмәгән уға [олатайыма], яуҙарҙа ҡан тугеп алған, бик тә ҡәҙерле шуға. «Аҡбуҙат», № 5, 2011. Хисмәтулла ауылдаштарына фронтта ҡан тугеусе улдарынан сәләм тапшырҙы. Я. Хамматов.
2. Ҡаты һуғышып, үлтерешеү. □ Проливать кровь в бою. // Кровопролитие. Ҡан тугеп һуғышыу. ■ Бәхет, шатлыҡты Ватан яулап алды ҡан тугеп. Р. Ниғмәти.
ҠАНТҮШ и. зоол. диал.
1. ҡар. ҡыҙылтүш. Я Тушкенәһе менән көрттәр ярып, ҡайтып еткән ҡантуш турғайҙар. Р. Ғарипов. Емгә төшкән ҡантуш турғай һымаҡ, япраҡ уйнай леп-леп елберәп. С. Кулибай.
2. ҡар. ҡыҙыл турғай. Ҡантуштәр урман ситтәрендә, болондарҙағы ҡыуаҡлыҡтарҙа, яр буйҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй.
ҠАНУН [ғәр. (Р.: канон; И.: canon; T.: kanun) и.
1. дини. Дин тотоу һәм көн итеү тәртибен билдәләгән дини ҡағиҙә. □ Канон (религиозный). Шәриғәт ҡанундары. Ҡанун буйынса йәшәу. ■ Шул уҡ дини ҡанундарҙан сығып фекер йөрөткәндә, Ураҙа — тыйғандарҙан тыйыла белергә өйрәтеп, бәндәлә иман ныҡлығын арттырыу юлы. «һаҡмар», 19 июль 2012.
2. Тормош-көнкүрештә нығынып, бер тәртипкә әйләнеп киткән ғәҙәт, йола. □ Канон, правило. ■ Белеп торам: бер минең ҡыҙым ғына һәм бары тик минеке булған өсөн генә донъя ҡоролмаһы ҡанундарына буйһонмай ҡалмаясаҡ. Д. Исламов. Ваҡыт яҙа донъя ҡанундарын ҡылыс менән, һабан менән дә. X. Назар. • Ҡаҙ ҡанаты ҡанун яҙыр. Әйтем.
3. Ысынбарлыҡ күренештәренең яйға һалынған билдәле бер тәртибе. □ Канон, закон. ■ Тәбиғәттең ҡануны шулай: бер нәмәлә юғалмай, ул икенсе бер нәмәгә олғаша, башҡа рәуеш ала ла булмышын дауам итә.
3. Ураҡсин.
4. юр. Ниҙеңдер башҡарыу рәүешен билдәләй торған тәртип, дөйөм ҡабул ителгән ҡағиҙә, норма. □ Канон, закон, норма. ■ Район хакимиәте башлығы И. X. Ситдиков 14 октябрҙә буласаҡ һайлауҙы лайыҡлы уткәреу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, район халҡы был юлы ла әуҙемлек курһәтер, һайлау демократик ҡанундарға ярашлы утер, тигән ышаныс белдерҙе, «һаҡмар», 21 сентябрь 2012.
5. юр. Дәүләттең власть органдары тарафынан ҡабул ителеп, үтәлеше мотлаҡ булған норматив акт һәм дөйөм ҡағиҙә. □ Закон. Ҡанундан тыш һунар. ■ Ҡанунды боҙоусыларҙы яуапҡа тарттырыу процесы бик ҡатмарлылыр, сөнки урлашыу, башҡа төрлө енәйәт ҡылыу осрағында аныҡ бер кеше, бер төркөм енәйәтсе була, ә бында һеҙгә ҙур
196