ҠАНУНСЫ
предприятиелар, хужалыҡтар менән эш итергә тура килә. «Урал», 14 февраль 2012.
ҠАНУНИ (Р.: законный; И.: legitimate; T.: kanuni) с.
Ҡанунға ярашлы, ҡанунға бәйле. □ Законный. Ҡануни талап. Ҡануни хоҡуҡ. Ҡарарҙың ҡануни көсө. ■ Яңы стандарттарҙа, шулай уҡ ҡануни документтарҙа милләттәрҙең сәйәси уҙаллылығын ҡыҫҡан, туған телдең уҫешен сикләгән хәлдәр менән килешеп булмай. Р. Бикбаев.
ҠАНУНИЛЫҠ (ҡанунилығы) (Р: законность; И.: legitimacy; T.: kanunluluk) и.
Ҡанунға ярашлы булыу. □ Законность. Ҡанунилыҡ дәуере. Ҡанунилык талаптары. Ҡанунилыҡ яҡлы булыу.
ҠАНУНИӘТ (Р: законодательство; И.: legislation; T.: kanuniyet) и.
1. Ҡанундар йыйылмаһы. □ Законодательство. Ҡануниәт нигеҙҙәре. ■ «Рәсәй граждандарының сәләмәтлеген һаҡлау тураһында ҡануниәт нигеҙҙәре»нең 68-се статьяһына ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәре сәләмәтлекте һаҡлау әлкәһендә граж-дандарҙың хоҡуҡтарын боҙған өсөн енәйәти, административ, дисциплинар һәм финанс яуаплылыҡҡа тарттырыла ала. «Киске Өфө», № 29, 2012. Тормош туҡтауһыҙ яңырған, ҡараштар уҙгәргән, яңы дәуләт закондары барлыҡҡа килгән хәлдә лә, һәр милләттең быуаттар буйы һаҡлана килгән рухи ҡа-нуниәте — әхлаҡ кодексы бар. Р. Бикбаев.
2. Ҡанундар сығарыу. □ Законодательство. Ҡануниәт мәсьәләләре. ■ Ҡунаҡ Башҡортостан парламентының эше, ҡануниәт системаһының торошо һәм перспективалары, республикалағы социаль-иҡтисади хәл, урындағы уҙидара системаһы уҙенсәлектәре менән ентекле танышты. «Киске Өфө», № 37, 2010.
ҠАНУНЛАШТЫРЫЛЫУ (ҡанун-лаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡанунлаштырыу. страд, от ҡанунлаштырыу. М Әҙәбиәттең жанрҙары һәм төрҙәре дәреслектәрҙә утә ҡанунлаштырылып, әҙер схема рәуешендә генә биреләләр. К. Мәргән.
ҠАНУНЛАШТЫРЫУ (ҡанунлаштыр-) (Р: узаконить; И.: ligi timize, canonize; T.: kanunlaştırmak) ҡ.
Ҡанун итеп индереү, ҡағиҙәгә әйлән-дереү. □ Узаконить, узаконивать. Ҡанунлаштырып ҡуйыу. Ҡағиҙәне ҡанунлаштырыу. Ҡарарҙы ҡанунлаштырыу.
ҠАНУНЛАШЫУ (ҡанунлаш-) (Р.: узакониваться; И.: get canonized; T.: kanunlaşmak) ҡ.
Ҡанун хәленә килеү; бер тәртипкә һалынып, ҡағиҙәгә әйләнеү; рәсмиләшеү. □ Узакониваться, легализироваться, легализоваться. Ҡанунлаша башлау. Ҡанунлашып бөтөу. Ҡанунлаша барыу. Ҡанунлашып китеу. ■ Тормошта һәр быуындың ҡанунлашҡан уҙ урыны бар: бәләкәстәр — балалар баҡсаһында, уҡыусылар — мәктәптә, студенттар — уҡыу йорттарында, белгестәр — эш урынында, ә пенсионерҙар — хаҡлы ялда. «Йәшлек», 5 июнь 2010.
ҠАНУНЛЫ (Р.: законный; И.: legal; lawful; T.: kanunlı) с.
1. Закон менән нығытылған, законға нигеҙләнгән. □ Законный. Ҡанунлы никах. Ҡанунлы хоҡуҡ. Ҡанунлы вариҫ.
2. Объектив законға буйһонған. □ Закономерный. Ҡанунлы куренеш. Ҡанунлы тарихи процесс.
3. кусм. Дөрөҫ, нигеҙле. □ Законный, основательный. Ҡанунлы талап. Ҡанунлы һорау.
ҠАНУНЛЫЛЫҠ (ҡанунлылығы) (Р.: законность; И.: legality; Т.: kanunluluk) и.
Ҡануни булыу, ҡанунилыҡ. □ Законность. Ҡанунлылыҡ яҡлы булыу. Ҡанунлылыҡ принциптары.
ҠАНУНСА (Р.: по закону; И.: according to law; T.: kanuna göre) p.
Ҡанун талаптарына ярашлы рәүештә. □ По закону. Ҡанунса эгиләу. Ҡанунса эш итеу. Ҡанунса эш алып барыу.
ҠАНУНСЫ (Р.: юрист; И.: lawyer; Т.: avukat) и. һөйл.
Хоҡуҡ мәсьәләләре, юридик фәндәр буйынса белгес, хоҡуҡ әлкәһендә эш алып
197